Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Поздравляем!
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 41
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Данлыклы Керчь атыбыҙ

Яугир ат…Ул  Илсеғол ауылынан һуғышҡа алынып Германия ерҙәренә тиклем барып етеп, Илсеғол ауылына ҡайтарылған айғыр ат.

Маңлайында ап-аҡ йондоҙ, ғорур күтәрелгән баш, оҙон муйын, бейек кәүҙә, оҙон, төҙ аяҡтар, киң күкрәк, шыма тояҡ- бына ниндәй ул Керчь.

Һуғыш башланған йылды Ҡырғыҙ -Миәкә һабантуйында беренселекте алған.

Колхоздың бер күрке.Уны элекке рәйес  Харис Зарипов Өфөләге ат заводынан һатып ала. Халыҡ уны башҡорсалап, йомшартып “Кирич “ тип йөрөтә. 

           

 Керчтең яу юлы.

Нисәмә йыл ут эсендә һуғыш ҡырҙарын үтте. Иҙел, Дон ,Висла,Одер, Шпрее йылғаларының һыуын эсә, ике тапҡыр ҡаты яраланып, лазаретта һауығып сыға, ысын-ысындан яугир шикелле, кире сафҡа ҡайта.

Керчь барлыҡ командаларҙы яттан белә: кәрәк саҡта ята, хәүефле урындарҙы сабып үтә. Немец самолеттарының тауышын кешенән алда һиҙеп иҫкәртә.

Ауыр оҙон юлдарҙа ныҡ ябыҡҡан саҡтары ла булды. Һалдат ни күрһә, Керчь та шуны күрҙе.

Керчтың хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов 4 тапҡыр орден, 3 тапҡыр миҙал менән наградланды. Был наградалар Керчтыҡы ла. Хужаһын нисә тапҡыр ут эсенән алып сығып ҡотҡарған ул .

 

       

                            Керчтың һуғыштан ҡайтыуы.

 

Еңеү байрағын Керчь Бранденбург ҡалаһында күрҙе. Кировобад ҡалаһында күп михнәттәр менән үҙенә тәғәйенләнгән вагонда Башҡортостанға килтерелә. Керчтың ҡайтҡанын хәбәр иткәс, уны алырға тип дивизияла хеҙмәт иткән Солтан Илекәевты, Мәжит Рәхмәтуллинды Өфөгә ебәрәләр.

Керчь ауылға яҡынлашыу менән, кешнәп ебәрә.Атты бала-саға, халыҡ уратып алып, иҫтәре китеп ҡарап тора. Ат шул тиклем матур- көмөш йүгәнле, ҡупшы бейек эйәрле. Шулай итеп ул Илсеғол ауылында тыныс тормошта хеҙмәт итеүен дауам итә.

       

 

 Ибраһим Фәттәхов хәтирәһенән.           

 

 

Һуғыштан һуң 3-4 йыл үткәс Керчь дуҫын күрергә килә ул.

,, Илсеғол ауылына барҙым. Туп-тура колхоз кәнсәләренә керҙем. Ирҙәр гәпләшеп ултыра ине, барыһы ла теге саҡта ат тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусылар. Мин ат тураһында һораша башлағас, колхоз рәйесе тәҡдим кертте.:,, Әйҙәгеҙ. Бер ҡыҙыҡ яһайыҡ, Керчты контораға килтерәйек- танырмы икән? Атты эйәртеп алып килделәр. Керчь үҙгәрмәгән. элеккесә матур , бер аҙ ҡалынайған кеүек һәм… күҙҙәрендә моңһоулыҡ ине.Бәлки миңә шулай тойолғандыр… Керчь беҙгә иғтибар итмәне, башын ғорур күтәреп ҡарап алды ла тояҡтары менән ер ҡаҙырға кереште. Мин ишетелер-ишетелмәҫ кенә һыҙғырып ебәргән инем, ат ҡолаҡтарын ҡарпайтып тирә- яҡҡа ҡараны. Унан миңә туп-тура ҡарап болдор баҫҡысына ырғыны. Башын күкрәгемә һалды, ирендәре менән битемде үбергә тотондо. Түҙмәнем, болдорҙан атҡа һикереп мендем. Фронттағыса әсе итеп һыҙғырып ебәрҙем, ул урам буйлап әллә ҡайҙарға алып китте. Үҙе саба, ваҡыт-ваҡыт ялан яңғыратып кешнәп ебәрә.

Керчь тураһында китаптар:

  1. Насыров А.Х. Подвиг генерала.-Өфө.Китап, 2006.-216с
  2. Класстан тыш уҡыу китабы 3 класс
  3. Ағиҙел журналы №6
  4. Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Өфө:”Китап” нәшриәте.2000.-(Ҡарайғыр хикәйәте,-163 со биттә)
  5. Ватандаш 2000.№3 (Сурина С. Яугир ат Керчь, 26 бит)
  6. Солтанов Й. Башҡорт дивизияһы(төрлө мәғлүмәттәр )Өфө-2007.-276 бит

 Егет китһә яуҙарға хаҡ эш менән,

Сылатмайҙар уның юлын йәш менән.

Үҙе ҡалһа, аты ҡайта бер урап,

Аты ҡалһа, даны ҡайта яңғырап.

 

Керчь -һуғыш батыры( төрлө мәғлүмәттәр) Йыһат Солтанов .Башҡорт дивизияһы" исемле китаптан

 

 

Из книги А.Х Насырова "Подвиг генерала" стр183-184

 

 

"Аҡмулла төйәге"гәзите, 13 май 2015йыл

В Башкортостане почтили память лошади

5 мая на здании сельсовета д. Ильчигулово Миякинского района установили мемориальную табличку в память о легендарной лошади по кличке Керчь. Вместе с командирами и комиссарами 112-й кавалерийской дивизии она участвовала в Великой Отечественной войне, за четыре года прошла боевой путь до Берлина, была дважды ранена.В 1947 году, узнав о героической биографии Керчи, маршал Буденный распорядился снабдить ее овсом и отправить в родное Ильчигулово, откуда она была «призвана» на фронт. После войны Керчь много лет работал в колхозе. Всего он прожил 23 года, Автор и спонсор мемориальной таблички - Юлия Свиридова, руководитель ООО «Башветторг». О легендарной лошади она случайно узнала в марте этого года из разговора с местными жителями во время снегоходной экспедиции, посвященной 70-летию Победы. И дала слово: увековечить память о Керчи. «Обо мне будут помнить, потому что я посвятила жизнь людям», – примерно так в переводе с башкирского языка звучит стихотворный текст под табличкой.

 Илсеғол ауылында 2015 йылдың 5 майында Керчь исемле атыбыҙға таҡтаташ асылды

  ҡунаҡтар килде

Уҡыусылар кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән фотоһүрәттәр менән

 

 

 

 

 

 

 

Поиск
Год 2018
.
Связи
...
...
Вход на сайт
Календарь
«  Октябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2018
    Сделать бесплатный сайт с uCoz