Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 5
Гостей: 1
Пользователей: 4
mrufina, miakikanbek, idahas, abdullinafaagul80
Главная » 2023 » Декабрь » 17 » Ғоурланам һеҙҙең менән!
18:47
Ғоурланам һеҙҙең менән!

Ғоурланам һеҙҙең менән!
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия Башҡортостандың Миәкә районы хакимиәте тарафынан 1989 йылда шағир-мәғрифәтсенең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яҙыусыларҙың, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең һәм журналистарҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында ойошторола.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Ғүмәров Илдар Ибраһим улы Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды!

Юғары награда уға үҙенең тыуған яғы − Миәкә районы тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индергәне, сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырылды.

Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған. 2-се Өфө музыка-педагогия училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылындағы мәктәптә башлай − рәсем һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта, шулай уҡ Ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе вазифаһын башҡара. 1983−1984 йылдарҙа Сибай дәүләт драма театрында эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, 1986 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай.

Илдар Ибраһим улы 40 йылдан артыҡ ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған, ошо ваҡыт арауығында ул 70-тән ашыу образ тыуҙырып, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Трагик, лирик, комик ролдәрҙе башҡара. “Ғәлиәбаныу”, “Майҙан тотабыҙ”, “Зәңгәр шәл”, “Аҫылйәр”, “Тиле йәшлек”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” һәм башҡа спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнай.

Илдар Ғүмәровтың таланты күп яҡлы: ул документаль һәм нәфис фильмдарҙа ла ҡатнаша, шиғыр, йыр, музыкаль пьесалар ижад итә,

театрлаштырылған тамашаларҙа, концерттарҙа йырҙар башҡара, төрлө программаларҙа, кисәләрҙә алып барыусы булараҡ сығыш яһай.

Илдар Ибраһим улының ижадсы булараҡ республикабыҙҙың рухи донъяһын байытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Илдар Ибраһим улын лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бар эштәрегеҙ уң булһын, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ, тамашасы һөйөүе һәр саҡ ҡанатландырып торһон!

 

https://vk.com/video615501040_456239206

Просмотров: 353 | Добавил: Ilsegul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 3991 2 3 ... 39 40 »
avatar
0
1 Шаха • 07:31, 25.12.2023
smile рр
avatar
2 zilyagaliullina1963 • 07:55, 25.12.2023
+
avatar
3 gafurovar6161 • 08:01, 25.12.2023
+
avatar
4 veronikaleonteva07 • 08:15, 25.12.2023
+
avatar
5 agd-1977 • 08:19, 25.12.2023
+
avatar
6 sgavrilova-77 • 08:20, 25.12.2023
smile
avatar
7 kzkz1978 • 08:33, 25.12.2023
+
avatar
8 guzelbulatova85 • 08:35, 25.12.2023
+
avatar
0
9 Шаха • 08:35, 25.12.2023
smile рр
avatar
10 karan_selsobet • 08:36, 25.12.2023
+
1-10 11-20 21-30 ... 381-390 391-399
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Декабрь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz