Үтте был матур көн... Ололар көнөнә арналған сарабыҙ бик матур үтте. Илфат хәҙрәт һуғышта йөрөгән ир егеттәребеҙҙең иҫән һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн доғалар уҡыны. Мансур хәҙрәт ауылдаштарын ҡотлап иманлы балалар үҫтереүен теләне. Рәүф һәм Сәүиә Садыҡовтар кейәүҙәренең һуғыштан иҫән һау ҡайтыуына бағышлап ҡорбан салып ауыл халҡына ауыҙ иттерҙе. Спонсорҙарыбыҙ Илһам Сәһәрйәровҡа, Рита Мостафинаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, өҫтәл һығылып ултырҙы, ҡунаҡтарыбыҙҙа күстәнәстәр менән килделәр һәм яугирҙарыбыҙға посылкаға һалырға кәрәкле әйберҙәр алып килделәр. Сәскә үҫтереүселәребеҙҙең иң иңдәре төрлө номинацияла бүләк алдылар. Халыҡ һәр ваҡыт ошолай күләмдә мәсеттәргә йөрөп мәсетебеҙҙе нурландырһын ине. Рәхмәт һеҙгә. ... Читать дальше »