Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 57
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Лариса АБДУЛЛИНА
САФУАН ЯҠШЫҒОЛОВҠА ХАТ
Ҡәүемемдә болғауырҙар мәле,
Һинең уйың нисек, олатай?
Килеп тыуған ошо өҙәремде
Яйлай алыр микән ҡоролтай?

Халыҡ бит ул былар ғына түгел,
Халыҡ бит түгел тик унда.
Ҡәүемемдең күбе – ер ҡуйынында,
Ҡәүемемдең күбе – йырында.
Ҡәүемемдең күбе – йырыңда!

Әле лә беҙ тупраҡ йырын көйләп,
Ер китә тип башты ватабыҙ.
Алһалар ҙа,
Һатһалар ҙа – китмәҫ.
Унда ята баба-атабыҙ.
Ер – ул беҙҙең изге батабыҙ.

Бетеү булып баба ҡаны тамған,
Затлы диуар хасил һөйәктән.
Инанғаным ошо –
Халыҡ йыры – доға,
Ул айырмаҫ беҙҙе төйөктән.
Мөғәддәс һүҙ килә – Бөйөктән!

Илебеҙҙе һаман һаҡлап тота
Бәндәбикәләрҙең ырухы.
Беҙҙең дәүер ниҙәр ҡылды икән
Ишәйтергә милләт ырыҫын?!.
Туҙманымы ҡәүем мираҫы?

Ауылдарҙа – затлы тамыр,
Халыҡ 
Тамырлана бөгөн ҡалала.
Иномаркаларҙа елгән рухлы
Яңы башҡорт илдә ярала.
Тик табыла сүбек арала...

Яңы башҡорт һиндәй “Урал” тыңлай,
Ул да һинең кеүек намаҙҙа.
Улар һүҙе бер көн алға сығыр,
Улар илде тотор бер аҙҙан.

                                   Сафуан Яҡшығолов - шағир - мәғрифәтсе.

План:

  1. Ижадын өйрәнеүселәр.
  2. Фотопортреттың эшләнеү тарихы.
  3. Шәжәрәатыны тураһында.
  4. Ижад юлы Дәүләкән районында.
  5. Уҡытыусы-пенсионер Көйөргәҙе районында йәшәүсе Рафиҡ
  6.  Сыртлановтың хаты.
  7. Пландар.

Кемдәр улар С. Яҡшығоловтың ижадын өйрәнеүселәр?

Ә .Харисов, В.Әхмәҙиев, М. Әюпов ,С.Сафуанов, Н. Хөбөтдинова.

Әҙәбиәт белгесе булараҡ, Илсеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Төхвәтуллин Закуан Ғәлим улы 1970-1980 й.й ишеткәнен, белгәнен һорашып яҙып алған. Осрашыуҙар ойоштороп, магнитофон таҫмаһына хәтирәләрҙе яҙҙырып ҡалдырған.

             С.Яҡшығоловтың рәсемен ҡайҙан алыныуы.

Уның үҙенең төшкән рәсеме юҡ. Халыҡ хәтирәләре буйынса күҙаллап эшләнде.

         6 йәштәр тирәһендә С. Яҡшығоловты үҙ күҙе менә күреүсе Илсеғол ауылында йәшәүсе  Әхиәр бабай Зарипов һөйләүе буйынса, «киң яурынлы, мөһәбәт кәүҙәле», ҡустыһының  малайы Ноғманға оҡшаған. С. Яҡшығолов портретын Ноғоман бабайға ул замандарға хас кейем кейҙертеп төшөрөлгән рәсем

 Сафуан Яҡшығолов менән яҡыныраҡ таныштырыу.

 Ул ауылыбыҙҙың ғына даны түгел,  Башҡортостанға билгеле шәхес.   С. Яҡшығолов ижады һуң ына өйрәнелә башланы.Уның тураһында белеүселәр бик һирәк. Шәжәрәгә  иғтибар юҡ заман  булды. Яңы Илсеғол ауылында йәшәгән Ғирфан бабай Лоҡманов дәфтәрендә Сафуан Яҡшығоловтың шәжәрәһенә юлыҡтылар.

 Сафуан Яҡшығоловтың бер балаһы ла юҡ. Элек ер йән башына ҡарап бирелгән. Шуның өсөн ул аҫрауға ҡустыһының малайын Ноғманды, Мансур, Файза исемле балаларҙы ала. Кеше балалары тип, рәнйетмәй, барыһын да уҡытып, кеше итергә теләй.

  Ноғмандың ҡатыны Ғәшиә апайҙың хәтерләүенсә, Ноғманды Сафуан мулла ғәрәпсә ,яҙырға, уҡырға өйрәтергә теләгән, ләкин уның уҡырға  ҙур теләге булмаған, һуңынан үкенеп йөрөгән дә бит…

   

    Сафуан Яҡшығоловтың ҡатынының исеме.

  Илсеғол ауылында йәшүсе Барсын Илекееваның әсәһе Минеямал әбейҙең хәтерләүе буйынса, Баҙығол тиҙәр,ә кемдер Банат тип әйтә.

Белемгә, мәғрифәткә ынтылған Сафуан Дәүкәнгә мәҙрәсәгә уҡырға инә.Мәҙрәсә һабаҡтарына ҡәнәғәтләнмәйсә, үҙ алдына тарих, география фәндәрен өйрәнә, рус телен яҡшы белә, көнсығыш биттәрен ҡыҙыҡһынып уҡый .Уҡымышлы, тырыш булғанлыҡтан Дәүләкән  районы Яппар ауылына указлы мулла итеп тәғәйенләгәндәр. Барлыҡ шиғырҙары ла Яппар ауылында ижад ителгән. Ләкин ул Илсеғол ауылын да онотмай.

«Ул беҙгә ҡоҙа тейеш кеше булараҡ, ҡунаҡҡа килеп йөрөй торғайны. Үҙенең шәп йүгерек аты һәм кырандасы бар ине»,-тип хәтерләй Әхиәр Зарипов.

   Изге шишмә янына барып доғалар уҡып ҡайтыр булған (Нарыҫтау янында изге шишмә һыуы бар. Уны Мәккәләге зәм-зәм һыуы менән бәрәбәр , тиҙәр. Элегерәк ситтән  дә менән кешеләр килеп шифалы һыуын эсеп сәләмәтләнеп ҡайтып киткәндәр)

 

                         Яппар ауылында Сафуан Яҡшығоловты белеүсе кешеләр бармы?

1995-1996 йылдарҙа Сафуан Яҡшыоловҡа ныҡлы иғәкин уны белеүсе кешелә үлеп бөткәндр. Илсеғол ауылында йәшәүсе Закуан Төхвәтуллин, Илсеғол  ауылы сельсовет председателе Әхтәм Ибәтуллин, мәктәп директоры Муса Гатин Яңы Яппар ауылына барып зыяратын белеүсе кешеләр юҡмы икән тип, эҙләнеләр. Ундай кешеләр ҡалмаған, œ ишетеп белгәне лә Яппар ауылында булмай сыҡты. Адресын алып  китапханасы Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә хат яҙып ебәрҙе . Ул  Көйөргәҙе районы Мораптал ауылында йәшәп , пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, география дәресен алып барған уҡытыусы Сыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы (2002 йылда вафат булды)ине. Хат оҙаҡ көттөрөп булһа ла килде.

    Хаттан өҙөк:

« Минең атайым Сыртланов Шәрәфетдин (1892) Сафуан мулланы яҡшы белә ине. Сөнки уның атаһы Мөхәмәтдин (миңә ҡарттай) һәм Сафуан мулла Яңы Яппар ауылында мәхәлләлә (мәсеттә) мулла булып торғандар. «ҡайсаҡ үҙƒ-ара ҡысҡырышып  ала торғайнылар» тип, хәтерләй ине атайым.Хәйер, мулла мулланы яратамы ни?!Атайымда Сафуан Яҡшығоловтың 3 китабы бар ине. Бер мәл «Ҡыҙыл таң» гәзитендә  Даһи Бабичев ( ул хәҙер юҡ инде) атайымдан уның китаптарын алып китте. Атайым йыйынтыҡтарын кире ҡайтмауына бик ҡайғырҙы. Ошо йыйынтыҡтан унлаған шиғырын яттан белдем.Атайым был баҫмаларҙы әленән әле уҡый ине. С. Яҡшығолов тураһында атайым Мансур Әюповҡа бик күп әйберҙәр һөйләне, был ваҡиға 1967-68 йылдар тирәһе ине. Аҙаҡ Мансур Әйүпов «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫтырҙы. Һеҙ Мансурға хат яҙып ҡарағыҙ, ул  ҙур кеше. Госсекретарь, бәлки хат яҙыр.

Атайым уның тураһында һөйләгәндә, Дим буйына барып бер урында ҡармаҡ та һлмай сәғәттәр б

Былай ағып ҡайҙа барып етәһеҙ?

…Шулай үтә беҙҙең ғәзиз ғүмерҙәр».

  Дим йылғаһына ҡарап,  Сафуан Яҡшығолов ошоларҙы уйлап киләсәкте байҡап , хәтер ептәрен үтеп ултырған булғандыр.

  Илсеғол ауылында Сафуан Яҡшығоловтың исемен мәңгеләштереү буйынса ошондай эштәр башҡарыла.

-С.Яҡшығолов тураһында мәҡәлдәр йыйылаыр юлдары менән биҙәлгән.

Һәр яҙ айында С.Яҡшығолов исеменә милли көрәш ойошторола.

(Был мәҡәләне яҙыусы китапханасы Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова ваҡытында иҫән булған Әхиәр Зарипов, Закуан Төхвәтуллин, Барсын Илекәева, Ғәшиә Махиянова менән күреп, һөйләшеп материалдар тупланы. Материалдар, шәжәрә бер ҡайҙа ла баҫылмаған әле)

  

2016 йылдың 3 июнендә Яңы Яппар ауылында Сафуан Яҡшығоловтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйҙылар, был эште Лариса Абдуллина 2015 йылда башлап ебәргән ине, "Башҡортостан "гәзитендә С. Яҡшығолов тураһында оло мәҡәлә сыҡты,апрель баштарында иҫке ҡәберлектән ауыл халҡы менән ҡәберлеген эҙләп табып, тирә яғын саған ағастарынан таҙартып таҡтаташ ҡуйырға планлаштырып ҡуйғандар,ниһәйәт был көн килеп етте. Миәкә районы Илсеғол ауылынан да кешеләрҙе саҡырҙылар. Ирина Салауат ҡыҙы, Сәһәрйәров Мансур хәҙрәт,Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә- китапханасы барҙылар.

    

                                                                                        Ҡәберлеген эҙләгәндә         

  

                                                                                                                                 

 Үҙем йыйған материалдар менән таныштырҙым.

 

Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. Лариса Абдуллина

«Башҡортостан» гәзите 21-11-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға

Йәмғиәтебеҙгә шундай сифат хас: бер шәхестең ҡаҙаныштарын күтәрә башлаһаҡ, башҡаларҙың барлығын да онотоп ебәрәбеҙ. Ә талантлы, олуғ ижади бейеклектәр яулаған милләттәштәребеҙ бик күп беҙҙең. Ҡайһы быуатты ғына алһаҡ та, башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләгәндәр бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы төрлөсә, әммә шуныһы хаҡ: әгәр кемдер тура юлдан барып, дәүеренә йоғонто яһарға, көнүҙәк һүҙҙе әйтергә теләй, ошо юлды хаҡ сәфәре тип иҫәпләй, ошо инаныстарынан тыш йәшәй алмай икән, уны ҡатмарлы ҡаршылыҡтар, хатта яҡындары тарафынан ҡыйырһытылыуҙар эҙәрлекләгән, замандаш шәхестәр араһында ла ҡабул итмәүселәр етерлек булған. Әммә пәйғәмбәрҙәр туҡмала-туҡмала, таш менән түпәлә-түпәлә үҙ маҡсатына атлаған кеүек, заман һүҙен әйткән, ҡәлептәре асыҡ милләттәштәребеҙ һайлаған юлына, ата-бабалар рухына, халҡы рухиәтенә тоғро.

Шундайҙарҙың береһе хаҡында һөйләгем, яңынан иҫкә алғым килә. Уның аяныслы ла, фәһемле лә тормошо мине лә, XXI быуат кешеһен, ҡайтанан уйға һалды, йөрәкте әрнетте, урыны-урыны менән хатта илатты. Уның хаҡында матбуғатта сығыш яһаған әҙәбиәтсе Суфиян Сафуановҡа, дәүләт эшмәкәре Мансур Әйүповҡа рәхмәт. Тарихтағы аҡ тапты аҙмы-күпме тултырған уларҙың яҙмалары. Әммә был ғына аҙ, минеңсә. Сафуан Яҡшығоловты халыҡҡа ҡайтанан ҡайтарырға кәрәк. Мәҫәлән, Ҡоролтай уңайынан уның исемен яңынан телгә алып китеү үҙебеҙгә ихтирам булыр.

Миәкәлә тыуып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Дәүләкән районында йәшәгән яҡташым Сафуан Яҡшығолов тураһында хәтирәләр, телдән-телгә күскән легендалар күп йәшәй. Уны асылда үҙ инаныстарына тоғро ҡалып ғүмер һөргән, шиғыр менән һөйләшкән сәсән тип хәтерләйҙәр.

Ниҙән хасил рухиәтең?

Бөгөнгөбөҙгә ауаздаш рухи тәғлимәттәр тәҡдим иткән Сафуан Яҡшығоловтың ижади инешенең башында кемдәр тора һуң? XIX быуатты күҙ алдыбыҙға килтерәйек. Ул заманда совет осороноң һулышы килеп инмәгән, халыҡ дин нигеҙҙәренә һыйынған, Ислам рухында йәшәгән, ул кешенең мөмкинлектәрен сикләй тип түгел, аса тип ҡараған, улар иман хаҡында һүҙ алып барған.

Сафуан Яҡшығоловтың ата-бабалары ла башҡорт халҡының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр була. Егет үҙе Шафиҡ Солтанғолов исемле хәлфәлә, аҙаҡ Дәүләкәндәге мәҙрәсәлә белем ала. Әйткәндәй, район үҙәгендә бындай уҡыу йорто булыуы тураһында ла матбуғатта һирәк әйтелә. Бөгөнгө замандаштар был хаҡта белмәй ҙә тиерлек. Халыҡ араһында Дәүләкән педагогия училищеһы тураһында мәғлүмәт киң билдәле, күренекле яугир-яҙыусылар ошо уҡыу йортон тамамлаған. Ә мәҙрәсә төбәктә дини белем биреү ролен үтәгән.

Сафуан Яҡшығоловтың заманының алдынғы шәхесе булыры йәш сағынан уҡ беленә. Ул дин дәрестәре менән бергә донъяуи фәндәрҙе лә өйрәнә: тарих, география, урыҫ теле, Көнсығыш әҙәбиәтен үҙләштерә, төрки донъяһының билдәле ғалимы Исмәғил Ғаспранлының “Тәржеман” гәзите менән танышып бара. Ул, әйтерһең, сарсаған бер юлсы һымаҡ, һәр төрлө сығанаҡтарҙан белем эстәргә тырыша. Аҡмулла Яҡшығоловтың остазы ғына түгел, рухташы ла була. Ҡайһы бер шиғырҙары хатта уның рухында яҙылған, тәү ҡарашҡа авторын билдәләүе лә ауыр төҫлө. Әммә Сафуан Яҡшығоловтың тәү сиратта ғилем эйәһе булыуын иҫкә төшөргәндә, яҙғандарына фәнни нигеҙ, аҡылды егеп, заманға диагноз ҡуйыу хас. “Башҡорт ағаларына хитап” шиғыры остазының фекерен дауам итеүен, шул уҡ ваҡытта халыҡҡа үҙенсәлекле мөрәжәғәтен дә күрһәтә:

Һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт,

Уҡыуға, уҡытыуға ҡыйлығыҙ ғәҙәт.

Уҡыуҙыр донъя-ахирәттә сәғәҙәт,

Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!

 

Һәр тарафта уҡыу кәрәк, ер кәрәк, тип,

Ижтиһад итәләр арып-талып,

Кес кенә ҡырмыҫҡанан үрнәк алып,

Һеҙ ҙә ғафил ҡалмаңыҙ, башҡорттарым!

Тәү ҡарашҡа, Аҡмулланың ауаздары ишетелеп ҡала, шул уҡ ваҡытта шиғыр формаһында рифмаға, ритмға бик буйһоноп бармауы ла салына. Сафуан Яҡшығоловтың тәүге әҫәре ҡайҙа баҫылып сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә төбәктә уның яҙмалары телдән-телгә күсеп, ятланып та, һөйләнеп тә йөрөй. Ә инде 1901 йылда Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа ебәргән хатында тәбрик әҫәрен һалған. Ул Башҡортостан Фәндәр академияһында һаҡлана. Ә инде ваҡытлы матбуғатта тәүге шиғыры иһә данлыҡлы Ғабдулла Туҡай ярҙамы менән “Фекер” гәзитендә 1906 йылда донъя күрә. Икенсе “Яҙ килеүе” шиғыры иһә Ырымбурҙа баҫылып сыға.

Бер-береһенә рухи терәк булып ижад иткән был осор әҙиптәренең яҙмаларына уртаҡ сифаттар хас: халыҡтың һыҙланыуҙары менән яныу, уларҙан сығыу юлын эҙләү, замандаштарҙа иман тәрбиәләү. Әммә Сафуан Яҡшығоловтың әҫәрҙәре ерлекле, тап ошо төбәк, ошо ҡәүемдең ошо дәүерҙәге проблемаларын сағылдырыуы менән айырылып тора. Ул бармаҡтан һыуырып, юҡ-бар нәмәне проблема итеп яҙмаған, донъя, бәндәнең йәшәйеше хаҡында аҡыл һатыу, фәлсәфәгә бирелеү менән баш ватмаған. Уның яҙғандары – заманының хәүефтәре, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән милләти мәсьәләләр. Һәм иң ҡыҙығы: баҡтиһәң, башҡорт халҡының проблемалары XIX быуатта ла шул уҡ булған икән дәбаһа!

“Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ”

Әллә беҙ илтифат итеп бөтмәйбеҙме үҙебеҙҙең “сир”ҙәребеҙгә һәм бөгөн килеп симптомдарҙы юҡ итеү менән булабыҙ, ә “ауырыуҙың” ҡайҙан килеп сығыу этимологияһы менән ҡыҙыҡһынмайбыҙмы? Һаман да шул уҡ тел, ер, эскелек, ғилем мәсьәләләрен сисә алмай яфаланабыҙ. Миҫал итеп Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарынан өҙөк килтерәм.

Бына был көн жаһәләткә баттығыҙ,

Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ.

(“Дим буйы”).

Ер, ер, тип лаф орабыҙ бөгөн дә, баҡтиһәң, ер биләмәләрен законһыҙ бүлеү осраҡтары элек тә булған икән. Халҡыбыҙ вәкилдәре, ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ни ҡыла ала һуң был мәсьәләне хәл итеү өсөн? Улар ҡулынан килгәнен башҡара – ошо төбәкте ташлап китмәйенсә, ата-бабаларынан ҡалған нигеҙҙе һаҡлай, ауылдарын етем итмәй.

Быйыл мартта “РФ-тың Ер кодексына һәм айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында” Федераль закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, илдең һәр гражданы ерле була ала. Белмәйем, беҙҙә был Закондан нисек ҡулланаларҙыр, әммә, әллә хоҡуҡи яҡтан белемебеҙ һаман юҡ сама­һында, шатлыҡлы хәбәрҙәрҙән бигерәк, зарлы тауыштар йышыраҡ ишетелә. Ә бына Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ был Законды дөрөҫ файҙаланып ҡына ҡалмаған, ошо рәүешле боронғо башҡорт ерҙәрен үҙ ҡулына алған, ҡурсалау хәстәрен күргән. Шуныһы ҡыҙыҡ­лы: урындағы етәкселек тә ул ерҙәрҙе төбәк башҡорттарына биреү яғында. Быны Ырымбур өлкәһенә командировкаға барған саҡта шәхси эшҡыуарҙарҙан ишеттем. Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән башҡарылған был эшкә фатиха биреүсе­ләргә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт!

Йәнә лә:

Һәр бер урында тырышалар ер кәрәк, тип,

Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,

Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банк, нотариус тип,

Ер һатырға хәҙерләнеп, башҡорттарым!

(“Башҡорт ағаларына хитап”).

С. Яҡшығоловтың ижадын өйрәнгән С. Сафуанов был хаҡта бына нимә яҙған: “Ул үҙ халҡының яҙмышын беренсе сиратта ер мәсьәләһенә бәйләп яҡтырта. Рәсәй батшалығының колониаль сәйә­сәте, бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Столыпиндың урыҫ капиталистары файҙаһына башҡарылған реформаһы һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының борон-борондан изге милке булып килгән еренән яҙыуын шағир милләттең бөтөүгә табан юл тотоуы тип баһалай”. XX быуатта бына ошо рәүешле фекерләргә һәм эш алып барырға була ине. Бөгөн иһә ергә бәйле яңы закондар булдырылған, яңы дәүер кешеһенең мәсьәләне хәл итеү юлдары ла башҡа. Проблема бар, тип әйтеү генә аҙ, отчет докладтары ла бер ни үҙгәртә алмай, бында тап ауыл хужалығы белгестәренең яңы концепцияларын, яңы ысулдарын ишетеү ҡыҙыҡлы булыр ине. Юғиһә әҙәм ояты ла инде: һаман ер мәсьәләләрен хәл итергә ине, тип һөйләйбеҙ. Ғөмүмән, проблема тураһында түгел, уны нисек, ниндәй юл менән сисергә мөмкин – ана шул хаҡта фекер алышыу файҙалыраҡ бул­маҫмы? Әгәр яңылышһам, әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек.

Башҡорт зыялыһы –

иң ҡыҙыҡлы тема!..

Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,

Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.

Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар,

Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.

(“Башҡорт ағаларына хитап”).

О, был инде – иң ҡыҙыҡлы, иң көнүҙәк тема, минеңсә. Беҙҙең ижад әһелдәре – һәр береһе даһи, һәр береһе мәңгелек мираҫ ҡалдыра. Улар, трибуналарға менеп, халыҡтың рухһыҙлығы, гәзит-журнал тиражының кәмеүе, башҡорт мәктәп­тәренең ябылыуы, туған тел дәрестәренең бөтө­рөлөүе хаҡында йөрәк һыҙланыуҙарын еткерә. Тик әйтегеҙ әле, зинһар өсөн, халыҡты рухһыҙ тип әйтергә беҙҙең ни хаҡыбыҙ бар? Төбәктәрҙә йәшәгән милләтебеҙ вәкилдәре рух һағында тора! Уларҙы гәзит-журналға яҙылмауҙа, китаптары­быҙ­ҙы һатып алмауҙа ғәйепләрҙән алда, зыялы­ларыбыҙҙың почта йәшнигенә, китап кәштәһенә күҙ һалыу ҙа етә. Уҡый беҙҙе йәштәребеҙ ҙә, өлкәндәр ҙә, урта быуын да, тик социаль селтәрҙәрҙә, Интернет сайттарында. Был да – үҙенә күрә заман талабы һәм күренеше, тимәк, ошо юл менән дә рухиәттә зауыҡ тәрбиәләү эшен дауам итергә кәрәктер, моғайын. Ә гәзит алдырмайҙар, башҡорт китаптары һатылмай ята, тип зар иламаһаҡ та була. “Башҡортостан” гәзитенең генә түгел, “Ағиҙел” журналының тиражы өсөн дә зыялылар яуаплы. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙән башлаһаҡ ине үрнәк күрһәтеүҙе. Өлгө алырлыҡ шәхестәребеҙ тураһында баҫмабыҙҙа әленән-әле яҙып торабыҙ. Тик... Был ғына аҙ.

Тираж хаҡында һүҙ сыҡһа, төрлө мәрәкә хәлдәр ҙә булғылай. Мәҫәлән, бер яҙыусыбыҙ нимә ти: “Мәҡәлә ебәреп ҡараным да, баҫманығыҙ бит, ниңә минең яҙмам донъя күрмәгән гәзитте алдырырға тейеш әле мин?” Икенсе миҫал: “Телефондан бер хеҙмәткәрегеҙ һорауыма аныҡ ҡына яуап бирмәне лә, хәтерем ҡалды, гәзитегеҙгә яҙылмайым, үҙегеҙгә булһын “Башҡорт­остан”ығыҙ!” Ярай, үҙебеҙгә булһын һуң!

Өсөнсө миҫал: “Шул-шул шағирҙың шиғырҙарын баҫтырҙығыҙ. Уның яҙғанын сығарып ултырған гәзит миңә нимәгә? Кимәлегеҙ хаҡында әйтер инем инде!..” Беткә үс итеп, тун яғыу була түгелме һуң, йәмәғәт?! Хәйер, Сафуан Яҡшығолов теге быуат башында уҡ был хаҡта иҫкәрткән дә бит. Тик зыялыларыбыҙҙың тарҡаулығы, иҫкесә форматта фекерләүе бөгөн дә беҙҙең дөйөм тирмәндең эшен тотҡарлай. Зыялы һүҙе әллә зыянлы менән бер тамырҙанмы икән, тип уйлап ҡуяһың. Ошо юлдар ҙа сәнғәт хаҡында кинәйә түгелме һуң:

Һөнәр, сәнәғәт, ғилемдән бары биҙеп,

Йөрөнөләр ҡоро сәхрәлә гиҙеп.

Әй, ҡурай! Лаф ораһың юҡты һөйләп,

Борон йоҡлатып үҙең, моңло көйләп.

(“Ҡурайға ҡаршы”).

Емермәйсә лә төҙөп

булмаймы икән?

Тыуған яҡтарымда булған бер хәл тураһында һөйләгем килә. Заманында Асылыкүл буйында ла таш ҡәберлектәр булған. Хатта Заятүләк менән Һыуһылыуҙың ятҡан ере лә (Балҡантауҙа, имеш) билдәле булған. Әммә заманалар менән бергә ҡәберлектәргә, ата-бабаларҙың яҡты хәтеренә мөнәсәбәт тә үҙгәргән. Киров бүлексәһе тигән 20-30 йортло ҡатнаш халыҡлы бер ауылды үтеп китәбеҙ тыуған яҡҡа ҡайтҡанда. Ул совет осоронда барлыҡҡа килгән. Был дәүерҙә халыҡты аң-белемгә әйҙәүҙә ҙур эштәр атҡарылғанын беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта күпме таш йорт, боронғо ҡәберлек юҡҡа сығарылған, уларҙағы бай мәғлүмәт тупланған кәшәнәләр емерелгән! Ошо Киров бүлексәһендәге ҡайһы бер кешеләр йорт нигеҙе итеп зыяраттан таш ташыған, имеш. Булыуы ла бик ихтимал. Ул кешеләр өсөн ошо ерҙә яралған эпостың баһаһы ла юҡ (данлыҡлы “Заятүләк менән Һыуһылыу” тап ошо ерҙә тыуған бит!), етмәһә, ситтән килгәндәрҙең ошо яҡта тыуған кеше ҡәберенә әллә ни әһәмиәт бирмәүе лә ихтимал? Нисек кенә булмаһын, боронғо архитектура ҡомартҡылары, ҡәберлектәр беҙгә тиклем йәшәгәндәр хаҡында бик күп мәғлүмәт һаҡлай. Аяҡ аҫтыбыҙҙағы Өфө-2 ҡаласығы тураһында мәшһүр археологыбыҙ Нияз Мәжитов нисәмә йыл саң ҡаҡты. Ағайыбыҙ уны юғалтмау өсөн бик күп дәлилдәр менән, табылған ҡомартҡылар нигеҙендә ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторҙо, республика етәкселеге иғтибарын ошо мәсьәләгә йүнәлтте. Бындай күренештәр тураһында Сафуан Яҡшығолов бер быуат элек бына нимә тип оран һалып ҡалдырған:

Фундаментҡа, тупһаларға ташыбыҙҙы алалар,

Шуға беҙҙең рухыбыҙ, рәнйей һеҙгә, әй, балалар!

Ҡалдырҙыҡ ер һеҙгә, йөрөһөндәр тиеп, рәхәт йәшәп,

Һеҙ ни яуаптар бирерһеҙ,бабаңыҙ ҡәберен ашап.

(“Башҡорттарҙың боронғо ҡәберстанынан бер сада”).

Уйланырлыҡ урын бар ғына түгел, һаман шул бер үк тырмалар һәм шул уҡ ҡәүем балалары уға баҫа. Бәлки, был беҙҙең милли сифаттыр?

Бөтә өмөт – йәштәрҙә

Һәр дәүер тап үҙенең йәштәренә, киләһе быуынға ҙур өмөт бағлай. Уларҙан көтә халыҡты алға әйҙәр фекерҙе, яңылыҡты. Сафуан Яҡшы­ғолов та шундай уҡ мөрәжәғәт ташлай милләттең үҫентеләренә:

Баҡыңыҙҙар! Иҫке тормош бик күңелһеҙ,

Милләтемеҙ организмы ҡалмыш хәлһеҙ.

Шул хәлһеҙлек ауырыуының дауаһыны,

Әй, йәштәр! Был көндән үк эҙләгеҙ һеҙ.

(“Йәшлек дәрте”).

Фекер башы йәнә зыялыларға барып төртөлә. Уларҙан йыш ҡына “йәштәр рухһыҙ, киләсәктәре юҡ, хәстәрһеҙ, уйһыҙ быуын үҫеп килә” тигән кеүегерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Эйе, ундайҙары ла барҙыр, боронғо дәүерҙәрҙән алып йәштәргә зарланғандар, сөнки йәшлек – үҙе үк дыуамаллыҡ, ҡылыс болғау, ҡабыныуҙар, һүре­леүҙәр, төңөлөүҙәр, яңынан ихтилалға күтәре­лергә әҙер булған осор. Күптәребеҙҙең был мәле оҡшаш хатта. Әммә шул уҡ ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе донъяның алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙы, Лениндың “кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән цитатаһына ярашлы, милли кадрҙарҙы төрлө өлкәләрҙә үҫтереүҙе, алмаштың белем кимәлен һәм даими тулыланып торған белгестәр батманын кем хәстәрләргә тейеш һуң? Быныһы инде – өлкәндәр һәм урта быуын иңенә төшкән изге бурыс. Сафуан Яҡшығолов та беҙгә мираҫ итеп ошо хаҡта әйтеп ҡалдырған булған да бит, әммә беҙҙең йыйындарыбыҙҙың күбеһе бер-беребеҙҙе маҡтап, миҙал, грамота таратып үтеп китә. Конкрет ошо йыл, көн, проблема хаҡында аныҡ сығыштар, һорауҙарға теүәл яуаптар талап итә заман. Тәү сиратта йәштәребеҙҙең белемен, эшле булыуын хәстәрләүҙән башланырға тейеш түгелме икән беҙҙең рухи мәжлестәр?

Сафуан Яҡшығолов та капитализм нығынған, Рәсәйҙә киңерәк йәйелә барған осорҙа башҡорт­тарҙың милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуы, башҡалар менән бер тиң үҫешкә өлгәшеүе юлын иң тәүҙә уҡыуҙа, аң-белем алыуҙа, мәғрифәт­селеккә ынтылыуҙа, донъя мәҙәниәтен үҙләш­тереүҙә күрә. “Замандаш, бөгөн нисәнсе быуат ул?” – тип һорағым килә хатта үҙемдән.

“Сирек быуатлыҡ үҙгәреш”

Тап ошолай атала Сафуан Яҡшығоловтың бер шиғыры. Әҫәрҙә яттар баҫып алған Этҡол ауылы хаҡында һүҙ бара, тимер юл үткәрелеү сәбәпле, унда тормоштоң тотошлайы менән үҙгәреүе хаҡында бәйән ителә. Әйткәндәй, Дәүләкәндең элекке атамаһы ла – Этҡол. Юҡҡа ғына мәҡәләнең аҙағына ҡалдырманым был әҫәр хаҡында һүҙҙе. Беренсенән, ул һүҙ рәссамы С. Яҡшығоловты замана йырсыһы итеп күрһәтһә, икенсенән, Яңы Яппарҙа йәшәп, ошо Этҡол ауылына йөрөп ғүмеренең һуңғы көндәренә табан атлай шәхес. Уның ошо йылдарҙа күргән михнәттәре хаҡында халыҡ араһында бөгөн дә илатырлыҡ тарихтар һөйләнелә.

Яңылыҡты, яҡты идеяларҙы алға һөргән мулланы совет власы бөтөнләй танымай ғына түгел, төрлө ялыу менән яфалай, кешелек сифаттарынан көлә. “1917 Октябрь инҡилабының байрамы мөнәсәбәте илә” шиғырының исеме генә лә уның рухи шатлығы тураһында һөйләп торһа ла, 25 йәшендә мәҙрәсә тамамлап, балаларға донъяуи фәндәрҙән дә белем биргән муллаға урындағы власть вәкилдәре көн күрһәтмәй. Әҫәрҙәре баҫылмай. Өйөнә етем балалар алып тәрбиәләгән дин әһелен махсус рәүештә эскелектә ғәйепләп, ҡулынан муллалыҡ указын да тартып алалар. Шул килеш тә ул үҙенең инаныстарынан баш тартмай, киреһенсә, Аллаһ Тәғәләнең берлеген һәм барлығын таныу менән бергә, халыҡҡа яңы заманды

 

Сафуан Яҡшығоловтың был китаптары Өфөләге Зәки Вәлиди исемендәге китапханала архивта һаҡлана.

 

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz