Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 4
Гостей: 1
Пользователей: 3
nazyrowaalmira, miakisatievo, gilmanovagulnaz150
Главная » Файлы » Мои файлы

Мостай Кәрим- башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы.
26.01.2015, 08:16

Мостай һүҙе һыя һәр кешегә
Һүҙе үтә бөтә әҙәмгә.
Өләшеп бирһәң уның осҡор һүҙен,
Етер ине барлыҡ ғәләмгә,
Береһе китмәҫ ине әрәмгә.
Мостай күҙе үткер- барын күрә,
Бөтәһенә һирпә ҡарашын.
Атайҙарса уның ҡарашынан
Талашҡандар китә ярашып,
Күптәргә заң уның ҡарашы.
Мостай Кәрим исемен белмәгән кеше юҡ Башҡортолстаныбыҙҙа. Олоһо ла, кесеһе лә йә уны ишетеп белә, йә әҫәрҙәре менән таныш, йә театрҙа уның пьесалары буйынса ҡуйылған спетаклдәр ҡарағандыр.
(рәт буйлап әҫәрҙәрен һанап китәләр)
«Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Йылғалар һөйләшә», « Ҡара һыуҙар», « Ай тотолған төндә», « Айгөл иле», « Оҙон- оҙаҡ баласаҡ», « Салауат», « Ташлама утты Прометей», « Ярлыҡау» һ.б
Күп улар. Уларҙың бөтәһе лә үҙебеҙҙә йәшәүгә хоҡуҡ һәм ғүмерлек прописка алды, унан ут күршеләргә күсте, сит батшалыҡтарҙы ла айҡаны, үҙәктәге нәшриәттәрҙе лә үҙ итте.
Әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим бары йәшәүҙең матурлығы, мәғәнәһе менән һоҡландырҙы, һыҙландырҙы, яраттырҙы. Ул кеше күңеленә бары тик матурлыҡ, изгелек, инсафлыҡ, яҡшылыҡ тойғолары аша яҡын килергә, йоғонто яһарға тырышты. Һәм быны ул оҫта рәссамдарса, маһир әҙиптәрсә, нескә психолог булараҡ башҡарҙы.
Бөгөн беҙ уның йәш кенә сағынан оло йәшкә еткәненсә яҙған әҫәрҙәрен уҡып,шиғырҙарын һөйләп, шулай уҡ һәүәҫкәр артистарыбыҙ ҡатнашлығында драмаларынан өҙөктәр ҡарап китәрбеҙ... (...)
( шиғырҙарын уҡығандан һуң һүҙҙәр)
...Мостай Кәрим үҙенең һәр нервы ебе, йөрәгенең һәр тамыры менән заманына, халҡына тоташҡан. Ул ваҡиғалар ағымының иң үҙәгендә йәшәй, һалҡын тулҡындарҙан нур айырып алған кеүек, ваҡиғаларҙы йөрәге аша үткәреп, уларҙың асылын һөҙөп ала һәм кешеләргә шиғри һүҙ итеп тарата.
Башҡорт шиғриәтенең титаны Мостай Кәрим һуңғы шиғырҙарының береһендә былай тип яҙҙы:
Китеп барһам, ҡан ҡәрҙәштәр, һеҙгә,
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп- түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен...
Эйе, шағир беҙгә йомарт Ҡояш, имен, бәрәкәтле Ер, шулар менән бергә мәңге балҡыр шиғриәт һәм мөхәббәт ҡалдырҙы.
Мостай Кәрим мөхәббәт темаһына бик ихлас һәм яуаплы ҡараған, шағир мөхәббәт тойғоларын һүрәтләү аша бар булмышын, күңел донъяһын, кешеләргә, һөйгәненә, Ватанына ҡарата хис тойғоларын, мөнәсәбәтен сағылдырған. 
Мөхәббәт булмаһа, шиғриәт булмаҫ ине,- тигән бит. Шағир Риф Мифтахов былай тип хәтерләй: «Мостай ағай бер миңә:
«Мөхәббәт шиғырҙары яҙаһыңмы әле?- тип төрттөрә». «Яҙам»- мин әйтәм.*Маладис!*- ти йылмайып,-улай булғас, шағир икәнһең әле,-ти».
Шулай булмаһа, ошондай шиғырҙар тыуыр инеме, беҙгә, шиғыр һөйөүселәргә, йәдкәр-шиғырҙар ҡалыр инеме?!
Мостай Кәримдең шағир булараҡ формалашыуында Башҡортостан « Китап» нәшриәтенең әһәмиәте бәхәсһеҙҙер./китап күргәҙмәһенә күрһәтеп/.Сөнки шағирҙың тәүге китабынан алып, үҙенең 88 йәшенә тиклем бөтәһе лә иң әүәл үҙебеҙҙә башҡорт телендә донъя күргән.
Олуғ шағирыбыҙҙың китаптары өҫтәлебеҙҙә, әленән әле уларҙы ҡулға алып, эстетик ләззәт кисерәбеҙ,аҡыллы фекер табабыҙ.

Категория: Мои файлы | Добавил: библ
Просмотров: 1343 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz