Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 1
Пользователей: 1
Шаха

29 ғинуар көнө мәсеттә Каҙанда " Аҡ мәсет "институтын тамамлаған Фәүзиә апай Баршуатова менән осрашыу булды. Ҡатын -ҡыҙҙар ғилеме, кейеме, белем тураһында һөйләп китте. Күп һорауҙар булды. шулай уҡ Илфат хәҙрәткә лә һорауҙар яуҙы. Тәү сиратта мәсеттә мулланың булмауы борсоһа, икенсенән халыҡ менән эшләү юҡ кимәлдә һәм уҡыуҙарҙы тик иғлан яҙып ҡына  саҡырыу түгел индивидуаль аңлатыу эше алып барыу кәрәклеген әйттеләр.

   

Просмотров: 217 | Добавил: Ilsegul | Дата: 30.01.2019 | Комментарии (0)

28 ғинуар көнө ҡатын -ҡыҙҙар советы председателен һайлау булды, сөнки элек эшләгән Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова ветерандар совете председателе итеп һайланған ине. Бер тауыштан эшҡыуар, Өфө йәмғиәте менән тығыҙ бәйләнештә торған Альбина Мөхәмәтйәнова һайланды. Ул ошонда уҡ ниндәй эштәр эшләргә, йәштәргә эш табыу, хужабикәләрҙе эшкә йәлеп итеү, эскелек менән нисек көрәшеү, насар ғаиләләрҙе ситтә ҡалдырмау тураһында үҙ пландары тураһында ла һөйләп китте.

  

Просмотров: 193 | Добавил: Ilsegul | Дата: 30.01.2019 | Комментарии (0)

 Балалар үҫә, мендәр кәрәк, Физалия Ниғмәтуллина шулай итеп ҡаҙ йөнөн һыҙыртып өмә үткәреп алды.

Просмотров: 201 | Добавил: Ilsegul | Дата: 30.01.2019 | Комментарии (0)

   Тәүҙә хоккей уйынын Тамара апай үҙ аҡсаһына бүләктәр алып  декабрь айында үткәреп ҡараны, хоккей бара, икенсе ерҙә бәләкәй балалар зыҡ ҡубып төрлө уйындарҙа ҡатнаша. Элек мәктәптә ойоштороусы, хәҙер пенсионерка, тик ултыра алмай, скандинав таяғы менән хәҙер 3 сө йыл йөрөй. Балаларҙың телефон, компьютер алдында оҙаҡ ултырыуына күңеле әрней, шуның өсөн оло масштабта , бөтө гимназияны, мәҙәниәт йортон, предпринимательдәрҙе  йәлеп итеп еренә еткереп үткәрҙе. Ошондай ҡатын ҡыҙҙар булғанда ауылыбыҙ һүрелмәҫ.

Просмотров: 250 | Добавил: Ilsegul | Дата: 30.01.2019 | Комментарии (0)

8 ноябрь Илсеғол башҡорт гимназияһында актив комсомолецтар уҡыусылар менән комсомолдың 100 йыллығына арналған

"Комсомол- бәхетле йәшлегем" исеме аҫтында сара үткәрҙе. 

Просмотров: 211 | Добавил: Ilsegul | Дата: 09.11.2018 | Комментарии (0)

4 ноябрь көнө шәжәрәләр менән ҡыҙыҡһыныусы, Сибай ауылында шәхси эшҡыуар булып эшләүсе Рауил Назаров килеп китте. Ул "Әптекәйҙә- ил яҙмышы "исемле китап авторы.  Илсеғол ауылы яғынан Баймаҡ районына күсеп ултырыусыларҙың тамырын эҙләүсе һәм әлеге ваҡытта ниндәй фамилиялы кешеләр булыуы менән ҡыҙыҡһынды. 2019 йылда Баймаҡ районына шәжәрә байрамына саҡырып китте.

 

     

Просмотров: 235 | Добавил: Ilsegul | Дата: 09.11.2018 | Комментарии (0)

Просмотров: 166 | Добавил: Ilsegul | Дата: 16.10.2018 | Комментарии (0)

 ололар көнө мәктәп ашханаһында йылы аштар , сәйҙәр менән йылы атмосферала барҙы.Ҡотлау һүҙен ветерандар советы председателе Нигматуллин Рифҡәт, ҡатын -ҡыҙҙар советы председателе Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙы, имам хатиб, башҡорт гимназияһы директоры Резеда Рәшит ҡыҙы, кооператив хужаһы Роман Жнейкин алды.Концерт номерҙары менән алышынып барҙы. Һуңынан яңы ветерандар советын һәм ағзаһын һайлау булды.Ветерандар советы председателе итеп Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙын ҡуйҙылар.Ҡотлайбыҙ.

Просмотров: 218 | Добавил: Ilsegul | Дата: 02.10.2018 | Комментарии (0)

  

Нарыҫтау ауылының клубын быйыл ремонтлап бөттөләр, Ошо шатлыҡты иң тәүҙә ололарҙы саҡырып улар менән шатлығын бүлеште клуб мөдире Нурия Шарипова. Ауыл халҡын Илсеғол ауыл хакимиәте Тәлғәт Ғүмәров, Имам хатиб Фәрәүз ағай, Ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙы ҡотлап китте. Нарыҫтау ауылы халҡы үҙҙәренең инициативаһы менән Нарыҫтау ҡатын-ҡыҙҙар советы председателен һәм ағзаларын һайланы Сәриә Сәләмоваға ҙур ышаныс белдерҙеләр Уның ярҙамсылары Рәүилә Рәхимғолова һәм Зиянгирова Зәриә, һайланды.Ҡотлайбыҙ уларҙы..

 

 

Просмотров: 244 | Добавил: Ilsegul | Дата: 02.10.2018 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 20 21 22 23 24 25 »
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz