Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 7
Гостей: 1
Пользователей: 6
miakisatievo, zilyagaliullina1963, veronikaleonteva07, suleimanowafairuza, agd-1977, azalianasyrova8343
Главная » Файлы » Мои файлы

“Яҡташ әҙиптәребеҙ”
21.01.2015, 13:02

Маҡсаты: 1.Илсеғол мәктәбе уҡыусыларына яҡташ әҙиптәребеҙ хаҡында мәғлүмәт биреү.

                   2.Әҙәби кисә ярҙамында уҡыусыларға яҡташ әҙиптәребеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: стенгазета, слайд-шоу, китаптарҙан күргәҙмә.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ!  Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Яҡташ әҙиптәребеҙ” тигән әҙәби кисәгә йыйылдыҡ. Был сарала беҙ бергәләп Миәкә районыбыҙҙа тыуып-үҫкән шағир һәм яҙыусыларыбыҙ хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Улар хаҡында һәр беребеҙ  бер аҙ мәғлүмәт һөйләп үтер, бергәләп слайд-шоу ҡарарбыҙ.

 

Йырлы-моңло тыуған ер

Яҙыусылар тыуып үҫкән ер,
Иманлы ер ошо бит,
Илһамлы ер ошо бит.
Тарихлы ер ошо бит,
Тамырлы ер ошо бит.
Эй, туғандар, рәхим ит!

         Ә хәҙер уҡыусыларбыҙҙың мәғлүмәттәрен тыңлап үтәйек, бер юлы слайд-шоуҙыла ҡарап барайыҡ.

1 уҡыусы:

Шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуа. Мәләүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. Ауылдарҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй. Аң-белемгә әйҙәй. Батша әрмеһендә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡан өсөн уны 1867-1871 йылдарға төрмәгә ултырталар. Уның бик күп шиғырҙары үҙе үлгәс кенә баҫылып сыҡты.

-Иң иҫтә ҡалған ниндәй шиғырын ятлап күрһәтә алырһығыҙ?(ятлай)

-Афарин тип әйтәһе генә ҡала.

2 уҡыусы:

Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Миәкә районы Баязит ауылында тыуа. Елдәр урта мәктәбен тамамлай. 1944 йылда штурм авиация полкында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Ситтән тороп Харьков педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Бында күргәҙмәлә уның “Шоңҡар юлы“, “Ҡырауҙан һуң миләш тәмләнә”,“Һауаларҙа йондоҙ“, “Осоу“, “Хыял күккә саҡыра“,Әйләнә тегермән ташы, “Үрге Димдә һыу аға” тигән әҫәрҙәре бар.(китаптан ҡыҙыҡ ерен уҡып ишеттерәм)

3 уҡыусы :

Фәнис Янышев Миәкә районы Ерекле Күл ауылында тыуған. Ҡолтай-Ҡаран башланғыс, Боғҙан урта мәктәптәрендә белем алғас, техникум, институт тамамлай. Совет армияһында хеҙмәт итә. Гәзит редакцияларында, Башҡортостан радиоһында эшләй. Ф. Янышев ете китап авторы. Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренән ,,Һөҙһөт”, “Аҡмулла аманаты” тигән китаптары һеҙҙең алда.

 

4 уҡыусы:

Ғариф Ғүмәр 1891 йылдың 10 декабрендә Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, “Хөсәиниә“ мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Армияға алынып һуғышҡа оҙатыла. Ауылға ҡайтып уҡытыусылыҡ  менән шөғөлләнә. Өфөлә республика газеталарында эшләй. “Тупһанан түргә”, “Джаныл”, “Городок на волнах” тигән китаптарын бөгөн һеҙгә тәҡдим итә алам.

5 уҡыусы:

Марс Әхмәтшин 1948 йылдың 21 февралендә Миәкә районы Сәфәр ауылында тыуған. Совет армияһында ил сигендә хеҙмәт итә. Республика гәзит-журналдарында, радио-телевидениеларында эшләй. Уның “Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!“, “Юлыма сыҡ, Гөлсирә!“, “Рәмзиә!“, “Дүртенсе өҫтәл”,”Янғын”  тигән китаптары бар.

6 уҡыусы:

Факил Мырҙаҡаев Миәкә районының Ҡаран ауылында тыуған. Садовый ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлай. Башҡорт Дәүләт университетында белем ала. “Октябрь“, “Совет Башҡортостаны“ гәзите, “Башҡортостан ҡыҙы“ журналы редакцияларында эшләй. Туғыҙ китап авторы. “Яҙмыш фалы йәшлектә”,”Аҙашҡан болан балаһы”, “Тынғыһыҙ малай”, ”Яратам тигәйнең”… китаптары һеҙҙең алда. Был китаптарҙы күбеһен уҡынығыҙ ҙа инде.    

 

7 уҡыусы:

Хәкимйән Зарипов 1929 йылдың 18 октябрендә Миәкә районы Ҡаран ауылында тыуа. Ҡазан дәүләт университетында уҡый. Өфөнөң Орджоникидзе районында халыҡ судьяһы булып эшләй. Бик күп пьесалары донъя күрҙе. “Хыял иленә сәйәхәт“ исемле китабы өсөн Аҡмулла исемендәге премия бирелде.  Китаптары: “А разве не моя вина”, “Обвиняется в убийстве”,”Ғүмерлек үкенес”.

8 уҡыусы:

Сафуан Яҡшығолов 1831 Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Дәүләкән ауылында мәҙрәсәлә уҡый. Үҙ ауылында мулла була, урыҫ телен уҡыта. “Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе”, “Башҡорт хәлдәре”, “Дим буйында” тигән шиғри китаптары бар.”Дим буйында” тигән шиғырын һөйләп китәләр.

9 уҡыусы:

Төхвәт Йәнәби 1894 йылдың 14 февралендә Миәкә районы Йәнәби-Урсай ауылында тыуа. Стәрлебаш һәм Ырымбур мәҙрәсәләрендә уҡый. ҡаҙаҡ ауылдарында балаларҙы уҡытып йөрөй. Граждандар һуғышында ҡатнаша. “Эш сыуағы” тигән шиғри йыйынтығы бар. 1937 йылда репрессияға эләгә һәм атып үлтерелә.

10 уҡыусы:

Ғәли Рафиҡи Миәкә районы Баязит ауылында тыуған. “Ғәлиә” һәм “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. Журналист, яҙыусы, уҡытыусы, тәжемәсе булып эшләй. Бик күп хикәйәләре һәм очерктары бар: “Ваҡытлы никах”, “Артыҡ кеше”, “Алатау буйҙарында” һ.б.тигән әҫәрҙәрен “Башҡорт әҙәбиәте тарихының”икенсе томында уҡырға була. 

 

11 уҡыусы:

    Түләк Ғирфанов 1939 йылда Миәкә районының Әбеш ауылында тыуа. Журналист, парторг, крайҙы өйрәнеүсе.БГУ ның филология факултетын

Тамамлай. БГУ-ның баш әҙәбиәтендә ассисент булып эшләй, Сафар мәктәбендә завуч , Миәкәлә ронола , “Октябрь “гәзитендә редактор , Ҡаранда сельсовет башлығы булып та эшләй. Тәүге әҫәре “Яҡты таңдар” тигән китап йыйынтығында “Ғәләү арбаһы”исемле хикәйәһе, “Яралы хаттар”, “Икмәк формулаһы”,”Һүнмәйҙә, һүрелмәйҙә” исемле китаптары китап кәштәһен тулыландырып тора.

 

12 укыусы:

Рәсимә Мостафина 1955 йылдың 4 февралендә Миәкә районының Биҡҡол ауылында тыуа. Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. “Бәллүр күңел”, “Ғүмерем миҙгелдәре” тигән шиғри йыйынтыҡтары бар. Әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар.

 

Уҡытыусы: Ә хәҙер Ғәшүрә Хәжиәхмәт ҡыҙы һеҙҙең менән викторина уйнаясаҡ.

-Бына был стендта әле генә һөйләп киткән яҙыусыларҙың фотолары. Аҫтарына исемдәре яҙылмаған. Кем икеләнмәйенсә яҙыусыларҙы әйтеп бирер?

- Бер нисә китаптарҙың исеме яҙылған. Кемдәрҙеке?

-Был яҙыусыларҙың тыуған ауылдары?

-Ошо яҙыусыларҙың ҡайһыныһы Аҡмулла премияһы лауреаттары?

-Яҙыусыларҙың иң олоһо?

-Иң йәше?

-Ҡаран ауылынан сыҡҡан яҙыусылар?

 

Йомғағлау:

Бына беҙ бергәләп яҡташ шағир, яҙыусыларыбыҙ менән дә танышып сыҡтыҡ, улар хаҡында мәғлүмәттәр белдек һәм әҙәби кисәбеҙҙең аҙағын ошондай талантлы шәхестәрҙе тыуҙырған изге төйәгебеҙгә арнап шиғыр юлдары  менән бөтөрөп ҡуяһы килә.

Аҡмулланы биргән ер был,

Ғөбәйҙуллин тыуған ер.

Сәсәнлеккә, батырлыҡҡа

Изге төйәк булған ер.

Тыуған яғым – Дим буйҙары,

Тыуған яғым – Миәкә.

Миәкәнең ал таңдары

Мәңге балҡыр йөрәктә.

Ошоноң менән беҙҙең әҙәби кисәбеҙ аҙағына ла етте. Иғтибарығыҙ һәм ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ! 

Категория: Мои файлы | Добавил: библ
Просмотров: 1636 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz