




"Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамынан һуң уйланыуҙар.
беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр.Хаталар булғандыр.
Беренсенән ,ауыл менән бергәләп эшләнмәне,аңлатып еткерә алмағанбыҙҙыр, беҙ килен генә тип ситтә тороп ҡалдылар, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн генә тип концертҡа килмәнеләр.
Ә был ҡыҙҙар -ҡунаҡтар һәр бер кешене күрергә, таныйым микән, үҙәгәрҙе микән, мине танырҙар микән тигән уй менән килә.
Килгән кешеләрҙең һөнәре, ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынманыҡ, күбеһе белмәнем, ишетмәнем, килер инем тип үкенес белдерҙеләр.
Был сараға етәкселәрҙе йәлеп итмәгәнбеҙ.
Ғөмүмән, эшләнәһе эштәр, хаталарҙы ҡабатламау тора.
Был байрамды күтәреүсе ауылыбыҙҙың иң егәрле ғаиләләр: Янтуриндар, Рахимовтар, Шаяхметовтар, Мухамедьяровтар булды.Улар ярҙамсылары менән шешлектәр бешереп, самауырҙар ҡайнатып, тәмлекәстәр алып килеп яҡты йөҙ менән ҡунаҡтарҙы һыйланылар.Иҫән-һау булһындар, Аллаһы тәғәлә уларҙы һәм балаларын бәлә-ҡазаларҙан, хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлаһын. Мең рәхмәт!!! |