Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 6
Гостей: 1
Пользователей: 5
aminakayumova, suleimanowafairuza, veronikaleonteva07, azalianasyrova8343, zilyagaliullina1963

Стәрле ҡалаһынан китапханасылар ҙә килде. Уларға шәжәрә тураһында,тарихи эҙләнеүҙәрем тураһында һөйләп үттем. Шәжәрәгә ҡағылышлы китаптар менән таныштырып, ул китаптарҙы нисек ҡулланыуым тураһында һөйләнем. Әүәҙбикә риүәйәте ысынбарлыҡҡа тап килеүен ревизская сказка, йәғни тарихи мәғлүмәттәргә таянып иҫбатланым.(фотоларҙы фотоальбомда ҡара)

 

Просмотров: 149 | Добавил: Ilsegul | Дата: 23.09.2019 | Комментарии (0)

17 май ауылыбыҙ тарихы һәм уның яҡшы кешеләре тураһында фәһемле кисә үтте. Ҡунаҡҡа Илсеғол ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр саҡырылды.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Ғүмәровты бик оҙаҡ сәхнәнән төшөрмәнеләр, ул үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, үҙе көйөн һәм һүҙҙәрен яҙған йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Халыҡ ябайлыҡты аңлай бит ул,  ысын күңелдән һоҡландылар, ҡул саптылар.

  

Просмотров: 205 | Добавил: Ilsegul | Дата: 20.05.2019 | Комментарии (0)

Ихлас яҙҙыҡ, текст мәғәнәле, рухлы, шатланып сертификатын да алдыҡ.

 

Просмотров: 173 | Добавил: Ilsegul | Дата: 20.05.2019 | Комментарии (0)

  

9май обелиск янында һүҙ   ветерандар советы председателе булараҡ Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙына бирелде .

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 74 йыл булып та китте.Был бөтә байрамдың да иң бөйөгө һәм иң олоһо. Был байрамды ҙурлап үткәрмәҫкә, иҫкә алмаҫҡа хаҡыбыҙ юҡ.. Бар кешелек, бөтөн донъя менән аяҡ үрә баҫып ҡаршылайыҡ. Яныбыҙҙа бер ветеранда юҡ хәҙер , ләкин улар һөйләп ҡалдырғандарҙы ишеткән шаһиттар тора.Улар күргән михнәттәрҙе башҡа күрмәһендәр тип тыуҙырған балалар тора. Был митинг балалар һеҙҙең өсөн үткәрелә. Был көндө һеҙ иҫәнһегеҙ , аяғыҙҙа баҫып тораһығыҙ икән онотмағыҙ олатайҙарығыҙҙы, өләсәйҙәрегеҙҙе, уларҙың фотоларында булһа ла йөҙҙәрен ... Читать дальше »

Просмотров: 181 | Добавил: Ilsegul | Дата: 20.05.2019 | Комментарии (0)

Дәүләкәндә 2019 йылдың 24 апрель көнө төбәк- ара беренсе Сафуан  Яҡшығолов уҡыуҙары булды.7 райондан уҡытыусылар  балаларҙы алып килеп шағирҙың шиғырҙарын ятлаттылар. Шул тиклем матур килеп сыҡты, ҡайһы бер шиғырҙарҙы илап тыңлап ултырҙыҡ. Бик күп ҡунаҡтар килгән ине. ( Абдуллина Лариса, Рәшит Шәкүр,Ғүмәров Илдар һ.б)

.Дәүләкән ҡалаһының мәҙәниәт йортонда тышта таҡтаташ асылды

.

Просмотров: 422 | Добавил: Ilsegul | Дата: 25.04.2019 | Комментарии (0)

19 апрель көнө китапханала библионочь үткәрҙек.Мәктәп йәшендәге балалар менән викторина, уйындар  уйнап приздар алып ҡайттылар. Балаларҙың күңеле булды.

Һүрәт эсендә һүрәт, кем беренсе таба- приз.

Просмотров: 178 | Добавил: Ilsegul | Дата: 22.04.2019 | Комментарии (0)

Әхмәт Сөләймәновтың юбилей йылына арналған фольклор байрамы Бишбүләктә үтте. Илсеғол ауылы хеҙмәткәрҙәре "Мираҫ" фольклор ансамбле менән "Өләсәйе һандығын елләтеү" тигән сара менән барҙылар.

Просмотров: 198 | Добавил: Ilsegul | Дата: 10.04.2019 | Комментарии (0)

 Илсеғол ауылының һәүәҫкәр артистары театр йылын "Ҡәйнә" спектакле менән асып ебәрҙеләр.

Просмотров: 187 | Добавил: Ilsegul | Дата: 22.03.2019 | Комментарии (0)

2019 йылдың 21 мартында Рахимов Марсель һәм Нурия апайҙарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл да булып китте. Президентыбыҙ Радий Хабиров ебәргән бүләкте тантаналы рәүештә китапханала тапшырҙыҡ. Улар менән бергә эшләгән дуҫтары, балалары килеп шатлыҡтарын уртаҡлаштылар.

Просмотров: 231 | Добавил: Ilsegul | Дата: 22.03.2019 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 19 20 21 22 23 24 25 »
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz