Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 1
Пользователей: 1
mannanova1997
Главная » Статьи » Мои статьи

Тоғролоҡ

                                                                 

 

 Тоғролоҡ.

-«Ҡартая килә хәтер юйыла тиһәләрҙә, баласаҡта булған хәл –ваҡиға бөгөнгө  кеүек күҙ алдына килеп баҫа»,тип хәтерләй Рәйсә апай.

Уның бала сағы Силәбе өлкәһе, Ҡуянбай ауылында үтә.( хәҙерге ваҡытта Миәкә районы Илсеғол ауылында йәшәй)
…Һуғыш бөткәндән һуң, һуғыш ветерандарына бар кеше хөрмәт менән ҡарай торғайны. Хәтеремдә, Йыһанур ағай беҙгә килеп инде.Ул Ленинградта фронтта булған, балаларҙың аслыҡтан тилмереп үлгәнен дә, шешенгәнен дә күргән, ул ваҡыттағы мәшхәрҙе иламайынса һөйләй алмай. Иҫән-һау ҡайтһам, һәр балаға ла тәм-том ашатасаҡмын тип, үҙенә һүҙ биргән . Был ағайҙы өләсәйем түргә үткәреп ҡунаҡ итте. Ә ул ағай миңә күп нулле аҡса биреп магазиндән ошондай ҡағыҙлы (күрһәтеп) кәнфит ал, юғалтма тип, бер ҡағыҙға төрөп кеҫәмә һалды.Түҙеп буламы инде, юлда туҡтап был аҡсаны тотоп ҡарайым тиһәм, һыуға төшөп ағып китте… Шулай ҙа магазингә барҙым, кеше күп кенә.Торам да торам, кеше бөткәс һатыусы апай һорап ҡуйҙы, мин аңлатып бирҙем, ҡулым менән нисә нулле булғанын күрһәттем. Ышанды, миңә күп итеп кәнфит үлсәп бирҙе, көскә алып ҡайтып еткерҙем, ул кәнфиттең тәмлелеге. Һуңынан һатыусы апай әсәйем әйткән. Әрләмәне.
 

Тағы ла бер ваҡиға иҫтә ҡалған.

Ҡаршыла ғына Иҙеүкәй исемле яңғыҙ әбей йәшәй ине. Нисә ҡараһаң да самауыр ҡайнаулы, нисә ҡарама -көндә таңда йыраҡтан көйәнтәләп һыу ташый. Өләсәйемдән һорай ҡуйҙым, ниңә яҡындан һыу алмай, ниңә бер үҙенә гел самауыр ҡайната…

Һуғышҡа киткән 6 малайын көтә…

Бигерәк шуҡтар, дәртлеләр һәм дә мәргән һунарсылар ине.Шуға күрә барыһы ла һуғышта стрелок, снайпер булғандар. 6 малайын оҙатҡандан һуң, уларҙың атаһы Мостафа военкоматҡа әллә нисә тапҡыр барып һуғышҡа ебәреүҙәрен һорай. Аҙыҡ -түлек булһа ла ташыр тейеп, һуғышҡа алалар.

Сыбаркүл станцияһынан һуғышҡа китә, күрмәй ҙә ҡала, артынан эйәреп килгән Аҡҡош исемле эте лә поездҡа ултыра.Тәүҙә әрләһәләр ҙә һуңынан был эткә өйрәнәләр. Хужаһын әллә нисә мәртәбә үлемдән һаҡлап алып ҡала.

Һуғыш аҙағына хәтлем йөрөп хужаһы менән яраланып ҡайта. Дошман пуляһы муйынына тейеп,тишеп сыҡҡан була, ашаған ваҡытта яртыһы шул тишектән ҡойола …

Ул эттең аҡыллылығы, шул тиклем кешенең күҙҙәренә туп- тура ҡарар ине, теле булһа әллә ниҙәр һөйләр ине, билләһи.

Хужаһының үлемен ауыр кисерҙе. Көндә зыяратҡа барып хужаһы ҡәберенә ятыр, шунан һуң яйлап ҡына һуғышта ҡатнашҡан кешеләрҙең өйҙәре янына барып ултырыр, иң аҙаҡтан өләсәйемдең өйө янына килеп ҡарап торорҙа яйлап ояһына инеп ятыр ине.

Әллә ни ашай алманы, бахырҡайым, яртыһы ҡойолоп бөтә ине шул…
 

Иҙеүкәй әбейҙең һуғыштан һуң, Гәүһәр исемле ҡыҙҙары тыуа, медсестра
һөнәрен һайлай. Хәрби кешегә кейәүгә сыға.

Әсәһенең бер генә теләге: малай тапма, ҡыҙ тап, малайҙарҙы һуғыш ала, ҡайтмай улар…

Ысындан да бер генә ҡыҙҙары тыуа.
   Малайҙарының береһе лә ҡайтманы. Бөгөн ҡайтмаһа иртәгә ҡайтыр тейеп, хәҙер нисә йылдар ошолай көтә.

Уларға өләсәйем менән инеп сәйҙә эскәнем бар. Гел генә малайҙарын һөйләй: бала саҡтарында малайҙарымдың әлеге кеүек кәнфит, шәкәре лә юҡ ине бит, бына күп итеп кәнфит алдым, печенье,прянигын да алдым, туйғансы бер ашарҙар исмаһам, тип беҙҙең янға ҡуйырға ла онотоп һөйләр ҙә һөйләр ине. Минең яныма ниңә кәнфитен ҡуймай икән тейеп, ҡайһы ваҡыт асыуым да килеп китә ине.
 

Иҙеүкәй әбей ҙә үлем түшәгендә. Көтөп тә арыны хәҙер. Үлер алдынан
ауылда йәшәгән алты әбей хушлашырға инә. Әбейҙең күҙҙәрендә ниндәйҙер нур уйнап китте. «Ҡайттығыҙмы ни уландарым, көтөп алдым бит мин һеҙҙе, тик бына сәй генә эсерә алмайым инде һеҙгә, кәнфиттәрем менән сәй эсерһегеҙ…

 Әбейҙәр әлдә алтыбыҙ бергә ингәнбеҙ тип, һөйөнөшкәндәр.
 

...Һуғыш касафатының тағы бер күренешен һөйләмәйенсә булдыра алмайым.
Сыбаркүл станцияһы әллә күпме һалдаттарҙы оҙатты, күпме һалдаттарҙы тыуған ерҙәренә төшөрҙө. Ошо станцияла туҡтамайынса күпме поездар уҙҙы икән?!                                                                                                                 

Баҙарға килгән кешеләр ошо станциянан үтеп киткән составтарҙы ҡарап
оҙатып ҡалалар, сөнки ҡайһы бер вагондағы һалдаттар,ҡәләмдәре булмағандары, ҡандары менән сепрәккә яҙып ,ҡайҙа һөргөнгә ебәргәндәрен,исемдәрен, ауыл исемен яҙып ырғытҡандар, ә кешеләр уларҙың сәләмдәрен нисек булһа ла хужаһын табып тапшырғандар.
Кешеләр шулай берҙәм, ярҙамсыл булғандар.

Бына был хәтирәләрҙе хәҙерге балаларға еткерергә, һөйләргә кәрәк ине лә, әкиәт тип ҡарарҙар инде.
Илебеҙ тыныс булһын, һуғыш еле ҡағылмаһын!!!

Хәбирова Рәйсә апай ауыҙынан Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова яҙып алды.
.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (06.04.2023)
Просмотров: 46 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz