Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 6
Гостей: 1
Пользователей: 5
zilyagaliullina1963, gafurovar6161, bibliotekamiyakikonkurs, mlyalya78, idahas

 

Нарыҫтау ауылы халҡы  бик күп кенә ваҡыт араһы үткәндән һуң үҙенең тарихына иғтибар итеп боронғо тамырҙарын барлай, киләсәккә ошо булған ағай-энеләре менән йәшәп, бер-береһенә хөрмәт күрһәтеп пландар ҡора.

Нарыҫтау ауылы тарихына күҙ һалғанда ҡыҙыҡлы материалдарға тап булырға тура килде.”Нарыҫ” исеме нимә аңлата икән? Нарыҫ тигән исем башҡорттарға борон күрше йәшәгән коми халыҡтары биргән исем. Коми телендә норыс тигән һүҙ бар. Ул һүҙ” бәләкәй генә түбә” йәғни түбәләр теҙмәһе тигәнде аңлата, ҡайһы берәүҙәр белер белмәҫ көйөнә, ҡәбер төбө тип ғәрәп һүҙенә алып барып тоташтырып куялар.Нарыҫтау ауылының барлыҡҡа килеү йылы ла тарихи материалдарға, китаптарға яҙылған эпостарға ҡарағанда бик боронғо тарих төпкөлөнә барып тоташа. 14 быуат аҙағында башҡорт халҡының татар –монголдарға  ҡаршы көрәшеүе ваҡытында уҡ халҡыбыҙҙың “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында Нарыҫтау ауылының барлығы яҙыла, ошо ерҙә Нарыҫтау итәгендә 12-13 йортло ауыл булыуы, шул өйҙәргә тәүҙә Нарыҫ бей хужа булыуы, аҙаҡтан ошо бей ҡартайғас, Иҙеүкәй батыр хужа булыуы тураһында асыҡ итеп яҙылған. Иҙеүкәй батыр һуғышта яраланып үлгәндән һуң ул Нарыҫтау итәгенә һуғыш яланынан алып ҡайтып күмелә. Телдән телгә һөйләп килеп еткән һүҙҙәр буйынса Нарыҫ бейҙең йәшәгән ерен ер менән тигеҙләп юҡ ителгән тигән фараз да бар, сөнки бәләкәй ҡалҡыулыҡтар, боронғо ҡәберлектәр ошо тура ла һөйләй ҙә инде. шуның өсөн  улы Мораҙым  ошо ерҙә йәшәгән кешеләр менән Йылайыр яҡтарына күсеп китә һәм шунда оҙаҡ йәшәгәндән һуң үлеп ҡала.Икенсе тапҡыр ауыл  1913-1914 йылдарҙа барлыҡҡа килә.

Нарыҫтау ауылы халҡы ауылдың 100 йыллығын үткәрергә йыйылған,сөнки Себенле ауылынан көстәре ташып торған дәртле йәш ғаиләләр айырылып сығып өр яңы донъя ҡороп йәшәй башлайҙар.Бында күсеп килгән халыҡ ошо ерҙең матурлығына хайран ҡала:күп һанлы балыҡлы күлдәр, бесәнгә бай болондар, иртә яҙҙан малдарҙы сығарып ебәрергә мөмкин булған Нарыҫ тауы итәктәре ҙур өмөт уята, ныҡлы ышаныс  тыуҙыра.Ул ваҡытта Себенле ауылы Бәләбәй өйәҙе Илсеғол волосына ҡараған була.Илсеғол волосының ерҙәре ул ваҡытта бик күп, ауылдар һаны ла бик хәтһеҙ. Әбеш, Биҡҡол яҡтарынан башлап, Айыт, Мораҙым яҡтарына етеп, Әлшәй районының Константиновка,Тәүәтәй, Һарыш ауылдары ерҙәрен  үҙ эсенә ала. Барлығы кешеләр йәшәгән 47 ауылды берләштерә. Себенле ауылы 1917 йылда тирә-яҡ ауылдар араһында бик боронғо ауыл, йәшәгән халҡы буйынса иң  ҙур ауылдарҙың береһе була. Ул ваҡытта унда 169 өй булып, 865 кеше йәшәй.1917 йылғы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда Нарыҫтауға күсеп килгән кешеләр йәш, донъя көтөргә тырыш, мал аҫырарға, иген игергә лә әүәҫ,ҡулдары оҫта булғандары ла асыҡ күренә. 3-4 йыл эсендә улар мал һанын бик ишәйтеп,игенен дә үҫтереп, бал ҡорттарын үрсетеп, ҡайһы берҙәре хатта батрактар ҙа яллап, ошо урынды үҙ итәләр. Шул кешеләрҙең бер нисәһе тураһында айырып әйтеп үтке килә.

Ғәбиҙулла Хәмидуллин тигән кешенең 17 аты, 5 һыйыры, 50 башҡа еткән һарығы була.

Әхмәтфазыл Әбулфазылов тигән кешенең 2 батрагы, 1 улы, 2 ҡыҙы менән 13 ат, 8 һыйыр,85 һарыҡ, 3 кәзә аҫрап донъя көтә.

Дәүләтша Ниғмәтуллин тигән кеше 9 ат,6 һыйыр,20 һарыҡ аҫырай, ере буйынса иң бай кешеләрҙең береһе була-96,6 десятина ере була.

Фәтхелислам Ямалетдинов тигән кешенең бер улы, ике ҡатын менән йәшәп 12 ат, 8 һыйыр, 30 һарыҡ,6 кәзәһе булып 65,3 десятина ер эшкәртеп донъя көтә.

Ләкин был документта булган Юргин,Багауетдинов, Сахабутдинов,Загитов,Насиров,Галиакберов,Ульданов,Маннапов,Юзлибаев, Сабитов,Галлямов,Алимов фамилиялы кешеләр әлеге ваҡытта бөтөнләй тарих төпкөлөндә тороп ҡалған.

Нарыҫтау ауылы халҡын әлеге ваҡытта 4 ара кешеләре берләштергән аҫаба башҡорт - ҡаратай, ырыҫай, тимекәй, ябалаҡ-аллагуат араһы вәкилдәре йәшәй.Әлеге ваҡытта ата-бабалар традицияларын дауам итеп матур итеп балалар үҫтереп, күпләп мал үрсетеп, бер-береһе менән аралашып ярҙам итеп йәшәйҙәр.Үҙҙәренең тамырҙары себенле ауылына барып тоташыуын яҡшы хәтерләп элек электән ошо ауылдан күпләп килен төшөрөү, ҡыҙҙарын кейәүгә биреү изге йолага әүерелгән.

Аралар исемдәренең һәр береһе йәшәгән кешеләрҙең ҡушаматына, йә иһә уларҙың исеменә бәйләнгән.Ара исемдәрен, уларҙың шәжәрәһен өйрәнеү, төҙөү эштәрен 2007 йылда саҡ башлап ебәрҙек, уларҙы асыклау, өйрәнеү бер нисә йыл дауамына етер әле.

Хөрмәтле кунактар, ауылдаштар!

Киләсәк бөгөнгөнән башлана, ә бөгөнгөнөң тамырҙары үткәндәргә барып тоташа. Шуның өсөн беҙ бөгөн үткәндәрҙән  һабаҡ һәм фәһем алырға,бөгөнгө тормош ысынбарлығына асыҡ күҙ менән ҡарап фекер йөрөтөргә, шул нигеҙҙә алдағы көнөбөҙгә бурыстар һәм маҡсаттар билдәләп йәшәргә тейешбеҙ

Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz