Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 5
Гостей: 1
Пользователей: 4
bibliotekaurshak, aminakayumova, veronikaleonteva07, miakikanbek
Главная » Файлы » Мои файлы

Өләсәйем һандығын елләтеү
10.04.2019, 14:39

Өләсәйем һандығы( елләтеү).

Маҡсат:һандыҡ эсендә ҡәҙерле булған әйберҙәрҙе һаҡлау, ваҡытында елләтеү( көйә төшмәһен өсөн), ошо әйберҙәргә һаҡсыл ҡараш.

Йыһазландырыу: һандыҡ эсендә, төрлө яулыҡтар, төрлө таҫтамалдар, ике балаҫ, ҡашмау, түшелдерек.

Өләсәй: бына тағы матур яҙҙар етте.Һандығымды әҙерәк ҡуҙғалтып елләтеп алайым инде

Ейәнсәре килеп инә.

  • Нәнәй, мин дә һиңә ярҙам итешәйем әле.
  • Әйҙә , балам, бына быныһы ҡарт өләсәйеңдән ҡалған ҡомартҡы түшелдерек...
  • Нәнәй, ниндәй матур түшелдерек.(Нәнәһе алғараҡ бара, күрһәтә халыҡҡа, ҡыҙы кейеп ҡарай, бер ыңғай ҡашмауын да кейә, бер әйләнеп ала.)
  • -Килешә бит нәнәй.
  • -Хан ҡыҙына оҡшаның!
  • - Улайһа күрше еңгәйҙәремә лә күрһәтеп маҡтанып алайым әле.
  • Бар, бар , балам, бер ыңғай саҡыр , елләтеп алайыҡ.

Шаулашып еңгәләре, килендәре килеп инә.

  • Һаумыһығыҙ!
  • -Хәйерле көн, Бибирәхилә еңгә.
  • Бик матур көндә хәйерле эш башлағанһың.Әйҙә ярҙам итәйек.

Нәнәй яулыҡтарын күрһәтә. Теҙелешеп килен, еңгәләр һәр яулыҡты тотоп алға барып өсмөйөшләп тотп торалар , ипләп кенә һандыҡ уртала ҡалырлыҡ итеп теҙелеп баҫалар һәм” Шәл бәйләнем” көйөнөң бер куплетын музыкаға бейеп елпеп алалар.

Улар бейеп бөтөүгә башҡорт кейемендәге ейәнсәре уртаға сығып таҡмаҡҡа бейей .

Ҡашы ла ҡара ғына,

Буйы ла зифа ғына.

Алам тигән һүҙе булһа

Бөгөндән барам ғына.

Бейеһәнә бейеһәнә

Бейеүҙәрең күңелле

Һин күңелле бейегәнгә

Таҡмаҡ әйтәм түгелме?

Ул бейегән ваҡытта тотоп торған яулыҡтарҙы матур ғына итеп йыйып нәнәйгә бирәләр, ул яйлап ҡына ике балаҫты бирә, күрһәтеп тоталар. Ейәнсәр бейеп бөтә лә һоҡланып “Һай балаҫы ла балаҫы” тип әйтә. (таҡмаҡ әйтә –әйтә, балаҫ тотоп хәрәкәттәр менән бейейҙәр)

Һай, балаҫ,балаҫ, балаҫ

Болон сәскәһенә хас

Биҙәктәре янып тора

Һуғыусы оҫта булғас

.

Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?

Беҙҙә балаҫ һуғалар

Эшләйҙәрҙә, йырлайҙар ҙа

Беҙҙә ҡыҙҙар уңғандар.

 

. Һай, балаҫ,балаҫ, балаҫ

Болон сәскәһенә хас

Биҙәктәре янып тора

Һуғыусы оҫта булғас.

Һуңғы куплетты йырлап торғанда балаҫты матур итеп бөкләп нәнәйгә бирәләр.

-(Еәйәнсәр) Нәнәй, бында матур таҫтамалдарҙа, ашъяулыҡтарҙа бар!

Нәнәһенән теҙелеп торған еңгәйҙәр берәмләп таҫтамалдарҙы тотоп алғы рәткә барып теҙелеп елпеп алалар.

Ул ваҡытта “Бибирәхилә” көйө уйнап тора.

Бер хәрәкәт күрһәткәс матур итеп һандыҡ янына хужаһына биреп тағы алғы рәткә йырларға баҫалар һәм “Бибирәхилә” йырын йырлайҙар.

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 500 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz