Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 57
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
aisylukutliyarova, aminakayumova

И верю я, вернемся вновь

К истокам…

пустят нас пропавших

К земле родной, под отчий кров,

К земле отцов и дедов наших

 


Ведомости башкирских и мишарских  кантонных начальников и земских исправников о численности башкир, мишарей и типтярей по19 уездам Оренбургской, Пермской и Вятской губерний.(из книги «Западные башкиры. По переписям 1795-1917гг стр. 123)

Губерния, уезд,название нас.пункта.

муж

жен

этнос

Кантон, юрта.ю волость

Собственную ли имеют землю или…

                                               Оренбургская губерния,Белебеевский уезд

1

 

Ильчигулова

78

93

башк

12 кант.,24-я юрта Илекей-Минской волости

Собственную,в т.ч муж-4 и жен -6 на праве припущенников. Кочуют

18

19

мещ

5 кант.,6-я юрта Илькил- Минской вол

На праве припущенников по договору 1762 г. Кочуют

5 ревизия 1795 года

Уезды,волости,деревни

Этнический сословн принадлежность нас

Кол-во дворов

муж

жен

                                               Белебеевский уезд Илькальминский волость

 

Ильчигулово

Башк

 Башк.-припущ. мещ

13

22

2

15

60

5

20

55

5

10 ревизия 1859 года

Название уездов, деревень

Вотч-ки

прип-ки

дворов

муж

жен

Белебеевский уезд

 

Ильчигулово

Вотчин

46

136

153

 

Бурзян-Ильчигулово

припущ

55

166

138

Численность жителей сел по сведениям земства за 1902 года

Уезд, волость,насел пункт

сословие

дворов

По ревизии душ муж. пола

Налично душ муж пола

Белебеевский уезд Гайныямакская волость

1

Ильчигулова

Башк.-вотч

73

132

178

2

Бурзяк-Ильчигулово

Прип.воен.зв

69

165

148

1917 год. Всероссийская с/х и поземельная перепись по Белебеевскому, Бирскому, Уфимскому уездам Уфимской губернии 1917 года.

Уезд, волость, деревня

Нац-сть

Число хозяйств

Число жител

Белебеевский уезд . Ильчигуловская волость

1

Ильчигулово

Башкиры

Чуваши

украинцы

72

2

1

395

6

2

2

Бурзян-Ильчигулово

Башкиры

татары

85

1

397

4

3

Нарыстау

Башкиры

67

398

4

Ново-Ильчигулово

Башкиры

28

151

5

Ново-Сергеевка

Русские

Белорусы

Чуваши

украинцы

80

2

1

1

491

11

2

12

6

Ново-Сергеевка2-я

Русские

белорусы

20

1

136

4

 

Наличное население

мужчины

женщины

Оба пола

1939год

 

 

 

Д. Ильчегулово

273

261

534

Д. Нарстау

192

203

395

Д. Ново-Ильчегулово

60

78

138

С. Сергеевка(Николаевский с/с)

251

235

486

1959 год и 1970год

 

 

 

Биккуловский с/с

 

 

 

Д. Ильчегулово

225

297

522

Д. Нарстау

151

179

330

Д. Ново-Ильчегулово

64

89

153

С. Сергеевка

65

92

157

1979и 1989 годы

 

 

 

Ильчигуловский с/с

 

 

 

Д. Ильчегулово

313

350

663

Д. Нарстау

162

163

325

Д. Ново-Ильчегулово

6

9

15

С. Сергеевка

28

32

60

2002и 2010 годы

 

 

 

Ильчигуловский с/с

478

500

978

Д. Ильчегулово

275

294

569

Д. Нарстау

169

162

331

Д. Ново-Ильчегулово

-

-

-

С. Сергеевка

34

44

78

Из книги «Населенные пункты Башкортостана» 1,2,3,4 тома.-Уфа: китап,2018.

Мораҙым тауы.(Баймаҡта - йырға, моңға бай яҡта",Өфө- 2012 йылғы фольклор экспедицияһы материалдарынан)

...Был тауҙың исеме"Иҙеүкәй менән Мораҙым" ҡобайырына бәйле булыуы ихтимал. Үлер алдынан Иҙеүкәй Мораҙымға;- Улым мин әхирәткә китһәм, мәйетемде аҡ дөйәгә артмаҡлап ебәрерһең. Ул ҡайҙа барып сүгәләй, мин шул ерҙә ҡәбер эйәһе булайым,-тигән, ти. Дөйә ана Миәкәләге Нарыҫтауға туҡтап ҡалған да, шунда сүгәләгән. Иҙеүкәй батырҙы шул түбәгә ерләгәндәр, ти.(160 бит)

Илсеғол ауылында ер -һыу атамалары.

Ғәззә түбәһе

Ҡарамалы йылғаһы ағып сыҡҡан тау башы.Башҡорттарға ер бүлеп биргәндә ер бүлеүсе землемер үлсәп барғанда үлсәү таҫмаһына баҫҡан. Шул сәбәпле рустар файҙаһына ер артыҡ үлсәнмәй, аҫаба башҡорттар файҙаһына ҡала. Шул ваҡиғанан һуң был ҡалҡыулыҡ Ғәззә түбәһе тип атала.

Нимес түбәһе.

Ерҙәрҙе һатыу дәүерендә башҡа милләттәр менән бергә бер немец кешеһе лә меңлеләрҙең Илсеғол ауылы ерҙәренән ер һатып ала. Ул ерҙе  хәҙерге ваҡытта ауыл халҡы иген ҡулы тип йөрөтә. Ул үҙәндең көньяҡ өлөшөндәге уба- ҡалҡыулыҡ. Немец шунда иген иккән. Башҡорттар ул ерҙе аҙаҡ нимес түбәһе тип йөрөткән.

Иген ҡулы.

Илсеғол ауылынан көньяҡҡа баҫыуҙар уртаһынан һуҙылып киткән 4-5 км самаһы үҙән. Борон Илсеғол халҡы үҫтерелгән игенде шул ҡул буйлап ташыған. Әле лә рустар ҙа, башҡорттар ҙа был исемде һаҡлап киләләр.

Сәғит ҡулы.

Илсеғол ауылынан 5-6 км алыҫлыҡта көньяҡтағы тау битләүе.  Меңлеләрҙән Сәғит исемле кешенең йәйләү урыны.

Сәғит ҡойоһо.

Сәғит ҡулы үҙәнедә тауҙан һарҡып сыҡҡан шишмәнең атамаһы. Был атама Сәғит ҡулы атамаһына бәйле.

Уҫман  ҡулы.

Бөрйәндәрҙең Усман исемле кешеһенең малдары утлауҙа даими йөрөгән урын.Илсеғолдан көнсығышҡа һуҙылыусы Нарыҫ тауы теҙмәһенең бер тау араһы.

Мәфтуха урман һыҙаты.

35-се йылдарҙа” Большевик” колхозында ултыртылған ҙур ғына урман һыҙаты. Звено етәксеһе-Ғүмәрова Мәфтуха исеме менән бәйле.

Әүхәҙи урман һыҙаты.

50-се йылдарҙа “Большевик” колхозында  үҫтерелгән ҙур ғына урман һыҙаты. Халыҡ уны бригадир Әүхәди Ибатуллин исеме менән атаған.

Тимерғәли урман һыҙаты.

60-сы йылдарҙың аҙағы 70-се йылдарҙың башында баҫыуҙарҙы урман һыҙаты менән һаҡлауға күп көс һалған ваҡытта бригадир Сәхибгәрәев Тимерғәли исеме менән атала.

Татлыбай соҡоро.

Хәҙерге ваҡытта Илсеғол ауылындағы парк уртаһындағы һыуһаҡлағыс. Меңлеләрҙән Татлыбай исемле кешенең тиҙәк һуғыу, кирбес һуғыу урыны.

Вәхит ҡойоһо.

Яңы Илсеғол ауылы урынлашҡан ерҙән аҫҡа төшкәс, Вәхит исемле кеше ҡаҙыған һәм бөтә ауыл файҙаланған ҡойо.

Мәймүнә күле.

Вәхит ҡойоһонан алыҫ түгел ерҙә барлыҡҡа килгән күл. Колхоз өмәһе ваҡытында Мәймүнә исемле ҡатын аш-һыу әҙерләй. Аш-һыу әҙерләгән урын торфлы ҡатлам була. Торф янғандан һуң уйһыулыҡта күл барлыҡҡа килә. Шунан бирле ул Мәймүнә күле тип йөрөтөлә.

Оҙонсагүл.

Күлдең күренешенә, формаһына ҡарап бирелгән атама.

Хөсәйен күле.

Хөсәйен исемле кешенең эшмәкәрлегенә, йәғни уның ошонда бесән әҙерләү,балыҡ тотоу эшенә бәйле.

Ерекүл.

Күл тирәһендәге ағастарҙың төрөнә бәйле бирелгән атама.

Уҡа күле.

Күлдең уҡа күле кеүек алыҫҡа  һуҙылыуы күренешенә бәйле бирелгән атама.

Ҡайын күл.

Ҡайын исемле олатайҙың сабынлығы эргәһендә урынлашҡанға аталған.

Аҡкүл.

Күлдең алыҫтан көҙгө кеүек ялтырап, ағарып  ятыу төҫөнә нигеҙләп бирелгән исем.

Төбәк.

Илсеғол ауылы эргәһендәгеОҙонсагүл һәм Дим йылғаһы араһында урынлашҡан.

Кәримә мороно. (яңы исеме Ҡара яр).

Борон башҡорттар оҙонсагүл башынан Ҡара ярға тиклем кәртәләп, шунда йылҡы көткәндәр.

Дөйә төбәге.

Дим йылғаһының бер бөгөлөшө шулай атала. Элек башҡорттар дөйә аҫыраған ваҡыттан ҡалған атама.

 Ҡолай төбәге.

Был бөгөл ҙур түгел. Дим башҡа үҙәндән аға башлағас, ул кесерәйә. Ҡолой исемле кеше сабынлығына ҡарап аталған булһа кәрәк.

 Йүкәлек буйы.

Йүкә ағастарының күпләп үҫеүенә ҡарап бирелгән исем.

Биштирәк буйы.

Борон бында бейегерәк үҫкән биш тирәк бар ине. Шуға ҡарап аталған.

Ерек.

Тал, тирәк һәм башҡа төр ағастар үҫкән Ереклегүл эргәһендәге әрәмәлек исеме.

Мулла сабыны.

Ерек уртаһындағы сабынлыҡтың көнбайыш өлөшө. Был урын Бөрйән Илсеғоло башҡорттары муллаһына йәрәбәһеҙ ҡалдырыла торған ер атамаһы.

Үрәтник ере.

Ауылда волость үҙәге булғанда урядник файҙаланған сабынлыҡ.

Ҡарамалы тауы.

Нарыҫ тауының бер өлөшө. Эргәһендә ҡарама ағастары араһынан ағып үтеүсе шишмә Ҡарамалы йылғаһы тип атала. Ул Нарыҫ йылғаһына ҡушылып Димгә ҡоя.

Көрмөт күле.

Күлдең оҙонлоғо элек 4-5 км-ға һуҙылып, мул һыулы, ҡамышлы, ағаслы булып шомлораҡ,ҡурҡынысыраҡ булғанға Кирәмәл күл( йәғни Ҙур күл) тип атала. Атама фонетик үҙгәрештар кисергән.

Нарыҫ йылғаһы.

Йылға Нарыҫ тауындағы Зыяратлы шишмәнән башлана. Уға Ҡарамалы йылғаһы, башҡа шишмәләр ҡушыла. Ул Димгә Илсеғол ауылы эргәһендә ҡушыла.

Нарыҫ тауы.

Тауҙың исеме тарих төпкөлөнә барып тоташа. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” исемле ҡобайырҙа телгә алынған меңле ырыуы башҡорттарының күренекле шәхесе Нарыҫ бейгә барып тоташа.

Аҙнағол талы.

Тарихи урын. Ерек исемле әрәмәлектең көнсығышындағы сабынлыҡ.Аҙнағол олатайға сабынлыҡ ошо ерҙә ҡалдырыла. Ул ауылдың иң фәҡир кешеләренең береһе. Ғүмер буйы йылҡы көткән.Бай рухлы, көр тауышлы йырсы. Уға бәйле халыҡта легенда ла бар.

Аҙнағол йырсы.

Илсеғол ауылында Мырҙағол ҡарттың өлкән улы Аҙнағол оҫта йырсы булыуы менән тирә яҡта киң билдәле кеше булған.Фәҡир генә көн иткән, ялланып йылҡы көткән. Йәйге кистәрҙә Аҙнағол йылҡыларын туплап, ауыр көн итмешен уйлай-уйлай моңланыр булған. Уның тауышы шул тиклем көслө һәм моңло була.” Уйыл”, “Тәфтиләү”, “Буранбай”,”Урал”кеүек йырҙарҙы йырлағанда халыҡ таң ҡалып тыңлаған. Төнгө йоҡоларынан күп кенә ауылдаштары йыр тауышына уяныр булған.

Бер ваҡыт Кинйәбыҙ старшинаға  үтеп барышлай Зәки Вәлиди туҡтала. Абруйлы ҡунаҡ хөрмәтенә йыйылған мәжлескә Кинйәбыҙ олатай Аҙнағол йырсыны саҡыра.Мәжлестә Аҙнағол үҙ йырҙары менән ҡунаҡтарҙың күңелен аса, мәжлестең күркен күтәрә. Зәки Вәлиди Аҙнағолдың талантын юғары баһалай һәм үҙе менән бергә китергә саҡыра. Аҙнағол ризалыҡ бирмәй.

-Рәхмәт, түрә! Рәхмәт! Тик тәҡдимеңде ҡабул итә алмайым. Үҙем китһәм ерем ҡала, илем ҡала, йырым ҡала, сит ерҙәрҙә йәшәй алмам,- тип яуап бирә.

Йырсының яҙмышы фажиғәле тамамлана.21 йылғы аслыҡта ялған бәлә тағып, бурлыҡта ғәйепләп  ауыл байҙары туҡмап үлтергәндәр.

   (Был ер- һыу атамаларын Илсеғол ауылында йәшәүсе Төхвәтуллин Закуан Ғәлим улы яҙып ҡалдырған)

 

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz