Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 57
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
miyakinovo-karamal, milya_19_84

Миәкә районынан: яуға киттеләр-11652

   һәләк булдылар-4420

Илсеғол ауылынан яуға китте -100         һәләк булды-57

Нарыҫтау ауылынан яуға китте-76          һәләк булды-42

Яңы Илсеғолдан -30                              һәләк булды-17

Сергеевканан яуға китте-87                   һәләк булды-44

..  уңдан һулға:( ултыралар)Алимгулов Әбделнәғим,Ситдыҡов Минеғәлим,Ниғмәтуллин Ғәйнулла,(2 рәттә)Сергеевка ауылынан...,Ғүмәров Иҙрис, Ғүмәров Ибраһим,Ғәфурбай Хасанов(артҡы рәттә)Мөхәмәтйәнов Сәлимйән,Ғәлиев Вәлиулла, Ғәлләмоә Хәйҙәр,Вәлиев Мөхәмәт?

1984 йыл.

1992 йыл

1987 йыл. Һулдан уңға: парторг Хәбәбуллин Марат Гәзиз улы,Әлимғолов Әбделнәғим, Шарипов?, Зарипов Харис, Ғүмәров Иҙрис?,?,Рәхимғолов Хәмит,Куликов А.В,Ниғмәтуллин Ғәйнулла. Ултыралар:Ғиззәтбаныу Тимерғәлиева, Минзифа Арсланова,Ғилминиса ?,Шәмсинур Яҡупова,Сафия Ниғмәтуллина.

 ветерандар: Мөхәмәтйәнов Марҙан, Фәзлиәхмәтов Мәғәфүр, Ниғмәтуллин Ғәйнулла, Заһитов Хәлиулла, Рәхимғолов Хәмит

1946 йыл

«Илсеғолдар бармы-ы-ы?”

Оло йәштәге кешеләр Илсеғол ауылы кешеләрен күрһә, йә булмаһа Илсеғол автобусына инер алдынан Илсеғолдар бармы, тип шаярып- көлөп, хәл белешеп ултыралар. Ниңә улай итеп һорайҙар икән тиһәң, уның үҙенә күрә тарихы ла бар икән.

...70 йыл элек. Һуғыш ваҡыты. Полк полктар менән осраша, поездан төшәләр, тирә-яҡҡа ҡарайҙар, шау-шыу. Шул ваҡыт бер полктың һалдаты Илсеғол егете Ғүмәров Иҙрис Исмәғил улы(1908) юрый ғына Илсеғолдар бармы-ы-ы, тип ҡысҡырып ебәрә.( һәр тура килгән ерҙә ҡысҡырып һорап йөрөгәндер инде ул) Икенсе яҡтан, ба-а ар тигән тауыш килә. Шатлығынан ҡолап китә яҙа,  Илсеғол ауылы егете Турйәнов Кинйәбуҙ Турйән улы(1912), ауылдашын осрата.

 Икеһе лә һуғыштан һуң иҫән- һау ҡайта, ләкин ошо ике һүҙ ғүмер буйы лаҡап булып йәшәп килә.

                                               (лаҡап- көлкөлө хәбәр, көләмәс)

 Иликеев Ахун Фәрит улы,1915 йылғы, рядовой,08.05.42 йылда үлә.Смоленск өлкәһендә Платушино ауылында ерләнә.Ахун Фәрит улы һуғышҡа тиклем хеҙмәткә алына., Ауылдан ауылдашы Рәхимов Вәли менән бергә китәләр. Илсеғол ауылына иң беренсе үлем хәбәре Илекеев Ахун Фәрит улына килә. Үлем хәбәре килер алдынан бер көн элек һуңғы хаты килә. Хаттан ҡыҫҡаса өҙөк( кағыҙы бысраҡ, ҡанға буялған була):"Был хатты мәктәп кәрнизенә ултырып яҙам, яҡында ғына немецтар тауышы ишетелә.Ҡайта алмаһам, бәхил булығыҙ."  Бөтә ауыл иланы, әсәһе Фәүзиә тәүге ҡайғыны күтәрә. Был юлдарҙы Барсын апай Илекеева хәтерләп һөйләне.

 Бессмертный полк.

 2016 йыл. Һуғыш бөткәнгә 71 йыл.

Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иттеләр:

  1. Әхмәтов Шәрәфетдин Минеәхмәт улы.(1904-1941)
  2. Әхмәтгәрәев Ғариф Әхмәтгәрәй улы1908-1942)
  3. Гайсин Ғәли Ғайса улы(1907-
  4. Илекәев Солтан Сәйетгәрәй улы(1944-2003)
  5. Мөхәмәтйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (1914-)
  6. Солтанов Сәфәрғәли Солтан улы (1903-)
  7. Сәһәрйәров Гирфан Сәлмән улы(1911-)
  8. Фәзлиәхмәтов Хәжиәхмәт Фәзлиәхмәт улы (1901-1943)
  9. Хисмәтуллин Мөхәмәйән Хисмәт улы(1901-1943)
  10. Шәйхетдинов Низам Шәйхетдин улы(1905-1943)
  11. Шарипов Шәкир Шафиҡ улы(1911-1943)
  12. Шәрипов Хөснулла Шафиҡ улы(1914-1943)

   13.Минияров Ғиззәтулла Шәйхетдин улы

    14Файзуллин Хайрулла Гилман улы

72 йылдан һуң ғына белделәр

  "Тов. Файзуллин  в период боевых действий полка проявил себя стойким, смелым бойцом, незнающего страха перед врагом. Тов. Файзуллин  переправлялся на правый берег Днепра одним из первых в эскадроне.Установив ПТР тов. Файзуллин  из своего ружья открыл огонь пулеметным танкам противника. За день 28 сентября Тов. Файзуллиным был выведен из строя 2 ст.пулемета и поджог одну автомашину противника, причем истребил 2-х гитлеролвца и одного взял в плен" Подпись Кусимова

            Солтан Илекәев- кавалерист.

  Илсеғол ауылынан һуғышҡа 367 кеше китеп,шуларҙың 200 кешеһе генә иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Солтан Илекәев һуғыш башланғас та башҡорт атлы дивизияһына эләгеүенә шатланып бөтә алмай.Башҡорт атлы дивизияһына Илсеғолдан ғына 150-ләп ат ебәрелә.Илсеғолдоң күрке булған “ Керчь”ҡушаматлы ат та һуғышҡа оҙатыла.Дивизияла тәүҙә Солтан Илекәев ат ҡараусы булып хеҙмәт итә.”Һәр саҡ Керчь янына килеп,уны һыйпап,яратып китә торғайным”,-тип хәтерләй ине ул.Керчь - командир аты булған.Уны менеп йөрөгән майор Фәттәховҡа Солтан Илекәев әллә нисә тапҡыр атты һаҡлап йөрөтөргә,иҫән-һау алып ҡайтырға ҡуша.Ул 1943-1945й. кавалерия дивизияһының “смерш” бүлексәһендә ординарец була.”Смерш” (русса һүҙҙән Смерть шпионам).”Смерш”та бөтәһе 12 кеше эшләй.Көндөҙ ҙә,төндә лә контрразведчиктар төрлө информацияларҙың дөрөҫлөгөн тикшереп, әңгәмәләр алып баралар.Шикле кешеләрҙән һорау алалар,кәрәкле документтар төҙөп бирәләр.Уларға разведкаға ла йөрөргә тура килә.Шул ваҡытта Солтан Илекәев немец менән һуғышып,өҫкө иренен яралай, олоғайған көнөндә лә яраның эҙе битендә ҡалды.Бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай,ул һәр ерҙә батырҙарса көрәшә.Ул Таһир Күсимовты яҡындан белә,генерал Шайморатовтың батырлыҡтары тураһында ла бик күп ишетеп белә  Илсеғол ауылынан һуғышҡа 367 кеше китеп,шуларҙың 200 кешеһе генә иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Солтан Илекәев һуғыш башланғас та башҡорт атлы дивизияһына эләгеүенә шатланып бөтә алмай.Башҡорт атлы дивизияһына Илсеғолдан ғына 150-ләп ат ебәрелә.Илсеғолдоң күрке булған “ Керчь”ҡушаматлы ат та һуғышҡа оҙатыла.Дивизияла тәүҙә Солтан Илекәев ат ҡараусы булып хеҙмәт итә.”Һәр саҡ Керчь янына килеп,уны һыйпап,яратып китә торғайным”,-тип хәтерләй ине ул.Керчь - командир аты булған.Уны менеп йөрөгән майор Фәттәховҡа Солтан Илекәев әллә нисә тапҡыр атты һаҡлап йөрөтөргә,иҫән-һау алып ҡайтырға ҡуша.Ул 1943-1945й. кавалерия дивизияһының “смерш” бүлексәһендә ординарец була.”Смерш” (русса һүҙҙән Смерть шпионам).”Смерш”та бөтәһе 12 кеше эшләй.Көндөҙ ҙә,төндә лә контрразведчиктар төрлө информацияларҙың дөрөҫлөгөн тикшереп, әңгәмәләр алып баралар.Шикле кешеләрҙән һорау алалар,кәрәкле документтар төҙөп бирәләр.Уларға разведкаға ла йөрөргә тура килә.Шул ваҡытта Солтан Илекәев немец менән һуғышып,өҫкө иренен яралай, олоғайған көнөндә лә яраның эҙе битендә ҡалды.Бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай,ул һәр ерҙә батырҙарса көрәшә.Ул Таһир Күсимовты яҡындан белә,генерал Шайморатовтың батырлыҡтары тураһында ла бик күп ишетеп белә .1944 йылда Белоруссия ерендә уң аяғы яраланып Мозор тигән госпитальдә ятып сыға һуңынан тағы дивизияға килә. Солтан Илекәев батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән, Варшаваны, Берлинды алған өсөн миҙалдар менән наградлана,уның 15-тән артыҡ рәхмәт хаттары һаҡлана.  1945 йылдың сентябрь айында һуғыш ғәрәсәтенән иҫән-һау ҡайтып, колхозда ал-ял белмәй эшләй . Ләкин һуғыш эҙемтәләре лә үҙен һиҙҙерә.Яйлап аяҡтары йөрөмәй башлай һәм уға инвалидлыҡҡа документ юллап алырға тура килә.Ләкин уның яуҙаштары,дуҫтары,уның батырлығын белгән кешеләр килеп, хәлен белеп, һорашып торалар.”Яҡындан күреп булманы Шайморатовты, уның үлемен беҙ бик ауыр кисерҙек”,тип хәтерләй ине Солтан Илекәев. 1944 йылда Белоруссия ерендә уң аяғы яраланып Мозор тигән госпитальдә ятып сыға, һуңынан тағы дивизияға килә. Солтан Илекәев батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән, Варшаваны, Берлинды алған өсөн миҙалдар менән наградлана,уның 15-тән артыҡ рәхмәт хаттары һаҡлана.  

Керчь аты менән Илекәев Солтан, уның янында хеҙмәт иткән ауылдашы Мөхәмәтйәнов Сәлим - легендар кешеләр.

Ҡартайған көндә лә уның иҫе дөрөҫ,аҡылы камил булды.Ул 2004 йылдың декабрь айында 89 йәшендә мәңгелеккә күҙен йомдо.

          Мөхәмәтйәнов Сәлим Ғәлимйән улы- кавалерист .

1913 йылғы. Ул 1941 йылдың декабрь айында һуғышҡа китә. Башҡорт атлы16-сы дивизияла була. Миәкә- Өфө- Тула- Воронеж- Бутурлиновка- Отливская- Ворошиловград- Дебальцево-Кременная- Н. Оскол- Касторное- Елец- Курск- Чернигов- Киев -Речица-  Мозырь- Минск- Сорны- Ковыль -Владимр- Волынский- Люблин Камин-Томашув- Ландсберг-Двоп- Берлин- Бранденбург- Премниц. Өфөгә тиклем ат менән , Өфөнән Тулаға тиклем поезд менән баралар., ә ҡалған юлды тик ат менән генә баралар.1942 йылдың 12 июнендә Бурки ауылы янында оборонала яталар. Элен йылғаһы янында уларҙың полкына Бурки ауылын немецтарға бирмәҫкә приказ алалар. 1942-4943 йылдарҙа Сталинград, Тацинский операцияларында ҡатнаша. Бер тапҡыр яралана. 1945 йылдың ноябрь айында һуғыштан ҡайта. Наградалары : Орден "За отвагу", Орден"За боевую заслугу", медаль 2 степени Отечественной войны, медаль"Победа", Орден Красного знамени, орден Суворова, орден Кутузова и др.

                 Мөхәмәтйәнов Марҙан Ғәлимйән улы-десант(1926)

1944 йылдың февралендә 18 йәшлек егеткә лә сират етә. Повестка алыу менән Ғәлимарҙанды Алкиноға оҙаталар, ә өс ай үткәс, Өфөгә өс айлыҡ курстарға ебәрәләр.Үҙенең ныҡлы сәләмәтлеге арҡаһында һауа-десант ғәскәрҙәренә алына.1944 йылда Могилев ҡалаһында һауа-десант ғәскәренең 19 бригадаһына алына. 1944 йылдың декабрь айында 299 полк менән Венгрия яҡлап Балатон күле янынан башлана һуғыш юлдары. Балатон күленән Карпат тауҙары  аша Вена ҡалаһына тиклем барып етеп, яңынан Прага ҡалаһын илбаҫарҙарҙан ҡурсалайҙар. Венгрияны, Австрия, Чехославкияны азат итеүҙә ҡатнаша.-"Чехославкияны азат иткәндә, тип хәтерләй ветеран,-урмандағы партизандар ярҙам итте. Еңеү көнөн Прагала ҡаршыланыҡ, беҙҙе унда сәскәләргә күмделәр." Һуғыштан һуң Венгриялағы полк  Будапешт ҡалаһы янында дислокациялана,1946 йылдың ғинуар айында беҙҙең полк Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһында дислокациялана.1946 йылда Муром ҡалаһынан Молотов районынының Покровка ауылына дислокациялана. 1950 йылда демобилизациялана һәм тыуған яҡтарына ҡайта.Наградалары:"Ҡыйыулыҡ өсөн", "Германияны еңгән өсөн"миҙалы, 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены. Шәхси архивында И.В Сталиндың рәхмәт ҡағыҙын да ҡәҙерләп һаҡлай.

                                                             Парашютта нисә тапҡыр һикергән справкаһы                                                                                       

 

Төхвәтуллин Сәғит Ғәлимулла улы

 

                         

"За воинскую доблесть", "За15 лет безупречной службы"," За 20 лет безупречной службы","Георгий Жуков", "Участнику трудового фронта","Орден отечественной войны". Сәғит Ғәлимулла улы 2005 йылдың 5 ғинуарында 77 йәшендә вафат булды. Уның намыҫлы хеҙмәт юлы бөтә туғандарына, ауылдаштарына өлгө булырлыҡ.

Төхвәтуллин Закуан Ғәлимулла улы (1924 йылғы)

                                                                                                                 

1942 йылда Совет армияһына алына. Хеҙмәтен Өфөләге хәрби пехота училещеһедә курсант булып башлай. 1943 йылдан Икенсе Украина фронтында, Курск утлы дуғаһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша.Белгород, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр плацдармындағы һуғыштарҙа ҡаты яраланып, Валуйки, Лиски, Новосибирск өлкәһендәге ҡалаларҙа дауалана. 1945 йылда  ҡайта.  Наградалары:"1 дәрәжә Ватан һуғышы ордены", "2 дәрәжә Дан ордены"

               Вәлеев Мөхәмәт Минеғәли улы-элемтәсе.

                                                                                                       

Вәлиев Мөхәмәт Минеғәли улы 1924 йылдың 25 июлендә Илсеғол ауылында тыуа. 1943 йылдың февралендә һуғышҡа китә. (фотола апайы Мәхүбә менән Миәкәлә төшкән.1943 йыл)

Ул 1 Украина фронтында Киевкә тиклем һуғыша. 6 гвардия танк армияһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Бухарест, Будапешт, Вена, Прага ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай. Наградалары:"За боевые заслуги", За победу над Германией", "За победунад Японией." " За взятие Праги", "За взятие Вены", "За взятие Будапешта".

 

Зарипов Әхиәр Сафа улы,1914 йылғы,рядовой,1943 йылда ҡайта.

Загитов Хәлиулла Зиннәт улы,1927 йылғы, матрос, 1950 йылда ҡайта.

Мигранов Ғәйнетдин Зөлҡәрнәй улы (һул яҡта),1913 йылғы,рядовой,1942 йылдың декабрендә  хәбәрһеҙ юғала.

                                                                                           Рәхимов Вәли Нафиҡ улы,1917йылғы,1941 йылдың13 ноябрендә пленда үлә.

Ниғмәтуллин Ғәйнулла Ғәбиҙулла улы 1921 йылғы,сержант

Ниғмәтуллин Әхмәҙулла Ғәбиҙулла улы

Ниғмәтуллин Фәйзулла Ғәбиҙулла улы, 1909йылғы

Ленинград фронтында121-се миномет полк составында 1942-1943 йылдың декабренә хәтлем һуғыша.1943 йылда контузиялана.

 

Йосопов Мәжит Минебай улы.1907 йылғы           

 

.

     Ибатуллин Вәли Ғибәт улы,1914 йылғы

 

 

 

                                                                                                                                Илекәев Шамил Ҡасим улы

 

1921йылғы.1941 йылдың апрель айында армия сафына алына .Өфөнән Белоруссияға бара. 1942 йылддың июнь айында Рига ҡалаһына ебәрәләр. Ундағы училище Стәрлегә ебәрелгән булған. Шунда уҡып кесе лейтенант булып һуғышҡа китә. Резервҡа сыға. Унан һуң Орлов, Курск, Белгород ҡалаларында 2-се танк дивизияһында була. Механизированный бригада менән көнөнә 92 км барҙылар.Прохоров ауылына етәрәк арыш араһында көслө һуғыш була, хатта ер тирбәлеп тора .32 кешенән торған взвод граната, автомат, пулемет менән ҡоралланып дошмандарға батырҙарса  ҡаршы көрәшәләр.Немецтар сигенә. Прхоровка алына. Кусюмов тигән уйғыр егете 22 кг птр менән атып самолетҡа тейҙерә. Уны" 2 Дәрәжә Ватан һуғышы" ордены менән наградлана.1942 йылдың йәйендә дошман аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә, бик күп кеше һәләк булды, тигрҙар өҫкә менеп килә. Сигенергә приказ юҡ. Рота командире Гаврилов граната менән танк аҫтына ташланды. 3 тигр үтеп китте, фердинантты яндырҙылар .17 июлдә аяҡ һәм ҡабырғаһы яралана. Госпиталдән сыҡҡас, икенсе дивизияға ебәрәләр. Унда уға рота бирәләр. Еңеүҙе Кенигсберг янында ҡаршылай

 

Иткулов Тамербак  Ғимран улы,1902 йылгы,рядовой, 1942 йылда ҡайта.

.      Дауытов Сәхиулла Тайып улы.

1924 йылғы. 1943 йылдың мартынан 1945 йылдың майына тиклем һуғышта  ҡатнаша. 307 гвардия миномет дивизиһы составында ҡатнаша.Днепр яры буйлап Прохоровка станцияһынан

һуғышҡа кереп китә. Киевҡа тиклем баралар. Киевта пополнение була. Шунан Көньяҡ Пруссия фронтына күсерәләр .Берлинға 90 км ҡалғанда һуғыш бөтә.

Наградалары:"За отвагу", "За победу над Германией"

 

Зәйнуллин Әхмәтвәли Мөхәмәтвәли улы 1926 йылғы

 

Мурзин Ғәйнислам Мырҙа улы.1912 йылғы.

1941 йылдың 22 июнь көнө фронтҡа китә.Ул Калининград фронтында һуғыша. Клин, Осташково, Калининград, Вечный Волочук,Торопец,Мелидово,Невель,Ржев,Великие Луки,Витебск ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. 7 тапҡыр яралана. 1945 йылдың 8 апрелендә ауылға ҡайта.

                                          

                                          Рәхимов Лотфулла Фәтҡулла улы.1926 йылғы

1943 йылда 8 классты тамамлағас кесе командирҙар мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1944 йылда комсомолға керә.1944 йылдың май айында А. Матросов исемендәге 254 се полкка ебәрелә. Ул яралана һәм госпиталдән сыҡҡас, 362-се  запастағы полкка ебәрелә. 1945 йылда Литва ерендә 5-се һауа десантсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Еңеү көнөн Латвиялағы Метяло ҡалаһында ҡаршылай, ләкин кесе сержанттың хеҙмәте тамамланмай. Ул 1951 йылға тиклем тәүҙә 122-се авиаполкта, унан һуң 35-се авиаполкта хеҙмәт итә.

          Фәзлиәхмәтов Мәғәфүр Хази улы. 1925 йылғы.   

1943 йылдың 17 февралендә һуғышҡа китә. Ул Белоруссия фронтында була. 1944 йылдың йәйендә Гомель, Бобруйский, Рогачев, Слонин, Барановичи, Белосток ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Польшаны үтеп сыға. Һуғыш бөтөргә 2 ай ҡалды тигәндә, Гутистад тигән ҡаланы азат иткәндә ҡаты яралана .Наградалары:"За Отвагу","За победу над Германией" һ.б. 

                                                          

      Мигранов Ғилмитдин Миһран улы. 1908 йылғы.

1941 йылдың 22 июнь көнө һуғышҡа китә.Ул Ленинград фронтының 479 артиллерия полкында ҡатнаша. Немецтар ҡаланы уратып алғас 750 көн шунда була.1944 йылда март айында аяғы яраланып госпиталгә эләгә. Иванов ҡалаһында, Монголияла 5 ай госпиталдә ятҡандан һуң ҡайтаралар.                    

                                      

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                            

        Һуғыштан һуң.С. Яҡупов һулдан икенсе  Яҡупов Сулпан Ислам улы- пулеметчик. 1927 йылғы.

1944 йылдың октябрь айында һуғышҡа китә һәм 1951 йылда ҡайта. Ул Япония һуғышында 15 көн була. Хабрин, Мукрин  ҡалаһы азат итеүҙә ҡатнаша. Мудодзян, Донхуа ҡалаларында була Еңеү көнөн Япония сигендә ишеткән. Һуғыштан һуң үҙенең яҡташы Мөхәмәтйәнов Марҙан Ғәлимйән улын осрата.

 

   Әлимғолов Нәғим Байтүрә улы -минометчик .1899 йылғы.

1943 йылдың 10 майында һуғышҡа алына. 103 миномет  полкта хеҙмәт итә.Һуғышта рота парторгы була. (Тулы мәғлүмәте юҡ). "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены менән бүләкләнгән һәм бик күп  рәхмәт хаттары бар .

 

 

Ситдыҡов Минеғәлим Кәрим улы 1925 йылғы.

1943  йылдың ғинуарында һуғышҡа китә. 3 Украина фронтында Запорожьелә һуғыша.Ворошиловград, Сталинград ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылда Запорожье ҡалаһын азат иткәндә ҡаты яралана, үлем менән көрәшә, 6 ай госпитальдә ятып тыуған ауылына ҡайта 

 

Ғүмәров Иҙрис Исмәғил улы, 1908йылғы  

 

Гумеров Ибраһим Исмәғил улы, 1911 йылғы 

Мин, Ғумәров Ибраһим Исмәғил улы. 1910 йылда, Миәкә районы, Илсеғол ауылында тыуып уҫкәнмен.

         Мин 1932 йылдарҙан бирле механизатор булып эшләнем.

         1941  йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Мин 23 июндә уҙ колхозымдың, үҙем эшләгән машина менән һуғышытың икенсе көнөнән үк, фронтҡа киттем. Беҙ тәүҙә Мәскәүгә килеп еттек һәм унан һуғыш ҡоралдарын тейәп Орел ҡалаһына килеп индек.

  Төн ине...

          Дошмандар  беҙгә ҡаршы ут аса башланылар.

          Бына шулай башланып китте беҙҙең ауыр һуғыш йылдары.

          Тәүҙә дошмандар беҙгә бик ныҡ торҙолар, шул арҡала беҙгә сигенергә тура килде. Беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалып Тыуған илебеҙ өсөн дошмандарға ҡаршы торҙоҡ. 1942 йылдың февраль айҙарында Мәскәүҙән Калининградты азат итеп Ленинград өлкәһе Маловечер ҡалаһына килеп индек. Маловечерҙы ҡотҡарып Волоховский фронтына керҙек. Волоховский өсөн барған һуғышта миңә дошман менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килде. Мин машина менән китеп барғанда, ай яҡтыһында дошмандың шәүләһен күреп ҡалдым һәм машинаны туҡтатып уны тиҙ генә ҡоралһыҙландырҙым һәм тере килеш уны илтеп тапшырҙым.

          Беҙ бында бер нисә айҙар буйына, күп юғалтыуҙар менән Ладога күле аша Ленинградҡа сыҡтыҡ. Беҙҙең « № 804»  автобатольонда ни бары 7-8 кеше генә тороп ҡалды. Шулай ҙа беҙ дошмандарға бирешергә уйламаныҡ.

   Беҙҙең юғалған автобатольонға яңы көс өҫтәп Ленинградҡа сыҡтыҡ. Беҙ  бик күп айҙар буйына Ленинградта ҡамауҙа торҙоҡ. Ленинград ауыр хәлдә ине. Беҙ Ленинградҡа аҙыҡ, ҡорал ташып торҙоҡ.Был 1943 йылдар ине.Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн мине « Ҡыҙыл йондоҙ» ордены һәм "За оборону Ленинграда» медале менән наградланылар. Беҙ 1944 йылда Ленинградты азат иткәндән һуң, дошмандарҙы Выборға тиклем ҡыуҙыҡ.        

  1945 йылда Германияны еңгән өсөн мине “За победу над Германией» медале менән наградланылар.Выборгты азат иткәс, мин һау –сәләмәт тыуған илемә әйләнеп ҡайттым.

 

 

     Заһитов Сәмиғулла Зиннәт улы.1914 йылғы  

 

Зарипов Харис Зариф улы.1910 йылғы.

1941 йылдың сентябрь айында һуғышҡа китә. 15 октябрь ҡаты яралана, тыуған яғына ҡайта.1942 йылдан 1946 йылға тиклем "Коммунар" колхозында председатель булып эшләй.

 

        Ғәлләмов Хәйҙәр Мырҙа улы. 1921 йылғы

1941 йылдың 7 июлендә кесе лейтенант званиеһендә була. Взвод командиры вазифаһында немецтарға ҡаршы көрәшкә баҫа.Невель, Двеньский, Великие лука, Ржев йүнәлешендә илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшә. Калинин йүнәлешендә кире сигенергә тура килә. Һуғышта ике мәртәбә яралана,, өсөнсө мәртәбә ҡаты контузия ала. һуғыштан старший лейтенант булып ҡайта .Наградалары:"За Отвагу" һ.б

 

Арсланов Басир Бәхтигәрәй улы, 1926 йылғы        

 

Арсланов Сәхибгәрәй Бәхтигәрәй улы,1904 йылғы.

825 стрелковый полк,красноармеец, стрелок, умер от ран03.09.44г,похоронен:г.Вильнюс

Мурзин  Ғәйнислам Мырҙа улы, 1913 йылғы

   Лоҡманов Ғирфан Лоҡман улы,1902 йылғы

Махиянов Ноғман  Махиян улы, 1906 йылғы

Илекәев Арыҫлан Сәйетгәрәй улы,1923 йылғы

Тураянов Кинйәбуҙ Тураян улы,1912 йылғы

Рәшитов Хисмәт Рәшит улы, 1921 йылғы

Нәсибуллин Ғәлиулла Нәсибулла улы,1902 йылғы

Нафиҡов Насир Фазыл улы 1923 йылғы

  Зәйнуллин Сибәғәт Зәйнулла улы, 1901 йылғы

   Хисмәтуллин Мөхәмәйән Хисмәт улы, 1901 йылғы

Шайгарданов Динислам Шайгардан улы,1903 йылгы,рядовой, 1944 йылда ҡайта.

Шайгарданов Ахмадислам Шайгардан улы,1903 йылгы, рядовой, 1943 йылда ҡайта

 Әхмәтов Шәрәфетдин Минеәхмәт улы. 1904 йылғы, рядовой,1941 йылда хәбәрһеҙ юғала.

 

 Зиянгиров Ҡасим

Гайсин Ғәле Ғайса улы,1907 йылғы, сержант, 1945 йылда демобилизациялана

Ғәрифуллин  Исламорат Кинйәбулат улы, 1924 йылғы. Рядовой.1945 йылда ҡайта.

Назаров Мөхәрәм Аҡмырҙа улы,1907 йылғы, ефрейтор.1945 йылда ҡайта

   Яхин Ғәли Садыҡ улы, 1913 йылғы.Рядовой.1945 йылда ҡайта

.Иликеев Рәхимйән Фәрит улы,1908 йылғы, рядовой, 1942 йылда яраланып ҡайта.

ст. лейтенант,в РККА с __.__.1941 года ,место рождения: Башкирская АССР, Миякинский р-н, д.

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz