Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
miyakinovo-karamal, aminevagulzhat
Главная » Файлы » Мои файлы

1- октябрь ололар көнөнә һөйләнгән доклад
01.10.2015, 10:22

Һаумыһығыҙ инәйҙәр, апайҙар, еңгәйҙәр, ағайҙар һәм бабайҙар! Һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам менән тәбрикләйем. Һөйләйһе, кәңәшләшәһе , уртаҡлашаһы һүҙҙәр шул тиклем күп. Быйыл май айында Учалы районында ағинәйҙәр ҡорона барҙыҡ. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Учалы районы ағинәйҙәре үҙҙәренең эштәре менән уртаҡлашты, был турала Илсеғол ауылында ағинәйҙәр йыйылышында һөйләй биреп ҡуйғайныҡ. Улар шул тиклем ҡыуанып, ҡайһы бер нәмәләрҙе күрһәтеп беҙҙе дәртләндереп ҡайтарып ебәрҙеләр.

Кем ул ағинәй?- Әҙәпле,тотанаҡлы, йәшенә лә, олоһона ла ихтирамлы, иғтибарлы, кеселекле һәм кешелекле, ороп бәреп хәбәр һөйләп йөрөмәгән ҡатын-ҡыҙҙы, мәҫәлән ағинәй дәрәжәһенә еткән тип әйтергә була. Шулай уҡ динебеҙгә лә ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш ундай кеше. Иманһыҙ кеше бер ҡасан да ағинәй ҙә, аҡһаҡал да була алмай. Шулай уҡ  ағинәй бер ҡасанда мин ағинәймен тип күкрәк һуғып, ҡысҡырып, тауыш күтәреп, нимәнелер тыйырға тырышып, кемгәлер үҙ кәңәшен көсләп тағырға йөрөмәйәсәк.

Иң беренсе был ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ауыл эсендәге үҙебеҙҙең проблеманы сисергә,  ауыл хакимиәт башлығына ярҙамсы, кәңәшсе булырға тейеш, Тәлғәт Ғәйнетдин улы ла ололар менән кәңәш ҡорорға, улар менән бергә эшләргә тейеш, башлыҡты арттан һөйләп, ошоно эшләмәгән, быны эшләмәй тип йөрөргә түгел. Бына 2 гә ауыл хакимит башлығына ышаныс белдерҙеләр, ышанысты бергәләп аҡларға кәрәк. Тағы бер нәмә әйтмәксемен. Элек ауыл советына депутат һайлағанда, кандидаттарҙы халыҡ билдәләй торғайны, берәй өйгә йыйылып, һөйләшеп, кәңәшләшеп һайлайҙар ине, ә  хәҙер әллә күктән алып яҙалар, белмәҫһең, бындай эштә уяу, айныҡ аҡыл кәрәк бит. Һеҙҙең һүҙҙә үтергә тейеш. Самогонщиктарҙы, араҡы һатыусыларҙы кем билдәләй һуң? Әлдә улар үтмәне.

Беҙҙә лә ағинәйҙәр юҡ түгел, бар. Апаруҡ эштәр эшләнек, эшләрбеҙ тип уйлайым.Гел ағинәй тип һөйләй башланым, ә ҡайҙа аҡһаҡалдарыбыҙ? Әллә һаҡал үҫтермәгәс, бәләкәс бабайҙар беҙ тип йөрөйҙәрме? Һәр кем хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ- үҙен генә ҡәҙерләп, сериалдар ҡарап, бәйләм бәйләп, ҡунаҡтан- ҡунаҡҡа ғына йөрөгөһө киләлер. Әммә бөгөн оло быуын кешеләре алдында мөһим бурыс: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ,туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһында хәҡиҡәтте түкмәй- сәсмәй тапшырыу. ( Былтыр Рәжәп ағайҙың ҡыҙы Голнар  тураһында)

Быйыл оло йәштәге апайҙарҙың ҡул эштәре тураһында

” Ағинәйҙең уңған ҡулдары” тигән сара үткәрҙек, буш ятмайҙар, ул эштәрҙе, балаларҙа , ситтән килгән артистар ҙа күрҙе, фотоға төшөрөп өйрәнәбеҙ тип тә йөрөнөләр.

Быйыл Еңеүҙең 70 йыллығына ағайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың, ҡартттайҙарыбыҙҙың фотоларын ҙурайтып байрамға тотоп сыҡтыҡ. Был беҙҙең балаларыбыҙға фронтовиктар менән танышыу тәрбиәүи эш булып торҙо. Улар ошо һарғайып, иҫкереп бөткән фотоларға оялып түгел,ә ғорурлыҡ менән ҡараһындар, һеҙ быны ҡандарына һеңдерергә тейешһегеҙ./ а то...)

Тарихи үткәндәр, һеҙҙең баштан үткәндәр үҙегеҙ менән китергә тейеш түгел, ә ейән ейәнсәрҙәрегеҙгә гел таҡылдап һөйләп тороғоҙ, а то улар тормош ошолай гел матур булған, ҡыйынлыҡтар булмаған, икмәк булмағас ниңә ҡалас ашаманығыҙ  тип, уйлап йөрөрҙәр.

 Ситтән туғандар ҡайта, ҡунаҡтар ҡайта, мотлаҡ рәүештә улар шишмәгә, сәхәбәләр тауына баралар. Барма тип кенә әйтеп булмай, ғүмер буйы ситтән килгәндәр, киләләр, киләсәктәр Бына ошо ваҡытта  барыу тәртибен белһендәр ине,

Электән ҡәберлеккә табынмағандар.

3,7 тапҡыр әйләнеп йөрөү юҡ, ҡыҙыҡһыныу өсөн ҡарап сығырға мөмкин.
Яланғас йөрөмәһендәр, кейенегеҙ тип һеҙ әйтергә тейешһегеҙ.
Кем килһә лә  был тау башына, сит ил кешеһеме, -хөрмәт итергә тейешбеҙ, тауыш сығарырға , ҡыуарға, ҡурҡытырға тейеш түгелбеҙ.Тарихын белмәһәгеҙ, белмәйем, тип әйтегеҙ, юҡ-бар һөйләп данығыҙ таралмаһын.

Бына был минең һеҙгә әйтә торған һүҙҙәрем, сөнки 1 йылдан мин дә һеҙҙең янға баҫасаҡмын, пенсия йәшенә лә еткәнмен, белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәш ғүмерҙең үткәнен.

Бөтә ерҙә лә оптимист булайыҡ, ҡартайыуҙы онотайыҡ,  матур йәшәйек, күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булһын, һуғыш тигән һүҙҙәр өндә түгел, төшкә лә кермәһен. рәхмәт мине тыңлағаныҙыҙға.

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 1609 | Загрузок: 0 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
avatar
0
1 Ilsegul • 19:00, 09.12.2023
+
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz