Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 8
Гостей: 1
Пользователей: 7
azalianasyrova8343, guzelbulatova85, Шаха, adalinaadelaida, nazyrowaalmira, aminevagulzhat, firuzasiraeva
Главная » Статьи » Мои статьи

Гөрләп үтте урам байрамдары.(2016)

Гөрләй урам байрамдары.

Халыҡ сәнғәтен ҡағыҙға  яҙып ҡына түгел, йырсыны ла, бейеүсене лә видеотаҫмаға, фотоға  төшөрөп ысынбарлыҡта күрһәтергә лә була икәнен Илсеғол халҡы иҫбатлай алды. Ышанмаһағыҙ,классташтар сайтында”Тыуған яғым-Дим буйҙары”группаһынан ҡарай алаһығыҙ.Ауылдаштарҙың бар талантын физкультура уҡытыусыһы Фәтхетдинов Марат Рәиф улы ысын күңелдән фотоға, видеоға төшөрөп концерт ҡарай алмаған ситтәге ауылдаштарға, ҡыҙыҡһынғандарға тәҡдим итте. Эйе, 4 урам гөрләтеп,  үҙ тематикаһын алып, ойоштороусылар һайлап, бынамын тигән итеп сығыш яһанылар.

Октябрь,Совет урамдары “кис ултырыу “йолаһын күрһәтеп, бер тапҡыр ҙа сәхнәгә баҫмаған апайҙарҙы сығарып сирҡаныс алдырҙылар. Оло йәштәге  Мөхәмәтйәрова Гөлъямал ағинәйебеҙҙең ҡул эштәрен генә күреп ҡалманыҡ, ә моңло тауышын ишетеүгә лә шаһит  булдыҡ.

 Дим урамы “Һалдат оҙатыу” йолаһын күрһәтеп, йәштәргә матур өлгө күрһәтте. Миграновтар барыһы ла йырлап йәм өҫтәне сәхнәгә.

Революция урамы революция яһағандыр, моғайын. Иң күп” артистар”был урамда икән!(40 -тан ашыу кеше).Килен төшөрөү, килен һөйөү, әсәнең ҡыҙға әйткән теләктәре, йыуаса йолаһын  бер–бер артлы матур итеп күрһәтеп залды геүләтеп,  ҡеүәтләп ебәрҙеләр. Ир- егеттәрҙең матрешка, оло йәштәге апайҙарҙың йәштәр бейеүе, йәш килендәрҙең әле бер ваҡытта ла сәхнәлә күрһәтелмәгән  аҡлы- ҡаралы  модалы бейеүе оло алҡыштарға күмелде.

Революция урамынан ҡалып булмаҫ тип, Йәштәр урамы сәмләнеп иртә менән репетицияларға йөрөп, һуң ғына ҡайтып репертуарҙарын ныҡлы байытып, сәхнәгә сыҡмаған кешеләргә лә дәрт биреп, бөтә урамдарҙы ла уҙҙырып ебәрергә тырыштылар .Улар ауылда өйләнмәй йөрөгән егеттәрҙе, негатив күренештәрҙе алып халыҡты уйландырҙы ла. Ә Булат Мөхәмәтйәнов ҡартайырға миңә иртә әле тип, йәш килендәр менән бейене лә, йырланы ла, ғөмүмән иғтибар үҙәгендә булды.

Күптән тулы зал йыйылған байрам булғаны юҡ ине әле. Үҙ ауылыбыҙҙан ғына түгел,күрше ауылдарҙан да килеп, ҡыуанып,үҙҙәренә көс-ҡеүәт алып, илһамланып ҡайтып киттеләр.Был байрамды ҡеүәтләп йөрөүсе ауыл депутаттарыбыҙ Йосопов Дамир, Иҫәнғолов Эразм, Ғүмәров Тәлғәт һәм Йосопов Флүргә эштәрендә уңыштар ғына теләп ҡалаһы килә.

Китапхана ла ике ҡуян ҡойроғон тотто,яңы китап уҡыусылар йыйҙы һәм әлеге ваҡытта әүҙем йөрөй башланылар.

Дәрт,илһам һәм шул ваҡытта иман китмәһен һеҙҙән , ауылдаштарым!

Илсеғол ауылы китапханаһы мөдире Мөхәмәтйәнова Ғәшүрә.

Аҡмулла төйәге № 34-35. 30 апрель,2016 йыл

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (13.05.2016)
Просмотров: 513 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz