1 ноябрь мәҙәниәт йортоноң фойеһендә берҙәмлек көнөнә арнап балалар менән ярыштар ойошторҙоҡ. Ҡыйыу булырға ла, етеҙ булырға ла, көслө булырға ла кәрәк ине. Ярыш бик күңелле булды. Төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡтылар, төҙ генә бәрергә, һикерергә, ырғырға тырыштылар. Ҡырҡылған хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөп аҙаҡтан фотоға төштөләр. Тик...бер нәмә эсте бошорҙо... Балаларҙың күбеһе скакалкала һикерә белмәй, улар өсөн иң ауыр конкурс булғандыр был.
... Читать дальше »