Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Файлы » Мои файлы

Кейеҙ баҫыу өмәһе
[ Скачать с сервера (32.3 Kb) ] 20.10.2022, 09:13

Хужабикә; күршеләрем, өмәселәрем килеп тә етерҙәр инде хәҙер.

(Өмәселәрҙең йырлап килгәне ишетелә, йырлап килеп керәләр)

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы,

Беҙҙә кейеҙ баҫалар.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай

Бейеп күңел асалар.

Йөндәр теттем, һыу ҡайнаттым

Өмәләргә килегеҙ.

Кейеҙ баҫыу оҫталарын

Үҙегеҙ һеҙ күрегеҙ.

Һарыҡ йөнөң сайыры

Көҙгө йөндә әҙ була.

Ең һыҙғанып кейеҙ баҫыу

Борондан ҡалған йола.

1-се Өмәсе; Һаумыһығыҙ. Күрше хаҡы тәңре хаҡы тигән боронғолар, курше өмәгә саҡырғас килеп тә еттек бына. Иҫән-һау торҙоғоҙмо.

Хужабикә; Бисмилләһи Рәхмәни Рәхим, Эй Раббым, һинән иҫәнлек-һаулыҡ бир, эшебеҙҙе уңышлы башлап, уңышлы тамамларға насип ит инде, амин.

2-се Өмәсе; Эш башлар алдынан беҙ;

Икендегә етмәһен

Ике һуҡыр күрмәһен.

Күрһә күрһен күҙлеһе

Ул да булһын йүнлеһе, - тип әйтә торғайныҡ.

3-се Өмәсе; эйе шул, сөнки эште мәҡәл әйтеп башлаһаң, ул бәрәкәтле, еренә еткерелеп тамамлана. Мәҫәлән; күргәндәр күреп ҡалһын, күрмәгәндәр тороп ҡалһын.

4-се Өмәсе; бер эшлә берәгәйле эшлә.

5-се Өмәсе; хеҙмәт төбө хазина.

6-сы Өмәсе; эш һөйгәнде ил һөйәр.

7-се Өмәсе; белгәнде эшләт, белмәгәнде өйрәт.

8-се Өмәсе; алда булһа ҙур теләк-эштән ял таба йөрәк.

9-сы Өмәсе; күмәкләгән яу ҡайтарған.

10-сы Өмәсе: ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар. Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

-кейеҙ бик файҙалы әйбер инде ул. Борон башҡорт юлға сыҡҡан да ла кейеҙен ҡалдырмаған.

- кейеҙгә уранып ятһа йылан, йыртҡыс йәнлектәрҙән ҡурҡыныс булмаған.

- кейеҙгә ятҡан кешенең быуындары һыҙламаған.

-тын юлдарын да дауалаған.

-тирмәләрҙе лә кейеҙ менән көпләгәндәр. Һыуыҡта йылы, эҫелә һалҡын тотҡан.

Хужабикә; аҡ кейеҙ ул аҡ күңел

Аҡ кейеҙгә баҫыр тик аҡк күңел.

Боронғолар киленде аҡ кейеҙгә баҫтырып төшөргәндәр.

Кейеҙҙәргә ырыу тамғаһын да ҡуйырға онотмйыҡ әле.

(Өс кеше кейеҙ баҫа башлай, ҡалғандары йырлай)

Беҙ баҫабыҙ кейеҙҙе

Беҙ баҫабыҙ кейеҙҙе.

Бына шулай, бына шулай

Беҙ баҫабыҙ кейеҙҙе.

(алмашар)

Баҫҡан кейеҙ йылы булһын,

тығыҙ булһын ныҡ булһын.

Бына шулай. Бына шулай

Тығыҙ булһын ныҡ булһын.

(алмашалар)

Кейеҙ баҫа Илсеғолдар

Матур йырҙар йырлайҙар.

Бына шулай, бына шулай

Матур йырҙар йырлайҙар.

Хужабикә; кейеҙебеҙ әҙер булды инде, бигерәк матур килеп сыҡты, хәҙер Дим йылғаһына алып барып йыуайыҡ инде

(кейеҙҙе күтәреп йырлап китәләләр)

Аҡ та була, күк тә була

Беҙҙең баҫҡан кейеҙҙәр.

Бына шулай, бына шулай

Беҙҙең баҫҡан кейеҙҙәр.

 (йылғаға килеп еткәс кейеҙҙе йылғаға һалып берәм -берәм таҡмаҡ әйтеп бейеп тапап йырлайҙар, таҡмаҡтары шаян)

Иң аҙаҡҡы таҡмаҡ;

Апыра, апыра

Апыра ташып бара.

Етәр инде күп бейемә

Ыштаның төшөп бара,-

тип көлөшәләр.

Хужабикә; тап-таҙа булды кейеҙебеҙ,аллаға шөкөр, киптереп алғандан һуң аш һеркәһе менән сайҡатып та алһаҡ эш бөттө .

Күмәкләшеп йырлап бейеп

Аҡ кейеҙҙәр баҫабыҙ.

Ҡунаҡтарға бәхет, шатлыҡ

Һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.

Һаулыҡ теләп ҡалабыҙ

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 137 | Загрузок: 1 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
avatar
1 suleimanowafairuza • 20:43, 11.11.2022
Молодцы! Афариндар!
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz