Пенсия йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, Әлфирә Варис ҡыҙы Ниғмәтуллина бөтәһенә лә өлгөрә. Мәсеттә алған белемен үҫтереп, үҙ яйына ғәрәп телендә ҡөрьән уҡый, намаҙын ҡалдырмай. Йәмғиәт эшендә лә ярҙам итеп өлгөрә. Мәҙәниәт йортонда булған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Матур йырлай, телгә бик оҫта, кеше күңеленә йылы һүҙҙәр табып маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй, дәртләндереп ебәрә. Илһам килгән ваҡытта шиғырҙар ҙа яҙа.Ошо биттә уның шиғырҙарын ҡуйып таныштырып бараһым килә. Шиғырҙары йыр кеүек,үҙенән үҙе йырлап тора. Һәр битемдә үның шиғырҙарын ҡуйып таныштырмаҡсы булам.
Өҫтәлдең күрке- ҡоймаҡ.
Байрамыбыҙ түрҙәренә
Саҡырабыҙ ҡунаҡтар.
Ә уларҙың килеүенә
Бешерәбеҙ ҡоймаҡтар... Ҡоймаҡ тураһындағы шиғырҙарын Ильчигуловская сельская библиотека в\к ҡарап таныша алаһығыҙ