Илсеғолдың ауыл китапханаһында һигеҙенсе мартҡа арнап "Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре" исемле сара уҙғарылды.
Был сарала Физалия Ниғмәтуллина үҙ аллы өйрәнеп, материалға башҡорт орнаменты баҫтырылған кейемдәрен күрһәтте.
Ә Альбина Мөхәмәтйәнова, әгәр һатыусылыҡ һөнәрен һайламаған булһам, мотлаҡ визажист һәм косметолог булыр инем тип, бер апайыбыҙға бик матур макияж эшләне.
Шулай уҡ ул духи еҫтәрен нисек үҙеңә тәғәйен генә һайлап булғанын сер итеп кенә әйтеп китте.
Лилия Насибуллина Эрцаг, Гринлиф продукциялары тураһында һөйләп, бар килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап бүләкләп китте.
Тыштан матур булма, эстән дә матур бул тигәндәй, һаулыҡ тураһында ла һүҙ барҙы.
Был үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында үҫкән андыҙ үләне тураһында .
Тик ошо көслө андыҙ үләне арҡаһында күптән ыҙалатҡан сирҙән ҡотолоуы тураһында һөйләшеү күңелгә ятты.
Ғөмүмән,был кисәнән бүләкле лә. яҡындарына бүләк тә алып, футболкаға һүрәт төшөрөргә заказдар ҙа
...
Читать дальше »