Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 7
Гостей: 1
Пользователей: 6
venakhunova82, kzkz1978, fanuraminev, mrufina, aminakayumova, nazyrowaalmira
Главная » 2014 » Декабрь » 23 » Илсеғол ауылында ер-һыу атамалары
20:04
Илсеғол ауылында ер-һыу атамалары

Илсеғол ауылында ер -һыу атамалары.
Ғәззә түбәһе
Ҡарамалы йылғаһы ағып сыҡҡан тау башы.Башҡорттарға ер бүлеп биргәндә ер бүлеүсе землемер үлсәп барғанда үлсәү таҫмаһына баҫҡан. Шул сәбәпле рустар файҙаһына ер артыҡ үлсәнмәй, аҫаба башҡорттар файҙаһына ҡала. Шул ваҡиғанан һуң был ҡалҡыулыҡ Ғәззә түбәһе тип атала.
Нимес түбәһе.
Ерҙәрҙе һатыу дәүерендә башҡа милләттәр менән бергә бер немец кешеһе лә меңлеләрҙең Илсеғол ауылы ерҙәренән ер һатып ала. Ул ерҙе  хәҙерге ваҡытта ауыл халҡы иген ҡулы тип йөрөтә. Ул үҙәндең көньяҡ өлөшөндәге уба- ҡалҡыулыҡ. Немец шунда иген иккән. Башҡорттар ул ерҙе аҙаҡ нимес түбәһе тип йөрөткән.
Иген ҡулы.
Илсеғол ауылынан көньяҡҡа баҫыуҙар уртаһынан һуҙылып киткән 4-5 км самаһы үҙән. Борон Илсеғол халҡы үҫтерелгән игенде шул ҡул буйлап ташыған. Әле лә рустар ҙа, башҡорттар ҙа был исемде һаҡлап киләләр.
Сәғит ҡулы.
Илсеғол ауылынан 5-6 км алыҫлыҡта көньяҡтағы тау битләүе.  Меңлеләрҙән Сәғит исемле кешенең йәйләү урыны. 
Сәғит ҡойоһо.
Сәғит ҡулы үҙәнедә тауҙан һарҡып сыҡҡан шишмәнең атамаһы. Был атама Сәғит ҡулы атамаһына бәйле.
Уҫман  ҡулы.
Бөрйәндәрҙең Усман исемле кешеһенең малдары утлауҙа даими йөрөгән урын.Илсеғолдан көнсығышҡа һуҙылыусы Нарыҫ тауы теҙмәһенең бер тау араһы.
Мәфтуха урман һыҙаты.
35-се йылдарҙа” Большевик” колхозында ултыртылған ҙур ғына урман һыҙаты. Звено етәксеһе-Ғүмәрова Мәфтуха исеме менән бәйле.
Әүхәҙи урман һыҙаты.
50-се йылдарҙа “Большевик” колхозында  үҫтерелгән ҙур ғына урман һыҙаты. Халыҡ уны бригадир Әүхәди Ибатуллин исеме менән атаған.
Тимерғәли урман һыҙаты.
60-сы йылдарҙың аҙағы 70-се йылдарҙың башында баҫыуҙарҙы урман һыҙаты менән һаҡлауға күп көс һалған ваҡытта бригадир Сәхибгәрәев Тимерғәли исеме менән атала.
Татлыбай соҡоро.
Хәҙерге ваҡытта Илсеғол ауылындағы парк уртаһындағы һыуһаҡлағыс. Меңлеләрҙән Татлыбай исемле кешенең тиҙәк һуғыу, кирбес һуғыу урыны.
Вәхит ҡойоһо.
Яңы Илсеғол ауылы урынлашҡан ерҙән аҫҡа төшкәс, Вәхит исемле кеше ҡаҙыған һәм бөтә ауыл файҙаланған ҡойо.
Мәймүнә күле.
Вәхит ҡойоһонан алыҫ түгел ерҙә барлыҡҡа килгән күл. Колхоз өмәһе ваҡытында Мәймүнә исемле ҡатын аш-һыу әҙерләй. Аш-һыу әҙерләгән урын торфлы ҡатлам була. Торф янғандан һуң уйһыулыҡта күл барлыҡҡа килә. Шунан бирле ул Мәймүнә күле тип йөрөтөлә.
Оҙонсагүл.
Күлдең күренешенә, формаһына ҡарап бирелгән атама.
Хөсәйен күле.
Хөсәйен исемле кешенең эшмәкәрлегенә, йәғни уның ошонда бесән әҙерләү,балыҡ тотоу эшенә бәйле.
Ерекүл.
Күл тирәһендәге ағастарҙың төрөнә бәйле бирелгән атама.
Уҡа күле.
Күлдең уҡа күле кеүек алыҫҡа  һуҙылыуы күренешенә бәйле бирелгән атама.
Ҡайын күл.
Ҡайын исемле олатайҙың сабынлығы эргәһендә урынлашҡанға аталған.
Аҡкүл.
Күлдең алыҫтан көҙгө кеүек ялтырап, ағарып  ятыу төҫөнә нигеҙләп бирелгән исем.
Төбәк.
Илсеғол ауылы эргәһендәгеОҙонсагүл һәм Дим йылғаһы араһында урынлашҡан.
Кәримә мороно. (яңы исеме Ҡара яр).
Борон башҡорттар оҙонсагүл башынан Ҡара ярға тиклем кәртәләп, шунда йылҡы көткәндәр.
Дөйә төбәге.
Дим йылғаһының бер бөгөлөшө шулай атала. Элек башҡорттар дөйә аҫыраған ваҡыттан ҡалған атама.
 Ҡолай төбәге.
Был бөгөл ҙур түгел. Дим башҡа үҙәндән аға башлағас, ул кесерәйә. Ҡолой исемле кеше сабынлығына ҡарап аталған булһа кәрәк.
 Йүкәлек буйы.
Йүкә ағастарының күпләп үҫеүенә ҡарап бирелгән исем.
Биштирәк буйы.
Борон бында бейегерәк үҫкән биш тирәк бар ине. Шуға ҡарап аталған.
Ерек.
Тал, тирәк һәм башҡа төр ағастар үҫкән Ереклегүл эргәһендәге әрәмәлек исеме.
Мулла сабыны.
Ерек уртаһындағы сабынлыҡтың көнбайыш өлөшө. Был урын Бөрйән Илсеғоло башҡорттары муллаһына йәрәбәһеҙ ҡалдырыла торған ер атамаһы.
Үрәтник ере.
Ауылда волость үҙәге булғанда урядник файҙаланған сабынлыҡ.
Ҡарамалы тауы.
Нарыҫ тауының бер өлөшө. Эргәһендә ҡарама ағастары араһынан ағып үтеүсе шишмә Ҡарамалы йылғаһы тип атала. Ул Нарыҫ йылғаһына ҡушылып Димгә ҡоя.
Көрмөт күле.
Күлдең оҙонлоғо элек 4-5 км-ға һуҙылып, мул һыулы, ҡамышлы, ағаслы булып шомлораҡ,ҡурҡынысыраҡ булғанға Кирәмәл күл( йәғни Ҙур күл) тип атала. Атама фонетик үҙгәрештар кисергән.
Нарыҫ йылғаһы.
Йылға Нарыҫ тауындағы Зыяратлы шишмәнән башлана. Уға Ҡарамалы йылғаһы, башҡа шишмәләр ҡушыла. Ул Димгә Илсеғол ауылы эргәһендә ҡушыла.
Нарыҫ тауы.
Тауҙың исеме тарих төпкөлөнә барып тоташа. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” исемле ҡобайырҙа телгә алынған меңле ырыуы башҡорттарының күренекле шәхесе Нарыҫ бейгә барып тоташа. 
Аҙнағол талы.
Тарихи урын. Ерек исемле әрәмәлектең көнсығышындағы сабынлыҡ.Аҙнағол олатайға сабынлыҡ ошо ерҙә ҡалдырыла. Ул ауылдың иң фәҡир кешеләренең береһе. Ғүмер буйы йылҡы көткән.Бай рухлы, көр тауышлы йырсы. Уға бәйле халыҡта легенда ла бар.
Аҙнағол йырсы.
Илсеғол ауылында Мырҙағол ҡарттың өлкән улы Аҙнағол оҫта йырсы булыуы менән тирә яҡта киң билдәле кеше булған.Фәҡир генә көн иткән, ялланып йылҡы көткән. Йәйге кистәрҙә Аҙнағол йылҡыларын туплап, ауыр көн итмешен уйлай-уйлай моңланыр булған. Уның тауышы шул тиклем көслө һәм моңло була.” Уйыл”, “Тәфтиләү”, “Буранбай”,”Урал”кеүек йырҙарҙы йырлағанда халыҡ таң ҡалып тыңлаған. Төнгө йоҡоларынан күп кенә ауылдаштары йыр тауышына уяныр булған.
Бер ваҡыт Кинйәбыҙ старшинаға  үтеп барышлай Зәки Вәлиди туҡтала. Абруйлы ҡунаҡ хөрмәтенә йыйылған мәжлескә Кинйәбыҙ олатай Аҙнағол йырсыны саҡыра.Мәжлестә Аҙнағол үҙ йырҙары менән ҡунаҡтарҙың күңелен аса, мәжлестең күркен күтәрә. Зәки Вәлиди Аҙнағолдың талантын юғары баһалай һәм үҙе менән бергә китергә саҡыра. Аҙнағол ризалыҡ бирмәй.
-Рәхмәт, түрә! Рәхмәт! Тик тәҡдимеңде ҡабул итә алмайым. Үҙем китһәм ерем ҡала, илем ҡала, йырым ҡала, сит ерҙәрҙә йәшәй алмам,- тип яуап бирә.
Йырсының яҙмышы фажиғәле тамамлана.21 йылғы аслыҡта ялған бәлә тағып, бурлыҡта ғәйепләп  ауыл байҙары туҡмап үлтергәндәр.
   (Был ер- һыу атамаларын Илсеғол ауылында йәшәүсе Төхвәтуллин Закуан Ғәлим улы яҙып ҡалдырған)

 

Просмотров: 1034 | Добавил: Ilsegul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
avatar
1 tuiba • 11:41, 08.09.2017
Төхвәтуллин Закуан Ғәлим улы хәҙер мәрхүм булағнмы ни? Һәр хәлдә, уға ҙур рәхмәт. Һеҙҙең тарафта сәрбиямал исемле әүлиә ҡатынға бәйле хәтирәләр һаҡланғанмы? Булһа, ҡайҙа ерләнгәнлеге билдәлеме? Иғтибарығыҙға ҙур рәхмәт.
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Декабрь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz