Бөтә донъя һыйған, һыйынған! Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры Әсәй йөрәгендә ҡойонған! Әсәй. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар! Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. 26 ноябрь Илсеғол мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә бағышланған «Әсәйҙәр- тормош биҙәге» тип аталған байрам концерты үтте. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!