Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [12]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Берҙәм бит ул илсеғол халҡы

                                 

                             Берҙәм бит ул Илсеғол халҡы.

Бөтә донъя башҡорттарының Ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында Илсеғол ауылы биләмәһе еңеүсе тип билдәләнде.

Юҡҡа тугел, сөнки Илсеғол халҡы дәррәү, берҙәм бит ул!

Ауыл хакимиәте барлыҡ ойошмалар  менән бергәләп план ҡабул итеп, республиканың «Айыҡ ауыл»  конкурсына ярашлы эштәр алып бара башланы:

алкоголь һәм тәмәке ҡулланыу насар  эҙемтәләргә килтереүе тураһында аңлатыу эштәре( фельдшерыбыҙ Светлана Раил ҡыҙы алып барҙы);                                                                                           

Социаль-хәүефле хәлдәге ғаиләләр, балалар менән эш;

ауыл китапханаһында Хөрмәтулла хәҙрәт менән сәләмәтлек һәм дин темаһы (аҙнаһына ике тапҡыр дини осрашыуҙар );

Илсеғол гимназияһының спортзалында ир һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың волейбол уйындары .

Ауылдаштар Өфөлә үтәсәк сараның икенсе этабына ең һыҙғанып тотондо.

20 февраль Ҡоролтайҙан ҡунаҡтар саҡырып «Самауыр сәйе»байрамын үткәрҙеләр.

Самауырға, сәйгә ҡағылышлы таҡмаҡтар, йырҙар, әйтештәр әҙерләнеләр.

Пенсионерка уҡытыусыбыҙ Әлфирә Варис ҡыҙы Ниғмәтуллина самауырҙы « өҫтәл батшабикәһе» тип, таҡмаҡ та сығарҙы.

Самауыр янында оҫта хужабикәләр бешергән аш-һыу, тәм-томдар өҫтәлде тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе. Самауырҙар борхоп ҡайнай, баласаҡ хәтирәләрен ҡуҙғатып, күмерҙең еҫе күңелдәрҙе ҡытыҡлай, уға өҫтәп  сәйнүктәрҙә төрлө сәй үләндәренең хуш еҫе лә ҡушыла.

Ҡунаҡтарға һәр урам өҫтәл әҙерләп, йырҙарын йырлап, маҡтап –маҡтап сәй эсерҙеләр.

Тамара Яҡуп ҡыҙы Иҫәнғолова ире Фәрит Фәйзи улы менән йыйған төрлө үләндәрҙән күргәҙмә эшләп, иптәшенең шул тиклем үләндәр тураһында күп белеүе,юҡҡа ғына үләндәрҙе белеүсе халыҡ табибы тигән исем бирмәгәндәр, тип һоҡланыуын белдерҙе.

Уның эргәһендә умарта эше менән шөғөлләнеүсе Фәүзиә Арыҫланова сәйҙе бал менән эсһәң файҙаһы ҙурыраҡ була тип, үҙенең продукцияһын маҡтаны.

Шәхси эшҡыуарыбыҙ Мөхәмәтйәнова Альбина сәйҙе һөтләп эсһәң күңелдәрең асылыр, ҡоротон ҡапһаң, бар сирҙәр ҡасыр тип, һөт аҙығына өҫтөнлөк бирҙе.

Ә Илсеғол мәҙәниәт йортонда эшләүсе Гөлнара Фәнүр ҡыҙы бейеп, йырлап ҡына ҡалмай,ә ауыҙҙа иреп торған, тәм- томдар ҙа  бешереүен белдек. 

Быларҙы барыһын да күргәҙмәләрҙә күреп шатландыҡ. 

Ҡунаҡтарға илсеғолдар матур концерт та әҙерләнеләр.

Ир-егеттәрҙең хоры, ағинәйҙәрҙең күркәм бейеүе, килендәрҙең ут сығарып баҫып бейеүе -барыһын да әсир итте.

Үҙебеҙҙең ауыл халҡына ла яңылыҡ булған номер- скандинавсыларҙың флешмобы булғандыр. Уны 4 йыл скандинав таяғында йөрөүсе, башҡаларҙы ла әйҙәүсе, оптимистик ҡарашта булған Тамара Яҡуп ҡыҙы ойошторҙо. «Арғымаҡ» төркөмөнөң «Беҙ бергә» тигән йыры оран булып бар кешеләрҙе йәлеп итте. Хәҙерге ваҡытта ауылда ғына 40- тан ашыу кеше йөрөй.

Эйе,гөрләй ауыл, йәшәй ауыл, һоҡландырғыс кешеләр йәшәй!

Ошондай ауылда йәмһеҙ күренештәргә урын булмаһын ине.

Алама ғәҙәттәрһеҙ матур тормош алып барып “Алға”тигән девиз саҡырыуында матурлыҡҡа ынтылып йәшәргә кәрәк.

Илсеғол ауылы китапханаһының мөдире

Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова 2020 йыл

                  

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (07.04.2023)
Просмотров: 39 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz