Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 7
Гостей: 1
Пользователей: 6
karipova1994, liliaamaeva18, nazyrowaalmira, Ilsegul, mlyalya78, milya_19_84
Главная » Файлы » Мои файлы

Төтөн булып оса был аҡса
21.01.2015, 13:05

Төтөн булып оса был аҡса(халыҡ –ара тәмәкенән баш тартыу көнө

Маҡсат: аҡсаны маҡсатлы ҡулланыу, тәмәкенең зыяны.

Йыһазландырыу: яҙыу таҡтаһы, аҡбур,стенд ,,Кешелектең дошманы,алдан иғланяҙыу,мәсьәлә яҙып элеү

Решите очень сложную задачу: Папа в день курит 1 пачку сигарет за 25 рублей, а в год сколько рублей превратится в дым? (кто  первым ответит на задачу - в новогоднем празднике-  призы.  Библиотекарь Гашура Ахметовна ждет ответы

 15 ноября, 19.00 часов в библиотеке.)

 

-Бөгөн халыҡ –ара тәмәкенән баш тартыу көнө, шуның өсөн һеҙҙе тәмәке тартырғамы, юҡмы тип уйланырға, бәхәсләшергә саҡырам. Алдан мәсьәлә бирелгән ине, эшләнегеҙме, уйландығыҙмы?

 

Прима тәмәкеһе         17 *365= 6205 руб

Балканская звезда    27*365=9855 руб

Петр                               32*365=11680 руб

Оптима                           24*365=8760 руб

 

Бына һеҙҙең күҙ алдында бер йыл эсендә аҡсаны төтөнгә әйләндерҙек.( балаларҙың һөйләшеүҙәренән)

  • Ә минең атайым ике көндә бер пачка тәмәкене тарта,.
  •  Шулай булғас  ошо һанды икегә бүләбеҙ
  • Ә минең ағайымда тарта, өйҙән ике кеше тартһа,икегә ҡабатларға кәрәк була бит инде, ә миңә компьютергә аҡса юҡ тиҙәр, еще етмәһә.
  • Ҡарағыҙ әле, оло нәмәләр алырға була был аҡсаға. Беҙҙең диван иҫке, диван алыр инек, кер йыуыу машинаһы, пылесос, Өфөгә экскурсияға барып йөрөр инем…
  • Бына шулай балалар, күҙгә күренмәй генә төтөнгә әйләнә.
  • Ә һеҙҙең класта тәмәке тартҡандар бармы? Үҙегеҙ тартҡанығыҙ бармы?
  • Кешелектең дошманы исемле стенда ике бала һүрәте тора. Ихтибар менән ҡарағыҙ әле, ниндәй улар?( йәш кенә булһаларҙа ҡарт күренәләр, оло кешенеке кеүек йыйырсыҡтар бар, беҙҙең йәштәштәр бит былар) .Был һүрәтте ҡарап ниндәй һығымта яһарға була?
  • Ауылда ла ғүмер буйы тәмәке тартҡан һәм эсеп йөрөгән Фирдәуес исемле бабай менән Илгизәр бабайҙы сағыштырайыҡ әле. Кем йәш? Кем бай? Кем яҡшы итеп донъя көтә? (Фирдәуес бабайға 55йәш, ә Илгизәр бабайға- 80 йәш, ә Илгизәр бабай егеттәр кеүек, машина йөрөтә, эсмәй, тартмай, мал көтә, көтөүгә сыға. Ә Фирдәуес бабайҙың ҡатыны ла юҡ, малы ла юҡ, малайы, ҡыҙы тәмәке тарта, йөҙгә бит туҡһан йәш бирергә була бит, о-о-о мин тәмәке тартмаясаҡмын, эсмәйәскмен дә…
  • Бына һеҙ үҙегеҙ үк һығымта сығарып ҡуйҙығыҙ.
  • Бер тамсы никотин атты үлтерә тиҙәр, ул тәмәке составында нимәләр бар, стендтан уҡып сығайыҡ әле.(Уҡығас ,балалар тағы аптырап ҡалдылар)
  • Бына шул ағыуҙы ни өсөн тарталар һуң? Әлфиә ҡысҡырып уҡы әле ошо стендтағы яҙыуҙы.
  • иптәштәре алдында маҡтанғыһы , тиҙерәк егет исеме күтәргеһе килгән тәмәке буйы малайҙар
  • һөйгән ҡыҙы менән күрешергә барғас, һөйләшергә һүҙ тапмаған,ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән егеттәр .

 Бына шулай, малайҙармы һеҙ, егеттәрме ?!

Бына ауылда 15  йәштән тартҡан Кәрим ағайҙы алайыҡ һәм сағыштырайыҡ: тештәре һарғайып бөткән, серегән, тауышы ҡалын, бите сирышҡан, еҫ килеп тора, йүткерә ғыж-ғыж килеп. Кәрәкме һеҙгә шундай тормош? Бына стендҡа ҡарағыҙ әле, серек теш һүрәте .Шулай итеп тәмәкенең зарары күп, файҙаһы бөтөнләйҙә юҡ. Ҡайтып атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ менән һөйләшегеҙ, ә иң мөһиме- ғүмерегеҙҙә лә тәмәке тигән яуызды ауыҙығыҙға яҡын килтермәгеҙ.

          Әҙәбиәт:

  1. Мәктәп календаре 2004,58-59 бит
  2. Йәншишмә гәзите№43, 30 май (С. Мырзабаева. Сәләмәт йәшәүгә ни етә!)

                  

 

Категория: Мои файлы | Добавил: библ
Просмотров: 579 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz