Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Халҡым моңо һүнмәһен

Халҡым моңо тынмаһын.

Әсәйҙәр байрамы Илсеғол ауылында булһа, Нарыҫтау ауылында илсеғолдарҙың халыҡ театры Урал Ғәлиевтың “Тау артында талдар илай” исемле спектаклен ҡуя икән.

 “Артистар спектаклдә лә ҡатнаша, кеше йыйып булырмы, тыңлатып булырмы,” тип ҡайғырған Илсеғол мәҙәниәт йортонда эшләгән түңәрәк етәксеһе Гөлнара  Фәнүр ҡыҙы Юлбердинаның борсолоуҙары юҡҡа ғына булмағандыр.

Үҙенсәлекле матур байрам килеп сыҡты.Нимәһе үҙенсәлекле тиһегеҙме?! Беҙ белмәгән яңылыҡтар ҙа бар икән.Гөлнараның Күл ауылынан Илсеғол ауылына килен булып төшөүенә күп булһа 4-5 йыл барҙыр.Ғаиләләре менән артистар икән дәбаһа. Байрамды йәмләндереп ағаһы Дамир менән еңгәһе Гөлназ сәхнә түрендә булып йырланылар, яңғырауыҡлы тауыш менән кисәне алып барырға ярҙам иттеләр. Әй, бер үк кешеләр шул концертта, тип килмәй ҡалған кешеләр үкенгәндәрҙер ҙә инде.

Гөлнара Фәнүр ҡыҙы етәкләгән ”Умырзая” балалар коллективы ла матур сығыш яһаны.Яңы өйрәткән балаларҙың бейеүен ата-әсәләр ғорурлыҡ менән ҡарап ултырҙылар . Етенсе синыфта уҡыусы Иликеев Илшат яңғыҙы башҡортса бейеп тамашасыларҙы һоҡландырҙы.Тик тормаҫ Иҫәнғолова Мая интернеттан йәштәрсә бейеү өйрәнеп мәртәбәһен арттырҙы.

Балалар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота,ҡаушамайҙар.  

   Йәш ваҡытта сәхнәлә йырлап  ситкә киткән апайҙар ҙа ауыл сәхнәһен һағынып, ауылдаштарына байрам менән ҡотлап йыр бүләк иттеләр.Улар ретро йырҙарҙы йырлап йәшлектәренә ҡайттылар.Ысын артисҡа әйләнгән,сәхнәне үҙ өйө кеүек күргән  Шәйәхмәтов Артур байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Ниһайәт,был байрамда Гөлнара Фәнүр ҡыҙы үҙенең бар һөнәрен асып һалды. Моңло тауышы менән йырлап ҡына ҡалманы, сәхнәлә йөҙөп китеп  бейене, тормош иптәше Рәмзил менән икәүләп мөхәббәт йырын йырлап йәшәүгә дәрт өҫтәнеләр.

Концертты оло кинәнес менән ҡарап ултырған халыҡтың йөҙҙәрендә шатлыҡ нурҙары һибелә.

Илебеҙҙә барған һуғыштар  тиҙерәк бөтһөн инде, ата-әсәйҙәребеҙ йөҙөнән йылмайыу китмәһен, тип таралыштылар.     

Мәҙәниәт йортоноң уттары һүнмәһен шулай, халыҡты арбап, һәр ваҡыт саҡырып торһон!

 Ветерандар советы председателе

Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә,

 Илсеғол ауылы. Аҡмулла төйәге газетаһында. 2022 йыл,декабрь

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (06.04.2023)
Просмотров: 28 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz