Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
adalinaadelaida, miyakitamyan
Главная » Файлы » Мои файлы

Кис ултырыу
10.10.2015, 11:39

Кис ултырыу.

Йыһазландырыу; урындыҡ, тумбала гармун.

Ҡатын- ҡыҙҙар ойоҡ, носки бәйләйҙәр. Сәхнә асылмаҫ борон"Ғүмер уҙа" тигән башҡорт халыҡ йыры ишетелә, сәхнә асылғас та дауам итә.

Нәзирә; Эй, ғәфү итегеҙ, ҡайғылы йыр йырлап ташланым. Һөйгән йәрҙәрегеҙҙән хат, хәбәр бармы?

Рәйлә; 2 ай инде, хатта, хәбәрҙә юҡ.(илай).

Ғәшүрә; килер, килер. Шәрбаныу еңгә, имен-аман йөрөһөндәр тип доға уҡып ал әле ( уҡый)

Почтальон инә.

-Һөйөнсө , хат бар. Гилминиса еңгә бейе( тиҙ генә әйләнеп бейеп ала)

 Гилминиса; балам , уҡый һал инде!

Почтальон уҡый.

-тауыштар: иҫән генә булһындар, беҙгә лә хәбәр булыр әле, һуғыш бөтөр , алла бойорһа.

Рәйлә; әйҙә, ултырышығыҙ.

Флүзә: Нимә эшләйһең ул?

Ғәшүрә; ә-ә-ә, кисә Хәлидәләрҙә күрҙем, күрәҙәсәлек итәбеҙ

Рәйлә;( ҡағыҙ, шырпы алып стена янына килә.) Шәмде һүндерегеҙ ( кағыҙҙы яндыра, күләгә күренә)

-Ана, күрәһегеҙме?

Ғәшүрә: ана, һинең Салауатың ҡулына граната тотоп  дошман танкыһына ҡаршы йүгерә.

Тауыштар: күрәм,күрәм. Шул, шул.

Рәйлә: Нәзирә,һинең малайың разведкаға китеп бара. Гилминиса ирең ниместе баҫтыра, ана йығылды, аһ, торҙо, торҙо, кире йүгерҙе.

Ғилминиса; хатыңды алдым, был яҡҡа ҡара инде,Илай.

Рәйлә: Шәмде яндырығыҙ. Иғәндәр бит, барыһы ла иҫәндәр..

Тауыштар. Иҫән генә йөрөһөндәр...

Гилминиса; ҡыҙым, хат яҙ, әле, йөрәккәйемә.

Почтальон; Яҙып бөтөрә яҙҙым инде, ғаилә исеменән сәләмдәр ебәрҙем, иҫән-һау йәшәүегеҙҙе яҙҙым, йорт- ҡураларығыҙ имен тинем. Үҙеңдән бер йыр һүҙе генә кәрәк.

Гилминиса: Яҙ.    Көндөҙ иҫемдән сыҡмайһың

                            Инәһең кис төшөмә.

                            Герой булып ҡайт, бәғерем

                            Орден тағып түшеңә.

(Ишек туҡылдаған тауыш ишетелә). Яралы һалдат инә.

-Инергә рөхсәтме?

-Атаҡ, Рәшит түгелме?

-Шул бит.

Рәшит: Утығыҙҙы күрҙем дә, инәйем тим, ҡыуып сығармаҫтар әле тим.

-һорауҙар. Аяғың яраландымы? Һуғыш бөтөргә уйламаймы, беҙҙекеләрҙе күрмәнеңме?һ.б

Рәшит; Мина өҙә яҙҙы, ялғанылар инде

-Ҡайтҡаныңа шөкөр ит, Ике аяҡһыҙҙар ҙа ҡайта, беҙҙекләр бөтөнләй ятып ҡалды.

Нәзирә;( гармун янына килеп) Рәшит улым, һин гармунда уйнай инең бит. Улым нисек ултыртып киткән, шулай ултыра ине.

Ғәшүрә; Рәшит ағай, дошмандарға үс итеп, һыҙҙырт әле гармуныңды. Донъяны, һуғышты, үлемде онотоп бейейһе килә.

( таҡмаҡ әйтә-әйтә, гармунға ҡушылып бейейҙәр).

 

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 1657 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz