Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 57
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
ruzimaminnullovna, guzelbulatova85

....

.Нарыҫтау ауылы.Яуҙа һәләк булғандар:               

                                                1. Абулгатин Хаким Абулгатович.                              1896 г.р., погиб 16. 10. 42., похоронен в Орловской обл.

 2. Алимгулов Султан Алимгулович.                           1897 г.р., пропал без вести в июне 1943 г.

  3. Алимгулов Шарафулла Габсалямович.                  1911 г.р., пропал без вести в декабре 1943 г.

  1.                              .  4. Багаутдинов Байгузар Минигузинович.                 1903 г.р., пропал без вести в декабре 1943 года.
  2.                         .5. Багаутдинов Ягафар  Салагович.                             1922 г.р., пропал без вести в мае 1942 г.
  3.                       .6. Булатов Булат Киньябулотович.                             1904 г.р., пропал без вести в 1943 года.
  4.                7.Булатов Мининур Киньябулатович.                        1911 г.р., пропал без вести в 1941 г.
  5. .               8. Газизов Шакир Газизович.                                      1900 г.р., пропал без вести в 1943 г.
  6.                          .9. Гайнанов Байтимер Минегареевич.                       1911 г.р., пропал без вести в ноябре 1942
  7. 10. Галиев Муллагали Миниярович.                          1906 г.р., погиб.
  8.                           11. Зиянгиров Галлямутдин Зиянгирович.                1887 г.р., пропал без вести в августе 1942 г.
  9.                                                              12. Минияров Минебай Миниярович.                       1908 г.р., погиб 26. 01. 43 г., похоронен: Орловская обл.
  10. 13. Минияров Габит Асфандияров.                            1913 г.р., погиб 22. 06. 41 г.
  11. 14. Мурзин Зинатулла Минемурзинович.                 1908 г.р., погиб в 1941 г.
  12.                                       15.Мухаметзянов           Гильман Ахметзянович.               1925 г.р., пропал без вести в декабре 1942 г.
  13.                                      16.Мухаметзянов Муллаян Ахметзянович.               1914 г.р., погиб 12.10.44 г., похоронен: Латвийская ССР.
  14. 17. Мухмингулов Минияр Газизович.                        1924 г.р., пропал без вести 12. 08. 43. г.
  15. 18. Мухмингулин Шакур Газизович.                          1907 г.р., пропал без вести в 1941 году.
  16. 19. Нургиев Хабиахмет Нуриевич.                             1913 г.р., пропал без вести а августе  1942 года.
  17. 20. Расаев Сагитьян Габсалямович.                            1918 г.р., пропал без вести в декабре 1941 г.
  18. 21. Рахимкулов Мазит Газизович.                              1918 г.р., пропал без вести в январе 1944 г.
  19.                                        22. Рахимкулов Мирас Газизович.                              1902 г.р., погиб 12.03.43 г.,похоронен :Орловская обл.
  20. 23. Рахимкулов Мухаметзян Рахимкулович.             1898 г.р., пропал без вести в октябре 1942 г.
  21.                        24. Садыков Ахмадулла Зиннатович.                        1917 г.р., умер от ран  23.10.43., похоронен Смоленская обл.
  22. 25. Садыков Муллагали Садыкович.                         1891 г.р., пропал без вести в марте 1942 г.
  23.            26. Садыков Расих Мухамадиевич.                            1925 г.р., погиб 01.02.45 г. похор.: Германия, Штейнау.
  24.             27.Туганов Самирхан Киньябузович.                        1924 г.р., погиб 09.03.44 г., похоронен: Калининская обл.
  25. 28.Фазлиахметов Хазиахмет Фазлиахметович.       1901 г.р., пропал без вести в феврале 1943 г
  26. 29.Фаритов Кильябай Фаритович.                            1920 г.р., погиб 23.10.43 г.
  27. 30. Хазиев Вали Муллагалиевич.                   1925 г.р., погиб 03.09.44 г.,похоронен: Харьковская обл.
  28. 31. Хазиев Хабиахмет Хазиевич.                             1904 г.р., пропал без вести в мае 1943 г.
  29. 32.Хасанов Кутлыбай Хасанович.                            1896 г.р.,пропал без вести в июне 1943 г.
  30. 33. Хасанов Мустафа Хасанович.                             1908 г.р., пропал без вести в декабре 1942 г.
  31. 34. Хисамутдинов Хайретдин Хисаметдинович.     1915 г.р., погиб 23.03.42 г. похор.: Калининская обл.
  32. 35. Хисамутдинов Шамсутдин Хсамутдинович.    1911 г.р., погиб 24.08.42., похор.: Калининская обл.
  33. 36. Хисматуллин Зиннат Гатаулович.                      1916 г.р., погиб 13.06.43 г., похор.: Ленинградская обл.
  34. 37. Шайхутдинов Низам Шайхутдинович.             1905 г.р., пропал без вести в декабре 1943 г.
  35. 38. Шайхутдинов Хабир Шайхутдинович.             1911г.р., погиб в 1941 г.
  36. 39. Шарипов Хуснулла Шафикович.                       1914 г.р., пропал без вести в декабре 1943 г.
  37. 40.Шарипов Шакир Шафикович.                             1911 г.р., погиб 15.10.43 г., похоронен: Запорожская обл.
  38. 41. Шаяхметов Тимерша Мирасович.                     1925 г.р., умер от ран 30.04.45 г., похор.: Германия, м. Гарден.
  39. 42. Юзлибаев Татлыбулат Юзлибаевич.                 1915 г.р., погиб 26.04.45 г.
  40. 43. Юргин Бахтигарей Ахметгареевич.                   1913 г.р., пропал без вести в апреле 1945 года.

Аллағуатов Рәис Әхмәтвәли улы,1924 йылда Нарыҫтау ауылында тыуған, сержант, 1945 йылда һуғыштан ҡайта.

 Ошо ветеран үлер алдынан үҙе тураһында, һуғышта ҡатнашыуы тураһында яҙып ҡалдыра. Ғаилә ағзалары беҙгә кәрәкмәй тип, китапханала эшләүсе Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙына бирәләр.Ул Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына һеҙҙең иғтибарға яҙа.

“Мин һеҙгә үҙемдең тормош юлым, йә булмаһа Ватан һуғышында ҡатнашыуым тураһында һөйләп китмәксе булам...Шулай итеп, немец фетнәселәре бер төрлө иҫкәртеүһеҙ беҙҙең илгә 1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башлап ебәрҙе.Шул уҡ көндән башлап илдә үҙ совет илен һаҡлап ҡалыу өсөн өлкән ағайҙарҙы армия сафына мобилизациялау башланды, олораҡ йәштәгеләрҙе трудовой хеҙмәткә, икенсе төрлө әйткәндә, тылда эшләү, заводтарҙа һәм башҡа төр производстволарға йыйып алды, беҙгә лә сират килеп етте. 17 йәшебеҙ тулып бөтмәһәктә 1942 йылдың 23 авгусында армия сафына алдылар. Нарыҫтау ауылынан киткәндә беҙ 3 егет: Мансур Фәзлиәхмәтов, Сәмерхан Тугановтар армияға бергә киттек. Армияға алынғас, Ульяновск өлкәһенең Мелекесно ҡалаһында 1942 йылдың август айынан алып 1943 йылдың ғинуарына тиклем(5 ай) стрелковый полкта командирҙар курсында укыныҡ һәм оло сержант исемен алғас, һуғышҡа оҙаттылар.

336- сы стрелковый полкка барҙыҡ һәм бүлек командиры булып 1943 йылдың ғинуарынан июнгә тиклем  хеҙмәт иттем. 1943 йылдың 10-11 июнь көнө беҙҙең совет армияһы Орлов-Курск дугаһында беренсе мәртәбә ҡаты һөжүм башланы, шул ваҡытта беҙҙекеләр эре-эре немецтарҙы пленға алдылар.Немецтар шул тиклем кәүҙәгә һонторҙар, беҙ улар янында бәләкәйҙәр, күргәс аптырап ҡалдыҡ. Мансур дуҫым менән һөйләшеп барабыҙ, беҙ бер взводта инек. “Бындай ҙур немецтар менән нисек һуғышырбыҙ икән, тип”. Баҡһаң, һуғышыу эше көстә генә түгел, ә оҫталыҡта, үҙеңә бирелгән ҡорал менән эш итеүҙә, ҡурҡмауҙа тора икән.Һуғыш линияһына кереү нәҡ һыу ингән ваҡытта сирҡансыҡ алған кеүек була икән ул. Шулай итеп аҙна үтеп китте. Көндә 2-3 ауылды ала башланыҡ. Немецтар артҡа сигенгән ваҡытта вәхшиҙәрсә ҡыланып, ауылдарҙы яндырып киттеләр, халыҡтарын үлтерҙеләр,күптәрен үҙҙәре менән ҡыуып алып киттеләр, хатты малдарын да ҡалдырманылар.16 июнь көндө яуҙа яраланып үҙебеҙҙең санчастә 1 ай яттым.Унан һуң 121 гвардейский стрелковый полкта бүлек командиры булып, 1943 йылдың ноябренә тиклем һуғыш һыҙығында булып, Курск, Гомель, Орел  һәм башҡа бәләкәй ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ҡотҡарҙыҡ. Шул ваҡытта күп кенә йылғаларҙы форсировать итергә тура килде. Бер төндө Белоруссияла Сож йылғаһын үтергә тура килде . Унда күпер ҙә юҡ, баҫма ла юҡ. Таҡтанан яһалған 1.5*2.5 киңлегендәге аҫма күперҙән бер-бер артлы үттек( ул йылғаның киңлеге*500-600м булғандыр). 1943 йылдың 22 ноябрь көнө уң беләгем яраланды һәм госпиталдә ятырға тура килде. Төҙәлеп сыҡҡас, 18 стрелковый полкта булдым.

 Беҙҙең ғәскәр 8-се тапҡыр һөжүмгә барҙы. Немецтар был ваҡытта дейеү пәрейенән ҡасҡан кеүек ҡасалар ине. Польша еренә лә килеп еттек һәм бер һөжүмдә Днепр йылғаһын кисеп сығырға тура килде. Тик немецтарҙы ҡыуабыҙ, көнөнә 60-70 км ер үтәбеҙ. Немецтар һаман этләшә, бер иҫән ауыл ҡалдырмайҙар, улар урынына ҡара кирбес, стена, бағаналар ғына тороп ҡала.

1944 йылдың 13 ғинуар көндө уң аяҡ яраланды,төҙәлгәнсе  4 ай ваҡыт үтеп китте.

Иң һуңғы мәртәбә 336 стрелковая дивизияла барҙым.1945 йылдың ғинуар айында наступательная операция башланды. Шунда юлбашсыбыҙ иптәш Сталиндың бөтә булған совет ғәскәрҙәренә һәм тылда эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә үтенесле һорау хатыменән мөрәжәғәт итте. Шул хатты уҡығандан һуң, бөтә һалдаттар уҡып, үкһеп илаштыҡ, бер-беребеҙ менән ҡосаҡлаштыҡ. Был инде беҙгә шатлыҡ ине, сөнки унда төрлө яҡлап та немецтарҙы үҙ ерҙәренә кире ҡыуа инек.

Һуңғы алышта 1945 йылдың 23 ғинуар айында тағы яраландым.Тамбов тигән ҡалала госпитальдә яттым. Ошо яранан һуң мин башҡа һуғышҡа кермәнем. Тамбовта офицерҙар әҙерләй торған училищелә уҡыным. 1945 йылдың октябрь айында тыуған илемә ҡайттым.(автор өҫтәп яҙҙы) (В Тамбове)К началу 1944-1945 учебного года все штатные должности преподавателей, офицеров-воспитателей и их помощников - сержантов и старшин сверхсрочной службы - были заполнены. В октябре стабилизировался и контингент воспитанников. Всего было образовано пять рот по четыре учебных отделения в каждой. В отделениях в среднем было по 25 ребят. За каждым отделением закреплялся помощник офицера-воспитателя, хозяйственными делами заведовал старшина-каптенармус. 

         “ Бына, балалар, һеҙгә беҙҙең кеүек бүтәнсә бындай һуғыштарҙы күрергә яҙмаһын .  Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк. Минең теләгем шул: ҙур булып үҫегеҙ, ата-әсәгеҙҙе тыңлағыҙ һәм яҡшы уҡып,                           совет иленең алдынғы батыр улдары һәм ҡыҙҙары булығыҙ!”

       В составе 4870-го стрелкового полка с VIII-1942 по 23/VIII-1943г.

Ранен 23VIII-1943г. Рядовой

Дилмөхәмәтов Биктимер Бикмөхәмәт улы.( ҡасандыр эҙәрмәндәр үҙенең һөйләүенән яҙып алынған)

1942 йылдың 29 авгусында Өфөнән сығып киттек. Владивостоктан 50 км радио маяҡта объекттар ҡарауылланыҡ. Унда бер ҡыш булғас 1943 йылдың июлендә поезд менән Ленинградҡа ебәрелдек, Ладога күлен пароход менән сыҡтыҡ, Ленинградтан Синево йүнәлеше буйынса Эстонияға киттек. 24 августа яңылыш минаға баҫтым. Ярты үлек кеүек ятам, эргәмә 2 немец һалдаты килеп һул ҡулымдың пульсын ҡапшап ҡарай, йәнәһе үлгәнемде тикшерәләр. Әйләнеп китеп барғандарында плащ палатка аҫтынан автоматымды алып бар көсөмдө туплап атып ебәрҙем, уң ҡулымда, уң аяғымда ныҡ яраланғайны. Ҡайҙандыр 5 разведчикта килеп сыҡты, мине санротаға оҙаттылар, бер нисә көн үткәс, Ленинградҡа оҙаттылар.1 ай Ленинградта дауаланып яттым. Ҡалаға ла немецтар туҡтауһыҙ аталар,7-8 ҡатлы йорттар емерелеп төшә, көнөнә 14 меңләп кеше үлеүен ишетәбеҙ, һуңынын Омскигә килтерҙеләр, унда 6 ай дауаландым. 1943 йылдың 10 декабрендә ауылға ҡайтарҙылар. Шулай итеп һуғышта йыл ярым ғына булырға тура килде, уның да 7 айы госпитальдә. 1944 йылдан алып .ғүмерем техникаға бәйләнде .

 

 

Гималетдинов Гәрәй Сахипгареевич,1924 г.р, рядовой,демобилизован в 1945г.

1943 йылда 10 май көнө Аҙнабай ? менән Алкиноға хәрби техниканы өйрәнеу өсөн 3 аҙнаға уҡыуға ебәрәләр. Уҡыуҙан һуң Воронеж өлкәһенә, һуңынан Сталинғаса баралар. Һул ҡулына пуля эләгеп яралана. Әбеш егете Рафиҡ Шәйхетдинов менән  6  ай бергә булалар. Госпитальдә 2,5 ай дауаланғас, Ҡрымға ебәрәләр. 5 ай оборонала булдылар. Сивашты форсировать иткәндә ҡатнаша. 1 майҙа Севастополь ҡалаһын дошмандарҙан ҡыуалар. Яралана. Бахчисарай госпиталендә 1,5 ай дауалана. Севастопольдән пароходта Херсонға сығаралар. Молдовия, Румыния ерҙәренән үттеләр. Венгрияла башы яралана.(яра эҙҙәре әле булһа беленә),2 ай чихер-вихербар госпиталендә ята. Праганы, Будапешты  азат итеүҙә ҡатнаша. Эльбаны сығып Чехословакияла 12 майҙа Америка, Англия һалдаттары менән осрашалар. Хәрби юлы Эльба йылғаһын  үтеп туҡтаны

 Минияров Миннигул Минниярович

“1936-1937 йылда хеҙмәткә алынып, 4 йылдан ҡайтырға әҙерләнгәндә, һуғыш башланып китте. Украина йүнәлеше буйынса һуғышта ҡатнаштым. Харьков янында яраландым, ботомдағы ярсыҡты Украинна янындағы бер госпитальдә наркоз менән алдылар. Госпитальдә 2 ай ятҡас Украина сигенә ебәрҙеләр, унда 1 йыл хеҙмәт иттем, Варшаваға яҡын ерҙә 1 йылдан ашыу пленда булдым (ҡасып ҡараныҡ, эт менән тоттолар).Һуңынан 40 кеше тағы ҡастыҡ. Плендағы тормошҡа организмым таҙа булыуы, тәмәке тартмауым арҡаһында сыҙаным. Ауылыма 1946 йылда май айында ҡайттым. Һөйәккә тейгән ярсыҡ урыны 35 йыл үтһә лә һыҙлай”

Садыҡов Мөхәмәдиәр  Янгирович

1943 йылдан коммунист. 1900 йылғы. 1919 йылдан Юденичҡа ҡаршы башҡорт полкы менән һуғышта булдым. 1942 йылда июнь айында Воронеж,Орлов  өлкәһендә, 1943 йылдың 25 ғинуарынан Бикалово, Понариҙа оборонала булдым. 1943 йылда Курск-Дуга алышында булып “ За отвагу”, 1943 йылда Днепрҙы форсировать иткәндә “Отечественная война 2 степени” ордены менән наградландым. Весланы форсировать иткәндә “Красная Звезда” ордены менән буләкләндем. Польша, Чехославакия, Украина, Белоруссия фронттарында булдым( 1 тапҡыр контузия алдым).

  Рәхимғолов Хәмит Газизович(1925г.р.)

Второй Украинский фронт

В составе 66-го стрелкового полка

Ранен29/IX 1943г.

Рядовой

1943 йылда һуғышҡа китә. Оренбургтан Троицкиға хәтлем баралар. Учениелә йәшәү ауыр, ашау насар. 1 пирожки 30 һум тора. 9 айҙан фронтҡа Ворошиловградҡа китә.Мина төшөп окоптан ырғыта, яра уң ҡул башында ,санчастә операция яһайҙар, унан Кавказға ебәрәләр, 1944 йылдың апрелендә һуғыштан ҡайтаралар.

 Хазиев Мәҡсүт Хажи улы,1916 йылғы,оло сержант,1946 йылда ҡайта.

 Галиев Валиулла Миннияр улы,1918г.р, рядовой, уволен в 1943 г

    Вагапов Тамербек Вагапович,1924 йылғы,рядовой,1947 йылда ҡайта.

II Белорусский фронт с VI-1943 по 9/V г Рядовой, демобилизован в 1947 году

  Зиянгиров Салахетдин Галлямутдинович,1924 г.р,рядовой,уволен в 1944г.

 

                                  Шәрипов Рәхмәтулла Шафиҡ улы- пулеметчик,1906 йылғы,рядовой, 1946 йылда ҡайта.

“-Һуғыш башланып ярты йыл үткәс,нарыҫтау ауылынан 34 егет Демаға 3 айлыҡ учениегә киттек, һуңынан Воронеж йүнәлеше буйынса һуғышҡа оҙаттылар. Воронеж тирәһендә ҡаты алыштарҙың береһендә һул ҡулым яраланды, ҡаты контузия алдым. Воронежға яҡын бер госпитальдә 1 ай ярым дауаланып, тағы һуғышҡа киттем. Сәләмәтлегем насарланып өлгөргәйне...

Мин тағы һуғышҡа алындым. Юлым тағы Воронеж йүнәлеше ине. 3 миҙалға лайыҡ булдым.(миңә 40 йәштәр ине.)һуғыш юлында гел ҡул пулеметы менән эш иттем. Төрлөһөн күрергә тура килде.

 Шулай итеп, 36 егеттән ауылға 6 ғына кеше әйләнеп ҡайттыҡ. Булатов Булат, Садыҡов Мөхәмәтғәле, Минияров Ғиззәт, Кинйәбулатов Минулла һәм мин. Хәҙер миңә 75 йәш”.

  Хасанов Ғафурбай Муллабаевич,1914г.р,рядовой. уволен в 1943г

 Хисамутдинов Шамсутдин Хисамутдинович, 1911г.р

339 стрелковый полк, !!! стрелковая дивизия,рядовой, погиб 24.08.42г.,похоронен Калининская обл., Ржевский р-н, д. Скворцово

 Рахимкулов Гилемзян Мухаматьянович,1922г.р,,рядовой, демобилизован в 1946году

  Туганов Әхмәҙулла

  Фазлиахметов Хажиахмет Фазлиахметович,1901 г.р..сержант, пропал без вести в феврале 1943г.

  Шаяхметов Тимерша Мирасович.1925 г.р, умер от ран 30.04.45г., похоронен Германия,м. Гарден

 Идрисов Миннур Миннебаевич,1918г.р, сержант, демобилизован в 1945г

 Фазлиахметов Мансур Фазлиахметович,1918 г.р., рядовой, демобилизованв 1945 г.

 Рахимгулов Мирас Рахимкулович,1902 г.р, наводчик,погиб 12.0343г.,похоронен Орловская обл. Комарический р-н,,д. Литиж

 

  Зарипов  Гариф Зарифович, 1918 г.р рядовой, демобилизован в1945г

Сәләмов Әхмәт Әбсәләм улы,1896 йылгы,рядовой,1947 йылда ҡайта

 

 

 

 

 

                                                               

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz