«Йәншишмә» рухи хәтер йыйынына килегеҙ! Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, туғандар, дуҫтар, ватандаштар! Барығыҙҙы ла, 12 июнь көндөҙгө 12:00 сәғәттә, Миәкә районы Изге Нарыҫтау ерендәге Сәхәбә мәсетенә Рәсәй көнө уңайынан йыл һайын үткәрелә торған «Йәншишмә» исемле рухи хәтер йыйынына саҡырабыҙ! Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Йыйындың махсус ҡунағы - бөтә донъяға "HOMAY" йыры менән танылған "AY YOLA" төркөмө. Көн тәртибендә: 09.00- 12.00 радио аша Ҡөрьән уҡыу, Салауаттар әйтеү, Сөхбәт-вәғәздәр тыңлау; 12:00-12:10- Йыйынды асыу һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү; 12:10-12:40-Арғымаҡ төркөмөнөң мөнәжәттәр менән сығышы, йәмәғәт менән Зикр, Салауаттар әйтеү; 12:40-13:20-AY YOLA төркөмө сығышы; 13:30-14:0 ... Читать дальше »