Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Сәхнә ене ҡағылған

                                                    Сәхнә ене ҡағылған...

Ишеттегеҙме, Илсеғол ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған  “Хазина  “ төркөмө  халыҡ театры исемен яулаған икән...

Ишеттек, был аҙнала спектаклдәре була...

Шулай, шатлыҡлы хәбәр был ауылда ғына түгел,күрше ауылдарға ла ишетелде.Шығырым тулы зал. Урал Ғәлиевтың “Тау артында тал илай” повесы буйынса әҙерләнгән спектакль. "Илсеғолдар килештерәләр улар, ҡарамай ҡалһаҡ, үкенесле булыр" тип, күрше ауылдар ғына түгел, күрше Әлшәй районынан да ҡарарға килгәндәр.Залда мыш-мыш илаған тауыштар ишетелеп ҡала,килештереп уйнайҙар шул һәүәҫкәр артистарыбыҙ. Ҡасандан бирле сәхнә түренән төшмәй уйнап йөрөгән артистарыбыҙға (Мөхәмәтйәнов Булат, Фазылов Хәмзә, Арыҫланова Фәүзиә, Мөхәмәтйәрова Айгөл, Мөхәмәтйәнова Рәмзилә) ҡарап, ҡалай сәхнәлә йөҙөп китеп уйнайҙар тип,  һоҡланып ултыраһың.Үҙ арттарынан йәштәрҙе лә әйҙүкләй беләләр.Муса ролен уйнаған Илгиз Солтановты Хоҙай үҙе күктән төшөрөп биргәндер.Оҙаҡ эҙләнеләр был ролгә кешене, сөнки был ролде еренә еткереп, геройының уй кисерештәрен, тойғоларын сағылдыра белергә лә кәрәк ине.” Хазина” халыҡ театры етәксеһе Ниғмәтуллина Физалия декарацияларҙы, музыкаль биҙәлеште уйлап, етәкселәр менән һөйләшеп урынлы ҡулланды. Һуғыш осоронда нисек кейгәндәр кейемдәрҙе,сәхнәгә шулай тегеп, һүтеп еренә еткереп ҡулландылар, музей әйберҙәрендә тотонорға тура килде.

...Бына спектакль аҙағына ла яҡынлашты.Бар зал дәррәү аяҡ өҫтө баҫып, оҙайлы ҡул сабыуҙар,  сәскә, бүләктәр менән алҡышланылар. Афарин тип әйтергә генә ҡала.

Был спектакль хәҙерге көнгә лә ауаздаш, әле лә донъяларыбыҙ тыныс түгел... 

Шулай итеп, Илсеғол мәҙәниәт йорто гөрләп эшләһен. Халыҡ театры исемен күтәреп, оҙон- оҙаҡ йылдарға һуҙып, яңынан- яңы сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйып, халыҡты шатландырып йәшәргә булһын. Һәүәҫкәр артистарға яңынан яңы ролдәр, үрҙәр теләргә генә ҡала.                    

                                                       Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә.

                                                  Миәкә районы, Илсеғол ауылы.Аҡмулла төйәге ,ноябрь

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (06.04.2023)
Просмотров: 52 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz