Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Төйөр

аҙағы; күрһәткән кешегә килеп, унан ғәфү үтенергә бурыслы. Унан башҡа тәүбәһе ҡабул булмаҫ, тиелә Ҡөрьәндә.

Уйлаһаң, күпме рәнйетте ул Нурхаятты. Ғәфү үтенергә кәрәк! Бының өсөн әхирәте Ғиззинур аша Нурхаятты өйөнә саҡырҙы.

...Икеләнде Нурхаят, йөрәге туларға тотондо. Көскә үҙен ҡулға алды. Ҡасандыр ире барып йөрөгән йорттоң ишеген хәҙер Нурхаят асырға тейеш.Тыштан һиҙҙермәһә лә, эстән яна ине, Ярай, булған, бөткән, тип тынысландырырға тырышып, Гиззинур менән өйҙәренә табан атланы.

Фатиханың ҡыуанысының сиге юҡ ине, ни тиһәң дә беренсе аҙым яһалды.

-Йә, Фатиха, һөйләп ебәр, күрһәт, ҡайһы мөйөш һеҙҙеке ине, нисегерәк булды, ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтте,-тип уйынлы-ысынлы һүҙҙәрҙән башланы Нурхаят. Фатиханың шаяртып яуап бирерлек хәле юҡ ине. Булғандыр инде, тиеү менән сикләнде.

Сәй эстеме, ағыу эстеме был өйҙә Нурхаят, үҙен энә өҫтөндә ултырған кеүек хис итте. Тиҙерәк сығып киткеһе, саф һауа һулағыһы килде. Ғәфү үтенеү йөҙөнән күлдәклек туҡыма бирҙе уға Фатиха. Алды. "Мин ғәфү итермен, Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһен",- тине, сөнки Ҡөрьәндә, мосолмандар бер- береһенә дошманлыҡ утын ҡабыҙмаҫҡа, тиҙерәк һүндерергә тырышҡанлыҡтан, ғәфү итеү тейешле булыр, тиелгән.

Нурхаят тыштан ғәфү иткән кеүек булды, ләкин йөрәктә ниндәйҙер төйөр ҡалды. Был төйөр сиселдеме, юҡмы- үҙе менән мәңгелеккә алып китте.

...Фатиха үҙе теләп ҡөрьән сыҡты, ҡырҡын да бағышланы: ғәфү ҡыл,зинһар, ғәфү ит мине, Нурхаят!

                                                           29.09.06 "Башҡортостан" гәзитендә Ғ. Әсәҙуллина псевдонимы аҫтында сыҡты.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (09.02.2015) | Автор: .. E W
Просмотров: 453 | Рейтинг: 2.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz