Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Файлы » Мои файлы

Бәхетем ситтә…
09.02.2015, 08:41

(Италияға сығып китеп,  шунда эшләп, кейәүгә сыҡҡан Йәрмөхәмәтова Голнар Рәжәп ҡыҙы менән осрашыу.Встреча с Ярмухаметовой Г.Р, живущей в Италии)

Оборудование: стенд  « Бәхетемде таптым мин ситтә», «Азна» гәзитенән статьялар: «Башҡорт рухлы әрмән ғаиләһе», “17  йыл Германияла йәшәгәндән һуң», « Башҡортостан» гәзитенән статья « Әллә урыҫҡа бараһы- сибәр була балаһы»,  «Башҡортостан ҡыҙы»  журналынан «Һ әр кемдең үҙ урыны бар», «Яҙмышыбыҙға үҙебеҙ хужа булайыҡ»

Таныштырыу.Үҙе тураһында һөйләй./ҡайҙа уҡығаны, эшләгәне, нисек Италияға барып сығыуы/

Алып барыусы: Италия иң матур ҡалаларҙың береһе. «Страны и народы» тигән китапта Италия тураһында мәғлүмәтте пенсионерка Гүзәл Хәйдәр ҡыҙы таныштырып китһенәле.

 

Площадь Италии – 301 300 кв. км

Столица Италии – Рим

Главные города Италии – Неаполь, Мила, Бари, Турин, Палермо, Флоренция, Венеция, Болонья, Генуя, Триест

Денежная единица – евро

Население Италии – 58 млн. человек

Языки Италии – итальянский

Религия – католицизм

ВВП Италии – $ 20 270 на душу населения

Италия, одна из самых романтичных и посещаемых стран мира. Каждый уголок этой страны – неповторим и уникален. Италия – муза для художников и поэтов, ее воздух пропитан атмосферой творчества и свободы. Италия – это страна-музей, бережно хранящая следы могучей Римской империи и многочисленные культурные традиции. Находясь в этой стране, создается впечатление, что время непостижимым образом остановилось. Это позволяет вам забыть о существовании современной цивилизации.

Һорау-яуаптар:

1.Иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?

2.Туғандары, ата-әсәләре бар инеме?Ҡаршы килмәнеләрме?        -  Ҡаршы булдылар тәүҙә, һуңынан шатланып бөтә алманылар, беҙҙең бәхеткә килеп сыҡтыңмы тип шатландылар,ни  өсөн тигәндә  беҙ эштән ҡурҡмайбыҙ, әрһеҙбеҙ, ҡунаҡсылбыҙ/

3.10 йылдан ашыу йәшәйһегеҙ, тыуған яҡ менән сағыштырғанда айырма бармы?

-Бар, ул яҡта шул тиклем таҙалыҡ, мусор ташламайҙар, һәр мусорға айырым һауыттар, ташлаһалар- бик күп штраф һалалар. Ҡунаҡҡа килгән кешене ҡунаҡханаға урынлаштыралар. Магазиндан тауар алһаң чегыңды ташламайһың, ҡайтып еткәнсе һаҡларға тейешһең,уйламаған ерҙә туҡтатып чек һорай алалар, бәлки урланғандыр,булмаһа һиңә лә штраф, чек бирмәгән магазинға ла штраф һалалар.

Итальян ҡатындарының малайҙары 40-ты үтһәләр ҙә өйләнмәй йөрөгәндәре күп.

Олоғайған ата-әсәләрен ҡарамайҙар, тәрбиәләмәйҙәр, интернатҡа бирәләр, йә ситтән килгән кешеләрҙән аҡса түләп тәрбиәләтәләр.

4. Балаларығыҙға ниндәй исем ҡуштығыҙ, һинең рөхсәтте һорайҙармы?

- 2 малайымбар, олоһона 4 йәш,Александро, Альберто, икенсеһенә үҙем ҡуштым, башҡортҡа яҡыныраҡ булһын тинем.

5.Иптәшегеҙ менән Миәкә яҡтарына ҡайттығыҙ. Был яҡтарға ҡарашы нисек?

- шул тиклем оҡшатты, кешеләрҙең, туғандарымдың ябайлығы, ҡунаҡсыллығы хайран итте, тәбиғәте лә әсир итте. Үҙе был яҡҡа йыш ҡайта алмаһа ла мине йылда туған яғыма ҡайтып килергә рөхсәт бирә.

6. Эскелек Италияла нисек?

 

-Урам буйлап эсеп, иҫереп йөрөгән ир заты юҡ, улар кафега барып тәмләп, яйлап эсеп ултыралар.Был яҡҡа ҡайтҡас,араҡыны һыу кеүек эскәндәренә аптыраны, ныҡ ҡыҫлап эсереп иҫерткәндәренә иҫ аҡылы китте.

  1.  

-Һағындыра, йәшереп тормайым, ләкин шул урам буйлап эсеп йөрөгәндәрҙе күрә алмайым, тормош иптәшем эсмәй, мине хөрмәт итә, ни һорайым шул бар.Ҡатын ҡыҙға тағы ни кәрәк?!

 

(Оло ағай репликаһы)Италияны маҡтап беҙҙең ҡыҙҙарҙы шул яҡҡа ылыҡтыраһы булма. Сит илдә солтан булғансы,үҙ илеңдә олтан бул тигәндәр. Боронғо йырҙа йырланған бит

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы-

Ата-олатайҙарҙың төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята изге һөйәге.

Ишетһен ҡолағығыҙ, ҡыҙҙар, ялтырға ымһынып сит ят ергә сығып китәһе булмағыҙ.

-Юҡ ағай, мин пропаганда алып бармайым бында.

Алып барыусы: Ағай, беҙҙең бөгөнгө маҡсат сит ил менән беҙҙең яҡтың айырмаһы, тормошо.Бар ҡыҙҙарға ла шунда кейәүгә сыҡ тимәйбеҙ,танышһындар, сәйәхәт ҡылһындар, белһендәр. Рәхмәт ағай, ошолай итеп ейәнсәндәрегеҙгә әле уҡ аңлатыу эштәре алып барғанығыҙға, тыуған илде һөйҙөргәнегеҙгә. Голнар туғаным, сит ил кешеһенә кейәүгә сығыуығыҙға атай-әсәгеҙ нисек ҡараны?

  • Ой-й, ҡаршы булдылар инде, кем үҙ балаһын сит ергә сығарып ебәрәһе килһен инде. шунан йәшем дә бара ине бит инде, тормош иптәшемдең дә холҡо оҡшай. Ата-әсәм буласаҡ кейәүҙәрен күргәс тындылар инде.Ләкин,ҡыҙҙар, тыуған яғың шул тиклем һағындыра, һулаған һауабыҙ ғына үҙе ни тора, йәшеллеге, тәбиғәтебеҙ, туған яҡ моңдары, телебеҙҙең матурлығын бер нәмәгә лә алыштырып булмай.
  • Унда ҡунаҡ һыйлау, ҡунаҡты ҡарау нисек тора?
  • Беренсенән, беҙҙәге кеүек төрлө ваҡытта барып булмай, тәүҙә киләм тип әйтәһең, йоҡларға ҡунаҡханаға алып бараһың.
  •  
  • Кухня, аш-һыу нисек?
  • Ғөмүмән, унда туҡмас төрҙәренә өҫтөнлөк бирәләр, төрлө-төрлө соус менән. 25 кг туҡмасты йылына бер кеше ашап бөтөрә тиҙәр. Шунан пиццаның ниндәй генә төрө юҡ
  • Иң-иң ғәжәпләндергән нәмәләр Италияла нимә?
  • Рәссәмдәр:Боттичелли, Микеланджело, Леонардо да Винчи, Донателло, Фра Анжелико, Тинторетто, Караваджо, Бернини, Тициан и Рафаэль бөйөк итальянсылар.Виолончель, скрипка һәм фортепианоны, механик сәғәттәр, барометр, термометр, оптик быяла, телефонды итальяндар уйлап сығарғандар.3000дән ашыу музейҙар бар, иң күп туристар Италияла, 4 урында тора сәйәхәт буйынса.

-Рәхмәт Гөлнар, әйҙә ағинәйебеҙгә Рауҙа апайға һүҙ бирәйек.

-Рәхмәт, ҡыҙым, таныштырғаның өсөн, Италияла булып ҡайтҡан кеүек булдыҡ. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы шулай инде, иҫән һау йәшә, балаларыңды таҙа итеп үҫтер. Ләкин һиңә бер ҙур наказ бирәм, балаларыңды башҡортса ла һөйләшергә өйрәт, бында ҡайталар, нәнәйгә ҡыйын бит ул, бер ни аңлата алмай торһа, шунан да ҡыйыны юҡтыр, көнөнә 1 һүҙ өйрәтһәңдә, бер йылда 365 һүҙ беләсәк. Үҙ телеңдә бик матур һөйләшәһең, онтма телеңде, онотма йырыңды, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе.

- Гөлнар, һиңә бәлки ауыр итеп әйтеп тә ҡуйғандарҙыр, күңелеңә ауыр алма, матур йәшә ҡайҙа ғына йәшәһәңдә, беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә, башҡорт икәнеңдән оялма. Аҡыллы бул. Һиңә иҫтәлеккә Таңсулпан Ғарипованың Буренушка тигән китабын бүләк итеп бирәбеҙ. Был китапта ҡатын-ҡыҙ яҙмышы. Оҡшар тип уйлайым. Кисәгә килгәнең өсөн рәхмәт

 

Категория: Мои файлы | Добавил: библ
Просмотров: 809 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz