Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Файлы » Мои файлы

Әсә булыу-хоҙай бүләге
10.12.2015, 09:25

Әсә булыу- хоҙай бүләге.

Илаған бала тауышы. Йыр. Бәпес ҡайтты.

Алып барыусы: Бәпес ҡайтты. Әсә булдым.

Һаумыһығыҙ инәйҙәр, әсәйҙәр, өләсәйҙәр!

Беҙҙең һәр көнөбөҙ балалар өсөн әсәйҙәр көнө. Әсәйҙәр көнөн ниндәй көндә лә үткәрһәк яҙыҡ булмаҫ. 

Әсә булыу - ниндәй оло бәхет!
Әсә булыу - Хоҙай бүләге!
Донъяла бит иң ҙур бөйөк исем,
Әсәкәйем,-тиеп өндәшеү!

Йөрәгеңдең һәр бер наҙын бүлеп,
Сабыйыңа илтеп биреүе,
Был тормошта иң ҙур бәхеттер ул,
Бала ҡыуанысын күреүе!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, һүҙсән, нәфис, хисле итеп яралткан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-кыҙ-иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаклаусы ул.

Бөгөн ҡунаҡта ниндәй генә әсәйҙәр юҡ. Тулғаҡ тота башлаған әсәй,(тап бөгөн 40 йыл элек,,4 ҡыҙҙан һуң ,малайын көтөп ала Гөлъямал апай) күп балалы әсәйҙәр, ғөмүмән әсәйбеҙ тип ғорурланырлыҡ апайҙар ултыра.

Ҡасандыр ырҙында, бесән эшләгәндә ыһ та итмәй бала табып, кендеген ҡырҡып, имеҙеп, төрөп, тағы эшен дауам иткән әсәйҙәргә ҡыҙғанып та, йәлләп тә та ҡуяһың. Күпме бала үлеп ҡалғандыр ҙа, күпме әсә һыҙланғандыр. Илсеғол ауылында ла фельдшер- акушерҙар булғансы өйҙәрендә  бала тапҡандар. Бөгөн беҙ ҡунаҡҡа күп йылдар акушер- фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Эльза апай Насибуллинаны саҡырҙыҡ. Әйҙәгеҙ һүҙҙе һеҙгә бирәйек.

Эльза Нәсибуллина:Миәкәлә тыуһам да бала сағым Илсеғол ауылында үтте. Атайымды колхозға эшкә саҡырҙылар.Роза исемле ҡыҙ менән Өфөгә медучилищегә уҡырға индек, бөтә нәмә русса уҡыталар, Роза русса һөйләшә белмәгәс, уҡый алмай ҡайтып китте, мин тырышып- тырмашып уҡып бөтөрөп Өфөгә эшкә ҡалдым, тормош иптәшем Ғәйсәр ағайығыҙ Илсеғолдыҡы ине бит инде, ул да һәйбәт эшкә урынлашты.Ғәйсәр ағайығыҙ атайым, әсәйем ҡартайған инде, мин уларҙы ҡарарға тейешмен тип, эшенән рөхсәт һораны. Башлыҡтары Өфөнән дә ярҙам итеп була, эш хаҡыңды күтәрәбеҙ тип, әллә күпме өгөтләнеләр. Ауылда миңә лә ыңғай эш булды. Колхоз председателе Куликов А.В ауылда бала табыу йорто һалдырҙы, бөтә расходты үҙ өҫтөнә алып эшләтте, сөнки ошо бала табыу йорто булмаған ваҡытта Әлифә исемле 5 балалы әсә бала тапҡан ваҡытта үлгән булған. Ике санитарка булды, мейес яғып йылытыла, һыу ташыйҙар, айына 2-3 бала табалар, мин эшләгән йылда бер бала ла үлмәне, иҫәндәр. 7йыл эшләгәндән һуң, больницаны яптылар, бала табыуҙы совхозға, Миәкәгә күсерҙеләр.Ошо бер урында эшләнем дә эшләнем.

Алып барыусы: Рәхмәт Эльза апай. Тәүге бала табыу йортонда бала тапҡан әсәйҙәр бөгөн дә иҫән. Хәҙер һүҙҙе дауам итә Зәйтүнә Шайгарданова.

Зәйтүнә Шайгарданова: Бәхетемә күрә,иң беренсе был бала табыу йортонда мин ҡыҙымды таптым. Шуға ҡыҙымдың исемен Эльза тип ҡуштым. Колхоз председателе үҙе килеп ҡотланы, бүләккә одеял бирҙе, матур итеп аш-һыу ойошторҙолар. Рәхмәтем ҙур минең Эльзаға.

Хәтирәләр, хәтирәләр…(һәр бер әсәй хәтерҙә ҡалған төрлө ваҡиғаларын һөйләп киттеләр)

Алып барыусы:

Берүк кеше көнлө итә күрмә,

Һаулыҡ бирсе миңә и Аллам.

Һаулыҡ бир һин, ғүмер бир һин Хоҙай,

Ҡыҙыма ла минең, улыма.

Теләйһеңме, теҙләремә тороп,

Ҡуҙлы күмер алам ҡулыма.

Тик бәхетен бир һин ҡыҙыма,

Тик бәхетен бир һин улыма !

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта 5 бала үҫтереп герой-әсә булған әсәйҙәребеҙ ултыра.

Нурзидә Арыҫланова,
Фәйрүзә Ситдыҡова.

Нурзидә Арыҫланова :Быйыл 3 сентябрь (2015йыл)көнө Өфөгә миҙал алырға саҡырыу килде. Матур прическалар эшләп, кейенеп  барҙым. Бар әсәләргә лә миҙал биреп ҡотланылар, банкет ойошторғандар ине .Рәхмәт хөкүмәткә, йәштәр программаһына эләгеп өй һалдыҡ, йыһазланыҡ, материнский капитал алдыҡ,оло ҡыҙыбыҙ Дилә, Ишембайҙа нефтянойҙа уҡып йөрөй.Һаулыҡ ҡына булһын, барыһына ҡәнәғәтбеҙ.

( президет янындағы төшкән  фотоларҙы алып килеп күрһәтте)

Алып барыусы: Эйе, ошондай әсәйҙәр барҙа ауыл һүнмәҫ, ауыл гөрләр, мәктәптә балалар юҡ тип, ҡайғырып ултырмаҫбыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, балалар шатлығын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Хәҙер һүҙҙе пенсионерка Нәсимә Әкрәм ҡыҙына бирәм.

Нәсимә Әкрәм ҡыҙы: мин бөгөн үҙемде шул тиклем бәхетле икәнмен тип, ҡыуанып ултырам, сөнки үҙем нәнәймен,әсәйем иҫән, һеҙҙең янда ултыра(Гөлъямал Мөхәмәтйәрова). Әсәйемә һаулыҡ, шатлыҡ теләймен.80 йәш булыуға ҡарамаҫтан, шәлен бәйләп, крючок менән дә сигеп ултыра, килене менән 25 йыл бергә йәшәп ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Һоҡланырлыҡ әсәй, рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.

Алып барыусы:Ошондай әсәйҙәрҙе йыр менән ҡотлап китмәйенсә булмаҫ. Фәүзиә Яҡупова башҡара.

Алып барыусы:

Һау-сәләмәт булһын һәр бер Әсә!
Шатлыҡтарҙан, йәшен түкһендәр!
Балалары өмөттәрен аҡлап,
Иң бәхетле ӘСӘЙ итһендәр.

Хәҙер һүҙҙе уҡытыусы- пенсионерка Әлфирә Варис ҡыҙына бирәбеҙ.

Әлфирә Варис ҡыҙы: Ошондағы бар әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлайһы килә. Бына әсәйем вафат булғанға ла 2 йыл булып китте. Әсәйҙәрҙән күргән изгелекте һанап бөтөрөрлөк түгел. Әсәйемә бағышлаған шиғырымды һеҙгә уҡып ишеттерәһе килә.( уҡый) Шулай уҡ бөтә ошондағы әсәйҙәр исеменән Эльза апайға рәхмәтемде еткерәм. Нисәмә йыл эшләп  ауырыуҙарҙы үҙ балаһылай ҡарап, ял тимәй, төн тимәй һәр ауырыу янына барып дауалар ине, ире лә аңлап торҙо, ҡайһы ваҡыт төнөн сирле янында таңға тиклем булып, хәле яҡшырғансы янында булыр ине.Һәр береһенә йылы һүҙе, шифаһы тейҙе.Ул ғына ла түгел, йәмғиәт эшендә ҡушырҙар ине, депутат, ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе, агитатор һ.б.Нисек өлгөргәндер , ниндәй көс тапҡандыр. 5 бала ла тәрбиәләп, һәр береһен юғары белемле итеп, тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар.Рәхмәт һеҙгә Эльза апай.

Алып барыусы:

Аңғармаҫтан,йәки белә тороп,

Һин баламды минең хурлама.

Башым ҡағып, ризалашып ҡына,

Ултырыр ул ,тиеп уйлама.

Балам өсөн, булам инә бүре,

Балам өсөн батам ҡара ҡанға !

Балам өсөн, ғорурлығым еңеп,

Башым эйеп барам хатта Ханға.

Һуңғы күлдәгемде сисеп бирәм,

Йөрәк йыртып тапҡан балам өсөн !

Йәлләмәйем һуңғы һулышымды,

Уның өсөн түгәм аҡтыҡ көсөм.

Аңғармаҫтан,йәки белә тороп,

Һин баламды минең хурлама.

Һөйөү менән тулы усағымдан,

Йәшеренеп осҡон урлама.

Һин баламды минең хурлама !

Был донъяла беҙ тик балалар өсөн генә йәшәйбеҙ.Уларҙың шатлығы беҙҙең шатлыҡ, уларҙың ҡайғыһы беҙгә ҡайғы. Беҙҙе улар һәр ваҡыт шатландырып, ҡыуандырып торһондар.Бәхеткә сорналып,тыныслыҡта, таҙа күк йөҙөндә йәшәргә насип булһын. Амин.

Алып барыусы: Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова.

( һуңынан үҙҙәре бешереп алып килгән нәмәләр менән сәй ойошторолдо. Ауыл сельсоветынан да килеп  насар торған ғаиләләр тураһында, уларға нисек ярҙам итеү тураһында һөйләргә тейеш ине, килә алманы...)

Гөлиә Мөкминова-Азаматова, Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева шиғырҙарын ҡулландым.

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 1706 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz