Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2024 » Апрель » 26 » Ер мәсьәләһе
19:23
Ер мәсьәләһе

Ер мәсьәләһе.

Был аҙнала Илсеғол ауылы мәҙәниәт йортонда ер пайҙары, көтөүлек, бесәнлек ерҙәре тураһында халыҡты йыйып етди һөйләшергә саҡырҙылар.

Элек халыҡтағы пай ерҙәре Илсеғол ауыл хужалығы кооперативына 10 йылға арендаға биргәйнеләр. Бүленеп сығабыҙ, ерҙе үҙебеҙ эшкәртәбеҙ тигән кешеләр булманы.

Тирә-яҡтағы күп ауылдарҙа пай ерҙәрен һәр кеше межалатып, рәсми теркәү үткәргән, үҙенең пай ерҙәрен ҡайһы тирәлә икәнен яҡшы белә.

Был йыйылышта һүҙ яҡынса аҙаҡҡы 15 йыл эсендә вафат булған кешеләрҙең пай ерҙәрен рәсми теркәү эштәрен үткәреү тураһында барҙы.

Ундай кешеләрҙең һаны ла бик күп, ер майҙандары ла бик ҙур.

Кемдеңдер ата-әсәһе, туғандары ошо осорҙа үлгән булһа, 2024 йылдың аҙағына ла ҡалдырмай үҙегеҙгә рәсми теркәтеп ҡуйыу мотлаҡ!!!

Рәсмиләштерелмәһәгеҙ, был ерҙәр һеҙгә эләкмәй, ауыл советы фондына күсә, бер нисек тә һуңынан ҡайтарып алып булмаясаҡ.

Быуаттар буйы ошо ер тип йәшәй халыҡ, киләсәк быуынға йәшәр урын, мал көтөр ер булһын тип тырышҡан, сит кешеләргә бирмәҫ өсөн һуғышҡан, ҡан ҡойған.

Күҙ йомоп, бер нәмәгә ҡарамайынса ерҙәрҙе үҙегеҙгә рәсмиләштерегеҙ., вайымһыҙ булмағыҙ, етди ҡарағыҙ был эшкә. Терһәкте тешләрҙәй булырһығыҙ, һуң булыр.

Пай ерҙәренән башҡа халыҡҡа мал көтөр өсөн бесәнлек, йәй ашатырға көтөү ерҙәре лә бар бит әле. Был ерҙәргә тәғәйен хужа булырға тейеш, ауыл халҡы менән һөйләшеп законлаштырырға кәрәк була.

Ошоға тиклем был ерҙәргә Жнейкина Оксана Дмитриевна исеменә теркәлеү үткәйне, быйыл 2024 йылдың йәйенә договор ваҡыты тула.

Шуға күрә йәйгә тиклем бесәнлектәрҙе икенсе кеше исеменә күсереү эштәрен тиҙ арала үткәререгә кәрәк буласаҡ .

Бесәнлектәрҙе тәртиптә тотоу, һаҡлау, уларҙы ғәҙел бүлеү,
аренда хаҡтарын ваҡытында түләп барыу өсөн яуаплы кешеләр билдәләү, һайлау өсөн тәҡдимдәр булды.

Йылдан- йыл мал кәмей, малдары булмағандарға бесәнлек бүлмәҫкә, ҙур территориялы бесәнлектәрҙе ваҡ өлөштәргә бүлергә кәрәк тигән тәҡдимдәр индерелде.

Бесән саба башлағанға тиклем был ерҙәрҙе техниканан тапатмаҫҡа, малды сығармаҫҡа, сабып алғандан һуң уңдырышын күтәреү өсөн малды йөрөтмәҫкә тигән ҡәтғи әйтеүҙәрҙе тормошҡа ашырырға кәрәк.

Мал көтөүлеге тураһында.

Бөгөнгө көнгә хәтлем көтөүлектәр булып һаналған ерҙәр күп ауылдарҙа рәсмиләштерелмәгән, шуға күрә бөтөнләй сит кеше килеп (йылғырҙар күп булыр ул)ошо ерҙәрҙе еңел генә күп итеп үҙ ҡулдарына эләктереп ҡалырға тырышасаҡтар.
Уларға һинең малың бар ниҙә, юҡ ни, аҙбар эсенән дә сығара алмаясаҡһығыҙ.

Ошондай ҡурҡыныс хәлдәр булмаһын өсөн, был ерҙәрҙе лә рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк.

Һуңлаһаҡ, бесәнлекһеҙ, көтөүлекһеҙ ҡалған ауылдың киләсәге лә булмаясаҡ!!!

Сит илдең яһалма майын, йомортҡаһын, һөтөн ашап ҡәнәғәт булырһығыҙ микән?!

https://vk.com/video615501040_456239216

 

Просмотров: 1298 | Добавил: Ilsegul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 11411 2 3 ... 114 115 »
avatar
1 zhurenkovailvina • 21:01, 26.04.2024
++
avatar
2 zhurenkovailvina • 21:31, 26.04.2024
++++
avatar
3 svetikgumerova • 06:35, 27.04.2024
+
avatar
4 zhurenkovailvina • 07:30, 27.04.2024
+++
avatar
5 svetikgumerova • 07:48, 27.04.2024
С
avatar
6 bibliotekaurshak • 20:19, 27.04.2024
smile
avatar
0
7 библ • 20:19, 27.04.2024
+
avatar
8 veronikaleonteva07 • 20:30, 27.04.2024
+
avatar
9 sgavrilova-77 • 20:44, 27.04.2024
smile
avatar
10 miyakitamyan • 21:01, 27.04.2024
+
1-10 11-20 21-30 ... 1131-1140 1141-1141
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz