Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои статьи [6]
Поздравляем!
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 42
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Килендең билен сисеү йолаһы

Егет өләсәһе.Ата-баба йолаһы-

Боронғонан аманат.

Шул йолаларҙы онотһаҡ,

Беҙгә булыр яманат.

Егет әсәһе. Тағы бер йола үтәйек-

Килен билен сисәйек.

Килен билен кем сисә?

Әй, бикәстәр, һеҙ ҡайҙа?

Бикәс. Мин сисәм, мин.Еңгәмдең иң яҡын бикәсе мин булам.(Бикәс билен сисеп бүләкте ала, халыҡҡа күтәреп күрһәтә. Килен билен сисеү үҙенсәлекле йола. Килен алдан уҡ биленә бүләк бәйләп килә. Бикәс уны сисеп ала, улар артабан серҙәш, әхирәт була. Бикәсе еңгә билен сискәс, егет еңгәһе уларҙың ҡулын етәкләштерә.

Егет еңгәһе. Киленкәй, тыуған йортомдан, ата-әсәмдән, әхирәттәремдән айырылдым, тип ҡайғырма. Был йортта хәҙер һинең иң яҡын серҙәшең- бикәсең булды. Әйҙә,хәҙер ҡайның,ҡәйнәң менән күреш инде.( килен ҡайны,ҡәйнәһенә лә бүләк бирә.Тапшырып, фатиха алып, яңы ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнә. Ҡыҙҙың еңгәһе бүләктәр тотоп эргәһенә килеп баҫа, килен уларҙы ире яғынан туғандарына тапшыра һәм күрешеп сыға.

Бикәс. Еңгәнең билен систек, бүләктәр алдыҡ- үҙебеҙҙең араға ҡабул иттек!( "Киленсәк" йырына килен бейей, халыҡ аҡса һибә, кескәйҙәр аҡса йыйырға төшә. Ҡул сабыуҙар, киленде хуплау)

 

Категория: Мои статьи | Добавил: Ilsegul (30.04.2016)
Просмотров: 307 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2018
.
Связи
...
...
Вход на сайт
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2018
    Сделать бесплатный сайт с uCoz