БЕР ЮЛЫ ИКЕ КОНКУРС ИҒЛАН ИТӘБЕҘ!!! Фотомандар – алға! “Ағиҙел” журналының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы фотоконкурс иғлан итәбеҙ. Бәйгенең төп шарты буйынса һеҙ ебәргән фотола иң мөһиме “Ағиҙел” журналы һәм уның көтөлмәгәнсә оригиналь сюжетлы булыуы мотлаҡ. Әйтәйек, һеҙ ғаиләгеҙ менән бергә журнал уҡыйһығыҙмы, бесәйегеҙ журнал биттәрен асып ултырамы, сабыйығыҙҙың ауыҙы имеҙлектә лә, күҙҙәре “Ағиҙел”дәме, ҡыҫҡаһы, – һеҙҙең фантазияға тулы ихтыяр. Фотобәйге 6 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүсене 12 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк 100 йыллыҡ юбилей кисәһенә саҡырып бүләкләйәсәкбеҙ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн фотоларға исем ҡушып ... Читать дальше »