Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 7
Гостей: 0
Пользователей: 7
aminevagulzhat, mrufina, mlyalya78, sgavrilova-77, aminakayumova, Шаха, gafurovar6161

Чечняла хеҙмәт иттеләр

 

                                                                                                                                                                                                                            Мөхәмәтйәнов Әсҡәт Әүхәт улы.
1977 йылдың 23 февралендә Илсеғол ауылында тыуа. 8 класты тамамлағас, башҡа уҡып тормай, техникаға ылыға, атаһы, бабайҙары янына МТМ-ға слесарь булып урынлаша.  1995 йылдың 16 июнендә армия сафына алына.Курск өлкәһендә армия дәресен алғандан һуң Чечняға Грозный ҡалаһына хеҙмәт юлын дауам итә.Бер көслө атыш, шартлауҙар ваҡытында командирҙары барыһын бер соҡор эсенә индереп һаҡлап ҡала, ә командир вафат булыуын бик әрнеп һөйләй. Армиянан ҡайтырға юлға сығыр ваҡытында (1996,октябрь) бергә хеҙмәт иткән Туймазылағы иптәше һәләк була,уны оҙатып ҡайтырға, хөрмәт менән ерләшергә ярҙам итә. Армиянан ҡайтҡас өйләнә, 2 ҡыҙы үҫә, ләкин үҙен ни сәбәптәндер һәләк итә.

 

     Яҡупов Уран Урал улы.
1976 йылғы. 10 класс белемле. 1994 йылдың декабрь айында армия сафына алына. Силәбе өлкәһенең Озерск-8 ҡаласығында тәүге армия дәрестәре алғандан һуң үҙ теләге менән Чечняға Грозный ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. Чечняла хеҙмәт иткән Илсеғол ауылынан иң тәүге һалдат. Бик күп ҡан, үлемде күрергә тура килде уға .Дошман ҡулынан үлгән дуҫтарҙың кәүҙәһен Минутка баҙарында соҡор эсенән гранотометҡа алыштырып алалар. Күп ваҡыт противогаз менән булдыҡ, сөнки еҫләнеп тә китә ине мәйеттәр, тип бөтөрә һүҙен Уран.1996 йылдың 30 сентябрендә тыуған ауылына ҡайтып төшә.

 

   Салямов Рәмис Тәбрис улы.
1980 йылдың 25 апрелендә Илсеғол ауылында тыуа. 11 синыфты тамамлағас, Аксен сельхоз техникумына уҡырға инә.1998 йылдың май айында армия сафына алына. Кемерово хәрби бүлегенә эләгә. Уны Омск ҡалаһына 6 айға командировкаға ебәрәләр.Уҡып бөткәндән һуң Кемероваға ҡайтаралар. Ләкин Кемерово  хәрби берләшмәһе бөтөрөлгәндән һуң, Томск ҡалаһына милиция батальонына ебәрәләр.  Декабрь айында Чечняның Знаменск районының Надтеречный поселогына хәрби машинаның  шоферы итеп ебәрәләр . Блокпоста  йәшәгән халыҡтың тыныслығын һаҡлайҙар.2000 йылдың яҙында тыуған ауылына ҡайтып төшә.

  Мөхәмәтйәнов Илнар Әскәр улы.

1985 йылдың 8 июлендә Илсеғол ауылында тыуа. 9 синыфты тамамлағас, атаһы янында МТМ- ла эшләп техника менән ҡыҙыҡһына. 2003 йылдың ноябрь айында армия сафына алына.Краснодар өлкәһенең Нижний ЛОО ҡаласығында хәрби уҡсыға өйрәнә. 5 ай мәжбүри хәрби бурысын үтәһә, 2 айы махсус әҙерлектә үтә. Көндә командирҙарынан Чечняға хеҙмәт итергә ебәреүҙәрен  һорай. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был һорауҙар. Теләген ҡәнәғәтләндерәләр .Итум-Калинск районының Аргун тарлауығында сик һағында хеҙмәт юлын дауам итә.2005 йылдың ноябрь айында тыуған ауылына ҡайта.

Төньяҡ Осетияла булдыҡ.

 

             Хисмәтуллин Рушан Өлфәт улы.1989 йылда Илсеғол ауылында тыуа.11 синыфты тамамлағас Стәрлетамаҡ медицина колледженың теш табибына уҡый. Уҡып бөтөр бөтмәҫтән 2008 йылда армия сафына алына."ТөнъяҡКавказда әрме хеҙмәтен үткәндә, Көньяҡ Осетияға баҫып ингән баҫҡынсы илде үҙ урынына ҡуйырға тура килде",ти яҡташыбыҙ. Хәрби-сәйәси телдә "принуждение к миру" тип аталған операцияла ябай һалдат хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен ала, дәүләт наградаларына лайыҡ була.

          Шаяхметов Артур Әсҡәт улы 1989 йылдың 3 ғинуарында Илсеғол ауылында тыуа. 2008 йылдың май айында армия сафына алына. Йәш боец курсын тамамлай. Владикавказда,Прохладныйҙа, Ставропольдә, Моздокта, Схенвальдта өйрәнеү курстарын үтә. Һауа десант ғәскәренең айырым разведка батальонында хеҙмәт итә. "Хәрби хәрәкәт ветераны" тигән танытмаһы бар.

  

                                                                                                                  Афганстан- йөрәк яраһы

                        Хисаметдинов Фәнгиз Фәрүәз улы.
1967 йылда Нарыҫтау ауылында тыуа. 1985 йылда армия сафтарына алына.Хабаровск өлкәһендә тәүге армия нескәлектәрен өйрәтәләр. Ул радиотелеграфист булып хеҙмәт юлын башлай.1985 йылдың 11 майынан 25 сентябргә тиклем 2049 номерлы  ” стрелок”хәрби часендә хеҙмәт итә. 1987 йылдың 1 ғинуарынан алып 1987 йылдың 30 апреленә ҡәҙәр Афганстан сиген һаҡлай.(в/ч 2033) Күп тапҡыр душмандарҙың һөжүменә лә тап булалар. Кишлакта йәшәгән халыҡ бигерәк йәл , күпме аслыҡты,ауырлыҡты күтәрҙеләр тип ,хәтерләй ул. Төрлө продукттар Башҡортостандан да ярҙамға килә ине. Раевканың ҡуйыртылған һөт консерваһын ашап тыуған яҡтарға ҡайтҡан һымаҡ булдым, тип хәтерләй Фәнгиз.Армиянан ҡайтҡас та һиҙгерлеген юғалтмай, ятып йоҡлай алмай, ултырып йоҡлар булған. Эйе, был Афганстан утты, һыуҙы кисертеп тормоштоң ҡәҙерен, йәмен белергә өйрәтеп ҡайтара. Афганстанда бер шаман менән дә осрашырға тура килә, ул тормошон һөйләп биреп ниңәлер 7-8 бармағын күрһәткәнен әйтә.
Тыныс тормошҡа ҡайтып,Стәрлетамаҡ культура ағартыу йортонда уҡып сығып, Илсеғол ауылының иң матур ҡыҙына өйләнеп, 2 ҡыҙ үҫтереп йәшәгәнендә мәғәнәһеҙ вафат булып ҡуя( һыуға батып үлә) 

Мөхәмәтйәнов Минияр Тимербулат улы.
1965йылда Нарыҫтау ауылында тыуа.1983 йылдың апрель айында армия сафына алына. Тәүҙә Төркмән ерендә уҡыуҙа булып, һуңынан Афганстанға Джалабад тигән ергә ебәрәләр. Ер соҡоп ер аҫтында(землянка) йәшәйҙәр.Ул карауандарҙы һаҡлап йөрөүсе була.Һәр сәғәт, һәр минут йәшәү менән үлем араһында.Күпме иптәштәрен цинк табутында оҙаталар. Бик ҡаты алышта яралана,пуля ҡул башын үтәнән үтә сыға, оҙаҡ ҡына госпитальдә ятып сығырға тура килә. Армияның әсе-сөсөһен татып,төрлө михнәттәр күреп ҡайта. Ҡайтҡас та тыныс тормошҡа өйрәнә алмай, һаташып ҡысҡырып уянған саҡтары күп була. Алған һуғыш яралары һәм ауылдағы  бошмаҫ,вайымһыҙ егеттәрҙең аяуһыҙлығы арҡаһында яра алып , ошо ауыртыуҙы ла түҙемле үткәреп  вафат була. Бик күп наградалары ла булған, һаҡланмаған.

Вәхитов Ғәбит Фәрит улы.
1964 йылда Нарыҫтау ауылында тыуа. 8 класты Илсеғол ауылында тамамлай һәм Первомайскийҙа училищелә уҡый.1982 йылдың март айында армия сафына алына.Ауылдаштары Рәхимғолов Рәхимйән, Шәйхетдинов Рәзиф менәнТашкентта, Төрөкмәниәлә,Ашхабадта, Үзбәкстанда өйрәтеү курстарында уҡығандан һуң, төрлө тарафтарға Афганстан сиген һаҡларға ебәрәләр. Афганстандың Пулин Хумри гарнизонына командировкаға ебәрәләр. Дөйөм ғәскәрҙә( общевойсковый) хеҙмәт итә.Төрлө наградалар, грамоталар менән бүләкләнә, ләкин береһен дә һаҡламаған,өнөгөҙҙә түгел, төшөгөҙгә лә инмәһен ул ваҡыттағы ваҡиғалар тип, тамамлай һүҙен Ғәбит. Әлеге ваҡытта Татарстанда Яр Саллыла ғаиләһе менән йәшәп, ейән- ейәнсәрҙәр үҫтереп, уларға яҡшы ғүмер, тыныслыҡ теләп эшләп йөрөй.

Рахимғолов Рәхимйән Ахун улы
1963 йылда Нарыҫтау ауылында тыуа. 10 классты Илсеғол ауылында тамамлай..1982 йылдың март айында армия сафына алына.Ауылдаштары Вәхитов Ғәбит, Шәйхетдинов Рәзиф менәнТашкентта, Төрөкмәниәлә,Ашхабадта, Үзбәкстанда өйрәтеү курстарында уҡығандан һуң төрлө тарафтарға Афганстан сиген һаҡларға ебәрәләр. Ул Кундуста хеҙмәт итә. 

Шәйхетдинов Рәзиф Рәшит улы.
1964 йылда Нарыҫтау ауылында тыуа. 10 классты Илсеғол ауылында тамамлай.Аксен техникумының агрономия бүлегендә уҡый.1982 йылдың март айында армия сафына алына.Ауылдаштары Рәхимғолов Рәхимйән,Вәхитов Ғәбит менәнТашкентта, Төрөкмәниәлә,Ашхабадта, Үзбәкстанда өйрәтеү курстарында уҡығандан һуң төрлө тарафтарға Афганстан сиген һаҡларға ебәрәләр.Ул Баграм гарнизонына эләгә. Аслығын да, бетен дә, төрлө сирҙәрҙе лә күрә. Ауылдан сынығып барған егет бирешмәй, йылдарын хеҙмәт итеп 1984 йылдың август айында армиянан ҡайта, ә уның менән хеҙмәт иткән бик күп егеттәр 2 группа инвалиды булып алдан ҡайталар.
Рәзиф армиянан ҡайтҡас алған һөнәре буйынса 10 йылға яҡын Мәләүез районында агроном булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта Салауат ҡалаһында эшләй.

Шәйәхмәтов Рәис Ғатаулла улы.
1960 йылда икенсе Миәкәбашта тыуа.1975 йылда әсәһен ағаһы Илсеғол ауылына күсереп алып килә. Илсеғол ауылында 10 класты тамамлап Октябрьский ҡалаһына ДОСААФ авто мәктәпкә уҡырға ебәрә. Уҡып бөткәс, Илсеғол ауылында колхозда автослесарь булып эшләй. 1978 йылдың октябрь айында армия сафына алына. Бер йыл Калининград өлкәһенең Гвардейск ҡалаһында хеҙмәт итә. 1980 йылдың 15 ғинуарында Афганстанға Ҡабул янына хеҙмәт итергә ебәрәләр.Палаткаларҙа йәшәйҙәр, оҙаҡ та тормай Баграмға күсерәләр.Унда айырым ремонт эштәрен аяҡҡа баҫтырыу батальонында хеҙмәт итә( отдельно ремонтно -восстановительный батальон).25 ай хеҙмәт итеп иҫән- һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әлеге ваҡытта ла йылда  бергә хеҙмәт иткән Өфө, Иглин, Ғафури районы ир егеттәре менән осрашып бер береһенең хәлен белеп  торалар. Рәис Ғатаулла улы Илсеғол ауылында ейән- ейәнсәрҙәр һөйөп үҫтереп колхозында эшләүен дауам итә.

Рәхимов Ғәлинур Лотфулла улы.
Минең турала бер ниҙә яҙмағыҙ, кәрәкмәй, тыныс тормошта шатланып йәшәйем,онотаһым килә ул михнәтле хеҙмәт иткән йылдарымды тип, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәне.Әлеге ваҡытта Санкт-Петербургта эшләп йөрөй.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz