Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [12]
Поздравляем!
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 41
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Файлы » Мои файлы

Ҡоймаҡ байрамы
12.08.2018, 15:07

«Ҡоймаҡ» байрамы
Матур итеп биҙәлгән өҫтәлдәрҙә төрлө-төрлө ҡоймаҡтар.Самауыр ҡайнап ултыра. Бер нисә сәйнүктә  үлән сәйҙәре.(йүкә, мәтрүшкә, ҡарағат япрағынан, боланут үләне)
«Донъя яйы менән, ҡоймаҡ –майы менән» тип матур итеп яҙылған. Ағинәйҙәр ҡунаҡтарҙы ҡаршылай.

Йыр «Хоҙай бүләге-ҡунаҡ»
Ҡунаҡ килә, ҡунаҡ китә
Барыһына ризыҡ етә.
Һыйға тулы өҫтәл һәр саҡ
Өҙөлмәй беҙҙә ҡунаҡ.
Бәрәкәт өҫтәп йорттарға
Беҙгә ҡунаҡтар килә.
Йәндәрҙә булһа мөхәббәт
Донъя йырға күмелә.
Маҡтап ҡына йөрөйһөҙ
Ҡунаҡтар хуш килдегеҙ.
Хоҙай бүләге ҡунаҡ
Урының түрҙәрҙә һәр саҡ.
А.б:  Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар
Һаумыһығыҙ илдәштәрем
Ҡан-ҡәрҙәштәр, имандаштар
Ҡайнар сәләм ауылдаштар!

Бөгөн беҙ милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе ҡоймаҡ байрамына йыйылдыҡ. Табыныбыҙҙа ниндәй генә ҡоймаҡ юҡ. Береһе әсе,икенсеһе сөсө, йоҡа, ҡалын, манный ҡоймағы, бауыр ҡоймағы, ҡарабойҙай ҡоймағы, тары ҡоймағы һ.б. Һәр кемдең үҙе генә белеп бешергән рецепттары бар, сере бар. 
Ағинәйҙәр таҡмаҡтары. 

1.Байрамыбыҙ түрҙәренә
Беҙ саҡырҙыҡ ҡунаҡтар.
Ҡунаҡтарҙың килеүенә
Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.

2.Ҡоймаҡтың була төрлөһө
Әсеһе һәм сөсөһө
Күпергәне мамыҡ кеүек
Хатта селтәр төҫлөһө.

3. Ҡоймаҡ менән табын йыйыу
Электән килгән йола.
Бергәләшеп ашағанда
Ул бигерәк  тәмле була.

4.Килен төшкән йорттарға ла
Ҡоймаҡ тотоп кергәндәр.
Йомро ҡоймаҡтай тормошоң
Камил булһын тигәндәр.

5. Бала тыуһа бәпес ҡотлап
Ҡоймаҡ менән ингәндәр.
Аҡ бәхеттәр һәм татыулыҡ
Ғаиләгә теләгәндәр.

6. Көтөлмәгән ҡунаҡтыла
Ҡаршылаусы ул ҡоймаҡ
Сәй ҡайнаған арала ла
туғып алаһың ҡоймаҡ.

7. Ҡоймаҡ менән табын йыйыу
Электән килгән йола.
Бергәләшеп ашағанда
Ул бигерәк тәмле була.

8.Сәй янында майлы ҡоймаҡ
Өҫтөнлөклө аҙыҡ ул.
Быуындарҙан быуындарға
Күсеп килгән ризыҡ ул. ( шиғырҙар яҙыусы ағинәй Ниғмәтуллина Әлфирә Варис ҡыҙы ҡоймаҡҡа таҡмаҡтарҙы үҙе яҙып сығарҙы)
 
А.б.:Әйҙәгеҙ ауыҙ итегеҙ, самауыр янында һөйләшеп үҙегеҙгеҙ тәмләп ҡараған ҡоймаҡтарығыҙҙың рецебын хужабикәләрҙән һорап ала алаһығыҙ. Шулай уҡ төрлө ҡоймаҡтар яҙылған китапса ла бар. 
Үрҙә яҙылған таҡмаҡҡа, йә үҙ таҡмаҡтарын әйтеп, һуңынын һәр береһе бейеп үҙ теләктәрен әйтеп таралыша.

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 13 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2018
.
Связи
...
...
Вход на сайт
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2018
    Сделать бесплатный сайт с uCoz