Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 5
Гостей: 1
Пользователей: 4
aisylukutliyarova, veronikaleonteva07, gafurovar6161, agd-1977

Аҡмулла исеме онотолмаҫ.

Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы алдынан аҡмулла көндәре лә үтте. Был ваҡытта уның шиғырҙарын тасуири һөйләү, ятлау, ҡобайырҙар сығарыу ярыштары ла ойошторолдо.Был сарала Илсеғол башҡорт гимназияһының уҡыусыһы Гөлфизә Мөхәмәтйәрова ҡатнашты.Ул бик матур шиғыр һөйләп кенә ҡалманы, ә ҡобайырҙа әйтте.Тырышлығы бушҡа китмәне, икенсе урын яуланы. Афарин, Гөлфизә! Яңынан яңы уңыштар һиңә!

Шулай уҡ әлеге мәлдә Өфө сәнғәт институтының икенсе курсында уҡыусы Нарыҫтау ҡыҙы Шәйәхмәтова Ғәлиә Ғәзинур ҡыҙы республика кимәлендә үткән "Аҡмулла вариҫтары" сәсәндәр бәйгеһендә ла ихлас күңелдән шиғыр һөйләп тамашасыны әсир итте һәм өсөнсө урын яуланы.

Эйе, ул беҙҙең йөҙөк ҡашыбыҙ, Гимназияла уҡығанда ла бөтә сараларҙа актив ҡатнашты, әле Өфөнө яулай.

Һиңә лә яңынан- яңы үрҙәр!

... Читать дальше »

Просмотров: 309 | Добавил: Ilsegul | Дата: 17.12.2023 | Комментарии (278)

"Ал да нур сәс"

14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһында Тамара Якуп ҡыҙы Иҫәнғоловаға "Ал да нур сәс халҡыма" миҙалы бирелде. Ул был дәүләт наградаһына ныҡлы лайыҡ ҡатын-ҡыҙ.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ Һеҙгә һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Илсеғолдоң талантлы уҡытыусыһы, егәрле килен,хәстәрлекле әсәй, булдыҡлы ҡатын,Фәрит Фәйзиевичкә оло таяныс булған Тамара Якуповна барлыҡ маҡтауҙарға лайыҡ кеше! Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар шатлығы теләйем(Тәнзилә Сәхиулла ҡыҙы)

Хөрмәтле Тамара ханым! Һеҙ иң ҙур дәүләт наградаһына лайыҡ кешеләрҙең береһе.

Ваҡытында Керчты һуғыштан алып ҡайтҡан ветерандарға ла ил рәхмәте бик кәрәк ине.
Һеҙ яугир атҡа һәйкәл ҡуй ... Читать дальше »

Просмотров: 37 | Добавил: Ilsegul | Дата: 17.12.2023 | Комментарии (0)

Ғоурланам һеҙҙең менән!
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия Башҡортостандың Миәкә районы хакимиәте тарафынан 1989 йылда шағир-мәғрифәтсенең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яҙыусыларҙың, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең һәм журналистарҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында ойошторола.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Ғүмәров Илдар Ибраһим улы Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды!

Юғары награда уға үҙенең тыуған яғы − Миәкә районы тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индергәне, сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырылды.

Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған. 2-се Өфө музыка-педагогия учили ... Читать дальше »

Просмотров: 352 | Добавил: Ilsegul | Дата: 17.12.2023 | Комментарии (399)

Аң-белем таратыусы.
Уҡырға, ғилемгә эйә булырға өндәп шиғырҙар яҙа.

Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай.
Аҡмулла тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ
Китапханала 3 синыф уҡыусылары Аҡмулланың "Нәсихәттәр" тигән шиғыры менән танышып яҡшы һүҙҙәрҙе хәтерендә ҡалдырҙылар

 

.

Просмотров: 461 | Добавил: Ilsegul | Дата: 10.12.2023 | Комментарии (325)

"Айыҡ ауыл" конкурсына презентация.

Мәҙәниәт йорто, китапхана, иман йорто, мәктәп менән берлектә ауыл халҡы ла бер эшкә лә битараф түгел, күтәреп алалар, еренә еткереп эшләп ҡуялар.

Күпме саралар эскеһеҙ үтә, матур итеп йәшәй белә халыҡ.

Илдәр тыныс булып, ошо сихри донъяла йәшәргә лә йәшәргә кәрәк тә бит...

Просмотров: 332 | Добавил: Шаха | Дата: 04.12.2023 | Комментарии (280)

Иҫән-һау йөрөһөндәр.
Ир-егеттәребеҙгә ныҡлы ике бармаҡлы бирсәткәләр кәрәк икәнде әйтеү менән пенсионер апайҙарыбыҙ , ҡыш бауы оҙооон, балаларыбыҙ иҫән-һау ғына йөрөһәндәр, иҫән-һау ҡайтһындар тигән теләк менән дәррәү эш башланылыр.Кемдәр бәйләй алмайбыҙ тигәндәр пряжа алып бирҙеләр."Сәләм"магазины ла(спонсор Сагарьяров Илһам) пряжа бирҙе, һорағыҙ, бирербеҙ тип торалар. Рәхмәт, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.

... Читать дальше »

Просмотров: 201 | Добавил: Ilsegul | Дата: 18.11.2023 | Комментарии (249)

Мастер-класс.
Илсеғол мәҙәниәт йортонда ҡашмау тегеү буйынса мастер -класс үтте.

Уның тегеү үҙенсәлектәрен видеонан ҡарап ,һыҙмалар һыҙып, материалға күсерҙек.

Башланған эш ахырынаса барып етер тигән өмөттәбеҙ.

... Читать дальше »

Просмотров: 119 | Добавил: Ilsegul | Дата: 18.11.2023 | Комментарии (203)

Үҙе лә батыр, һүҙе лә батыр.

Крәҫтиәндәр Һуғышының арҙаҡлы идеологы,Пугачевтың уң ҡулы, армияның баш атаманы Кинйә Арыҫлановтың тормошо һәм эшмәкәрлеге ике йөҙ йылдан һуң ғына -яйлап асыла башланы

Яҙыусы Ғәли Ибраһимов "Кинйә" романының ике томын тамамланы, ләкин бөйөк шәхестең бөйөклөгөн һүрәтләргә өлгөрмәне.

Кинйәне тарихи документтарҙа Кинйә абыҙ, Кинйә мулла, Кинйә старшина,Кинйә баш атаман тип төрлөсә атайҙар.
Ғөмүмән, һәр тарихи романда ер -һыу, хоҡуҡ, аҫабалыҡ, һалым, хәрби хеҙмәт мәсьәләләре үҙәккә ҡуйыла.

Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Кинйә Арыҫланов ҙур тәжрибә туплаған аҡһаҡал, ил ағаһы булып баҫа.

Китапханала балалар ниндәй булған Кинйә Арыҫланов тигән һорауға дәррәү яуап ҡайтарҙылар, был шәхестең тик ғорурлыҡ уятыуын йөрәк менән тойҙолар.

#Кин ... Читать дальше »

Просмотров: 34 | Добавил: Ilsegul | Дата: 18.11.2023 | Комментарии (0)

Прославили колхоз.(Колхоз данын күтәрҙеләр.)

Продолжается знакомство с передовиками, лучшими телятницами, доярками ,лучшими пропашниками бывшего колхоза-миллионера "Большевик".

Ямаҡаев Юлай Мөхәмәтхан улы .

1940 йылда Әлшәй районы Балғажы ауылында тыуа .
Ғаилә хәле буйынса әсәһенә Миәкә районы Нарыҫтау ауылына күсенергә тура килә.

Илсеғол урта мәктәбен тамамлай.

Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай.
22 йыл агроном булып эшләй.

"БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы" тигән маҡтаулы исем бирелә.

1990 йылда колхоз идараһы рәйесе итеп һайлана. Был урында 13 йылдан ашыу эшләй.

Нәтижәле хеҙмәте өсөн "Маҡтау билдәһе"ордены һәм бер нисә тапҡыр БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә

Хеҙмәт наградаларынан тыш "Кариб көрсөллөгенө 60 йыл " юбилей миҙалы бар.
Ул 1962 йылда Куба утрауы ... Читать дальше »

Просмотров: 96 | Добавил: Ilsegul | Дата: 13.11.2023 | Комментарии (119)

1 ноябрь мәҙәниәт йортоноң фойеһендә берҙәмлек көнөнә арнап балалар менән ярыштар ойошторҙоҡ.

Ҡыйыу булырға ла, етеҙ булырға ла, көслө булырға ла кәрәк ине.

Ярыш бик күңелле булды.
Төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡтылар, төҙ генә бәрергә, һикерергә, ырғырға тырыштылар.

Ҡырҡылған хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөп аҙаҡтан фотоға төштөләр.

Тик...бер нәмә эсте бошорҙо... Балаларҙың күбеһе скакалкала һикерә белмәй, улар өсөн иң ауыр конкурс булғандыр был.

... Читать дальше »

Просмотров: 162 | Добавил: Ilsegul | Дата: 06.11.2023 | Комментарии (165)

« 1 2 3 4 5 6 ... 24 25 »
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz