"Әсәй- тормош биҙәге" исеме аҫтында ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә матур сара үтте. Оло әсәйҙәр, МХО-ла хеҙмәт иткән яугирҙарҙың әсәләре лә саҡырылғайны. Хәтирәләргә бирелеп, йәш ваҡыттағы йырҙарҙы йырлап,күстәнәстәр менән сәй эсеп,викториналар уйнап баштарын эшләттеләр Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп, балаларҙың имен аман ҡайтыуҙарын теләп таралыштылар.