Ильчигуловская сельская библиотека
МБУК Миякинская МЦБ

 
Главная Мой профиль Регистрация Выход Вход
Меню сайта
Категории раздела
Мои файлы [18]
...
...
.
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 58
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
suleimanowafairuza, kzkz1978
Главная » Файлы » Мои файлы

"Әйтер һүҙем"кисәһе
16.04.2017, 04:36

Кисәне"Балаҫ һуғыу йолаһы" менән башлап ебәрҙек Ултыралар: йөн иләүсе,сиратыусы, аяҡлаусы.,сыйырсыҡ  яһаусылар

Улар алдында тазикта йөн буяусы ҡыҙҙар.Йыр.

1.Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?

Беҙҙә балаҫ һуғалар

Эшләйҙәрҙә, йырлайҙар ҙа

Беҙҙә ҡыҙҙар уңғандар.

Һай, балаҫ,балаҫ, балаҫ

Болон сәскәһенә хас

Биҙәктәре янып тора

Һуғыусы оҫта булғас.

2.Башҡорт балаҫтары матур

Оҫта итеп һуғайыҡ.

Балаҫ матур булһын тиһәк

Сағыу төҫтәр ҡуяйыҡ.

3. Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?

Беҙҙә балаҫ һуғалар

Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға

Бирнә итеп һалалар.

Гүзәл.Бына бөгөн өмә яһап алырға булдым.

Балаҫ һуғыу бик борондан килгән,

Әсәләрҙән күсә ҡыҙына.

Беҙҙең яҡтың балаҫына

Бик күптәрҙең күҙе ҡыҙыға.

“Балаҫ һуғыу ҡатын-ҡыҙҙы эшкә генә түгел, ә сабырлыҡҡа өйрәтә, матурлыҡ тойоу тойғоһон тәрбиәләй.

Флюза

Балаҫ һуғыу һөнәрен һөйләп аңлатып булмай. Уны күрергә, үҙеңә эшләп ҡарарға кәрәк.

Ғәшүрә.(Ғәшүрә югереп керә)Һаумыһығыҙ!Һеҙҙә өмә икәнен ишеттем дә йүгерҙем, күптән балаҫ серҙәрен беләһе килә ине.

Фәүзиә. Йүгерек кеше килеп ингәс эшебеҙ ырар, ыңғай ғына барыр. Элек ҡәйнәм ҙур эш башлар алдынан күршеһе Ямал әбейҙе саҡырып ҡуя ине, ул инһә эш еңел, тиҙ була торғайны тип һөйләй (Ғәшүрә лә Ямал килене бит, еңел аяҡ менән булһын.Амин, шулай булһын-репликалар)

Ғәшүрә.Һарыҡтарығыҙҙың йөнө матур икән, күп аҫырайһығыҙмы?

Гүзәл.Етәрлек.Һатыу йөнөнән дә балаҫ һуғалар ҙа ул, һарыҡ йөнөнән эшләнгән балаҫ тигеҙҙә, һаулыҡҡа ла файҙалы,өбөрсөкләнмәй.

Айгөл.Оҙон йомшаҡ йөндән балаҫ матур килеп сыға.

Ғәшүрә.(көнйәләгә күрһәтеп) Исеме нисек был эш ҡоралының?

(Тәгәрмәсле йөн иләгескә күрһәтеп, сиратҡандарға ҡарап, сыйырсыҡ эшләгәндәрен ҡарап һорап сыға)

Айгөл Әҙер йөн епте теләһә нисек йыуыу ҙа дөрөҫ түгел. Хәтерләүемсә, нәнәйем йөндө ҡайнар һыу менән йыуа торғайны, өйгә хатта бешкән сайыр еҫе таралып китә ине.

Ғәшүрә.Ә һеҙ ни бутайһығыҙ?(тазикта буяу бутап ултырғандарға ҡарап)

Ирина.Төрлө-төрлө төҫтәргә манабыҙ. Элек буяуҙарҙы ҡырлайсыларҙан,Фәридә әбейҙән, Сания әбейҙән, Хәлил ҡарттан ала торғайныҡ.Улар Үзбәкстандан алып ҡайтып һатырҙар ине.

Альбина.Әлелә Хәлил ҡартта бар тиҙәр, тик ҡыҙыл ғына икән.

Ғөлфирә.Сағыу ҡыҙыл төҫ байрамды күрһәтә инде. Башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн төҫтәрҙе лә һайлап, һәр орнаментҡа ҙур иғтибар биргән бит.

Ирина.Ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ,

Физалия Йәшел − йәшеллек һәм йәшлек,

Алһыу.Һары – ҡояш,

Гөлфирә.Күк − һауабыҙ төҫө.

Ошо матурлыҡты балаҫтарға һалып, ныҡлы, сифатлы тауар етештереү − үҙе ҙур эш, ғорурланып күрһәтерлек шөғөл.

Гүзәл Килендәр, киптерергә алып сығығыҙ буялған йөндәрегеҙҙе.

Бейеү музыкаһы.

Альбина-ярай киптерергә алып сығайыҡ. Музыкаға 2 хәрәкәт эшләп бейей-бейей сығалар.(ҡыҙҙар сығалар).

Резеда Сыйырсыҡтарым әҙер. Бирнә балаҫы әҙерләгәндә теләктәр теләп сыйырсыҡтар таратып сыҡҡандар.Шундай ҙа йолаһы бар икән.(Сыйырсыҡтар таратып бирә теләктәр теләй, теләй)

Сәхнә эсенән: балаҫ әҙер. Бер балаҫ тотоп сығалар.Ултырған өмәселәр тороп ҡаршы алалар.Эш ҡоралдарын балаҫ артында ҡалдырып шым ғына сәхнә артына сығарып ҡуя 1-2 кеше.)

Фәүзиә Күмәкләгән яу ҡайтарған ти.Һаййй, ниндәй матур булған был балаҫ.

Гүзәл.Килендәр,был балаҫ күрмәгәме,бирнәгәме,һатмағамы?

(күмәкләп)Бирнәгә,бирнәгә.

Фәүзиә.Бирнәгә тигән балаҫ матур, дан булыр, кейәү булаһы егет быны иҫәпкә алыр.(күмәкләп алыр, алыр, кейәүе кәрәк инде хәҙер)

Гүзәл. Башҡорт башҡортто алһын инде, үҙ динебеҙ, үҙ телебеҙ, үҙ йолабыҙ бар бит.Үҙ башҡорт өйөндә балаҫ эленеп торһа, башҡорт балалары шаулашып йүгереп йөрөһә ниндәй күңелле бер ғаилә тыуыр ине.

Ғәшүрә. Ҡарағыҙ әле, бирнә балаҫтарын тотоп тышта килендәр бейеп йөрөй түгелме?!

(килендәр балаҫ тотоп бейейҙәр.) Таҡмаҡтар.

1.Илсеғолдың балаҫтары

Аллы гөллө бик матур

Ниңә бейеп йырламаҫҡа

Күңел көр , тормош матур

 

2.Үрмә гөлдәр үҫә икән

Ептәренә бәйләнеп

Үткән рәхәт йәш ғүмерең

Бер килһәсе әйләнеп.

 

3.Балаҫ һуғам,балаҫ һуғам

Арыу талыу белмәйсә.

Бәхетле бул балаҡайым

Ҡайғы- хәсрәт күрмәйсә.( бөттө)

2.Бөгөнгө кисәбеҙҙең маҡсаты: ата-бабаларыбыҙҙан,өләсәйҙәребеҙҙән, быуындан быуынға күсә килгән йолаларын тергеҙеү, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен,башҡортса бейеүҙәрҙе күтәреү, милләтебеҙҙең рухын күтәреү, Илсеғолобыҙғә йән өрөү . Өләсәй һандығына милли кейемдәребеҙ, милли биҙәүестәребеҙ, милли йорт ҡаралтылары һыя икәнен ғәмәлдә күрһәтәбеҙ. Ошоларҙы эшләмәһәк башҡорт булыуыбыҙҙан ни мәғәнә?

Ниғмәтуллина Физалия.Шиғыр Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан?(Фәүзиә Ҡотлогильдина шиғыры)

 

Йыр. Шаяхметов Артур

4.Башҡорт балаһы уҡыу менән бер рәттән рухи аҙыҡ та алырға тейеш.

11синыфты бөтөп сығып уҡыу йорттарына ингәс ҡайһы берҙәре терһәктәрен тешләрҙәй була, башҡаларҙың һөнәрҙәренә һоҡланып ҡарай. Абулгатина Зәлиә тураһында. Директор Резеда апайығыҙҙың малайы Илһам, думбыраны өйрәнмәйенсә ошо йорттан ҡайтманы, малайҙар ҡурайҙа теләп өйрәнделәр.Бигерәк тә был ир егеттәргә ҡағыла, мәҫәлән Башҡортостанды белмәгән сит ил кешеһенә нисек итеп аңлатырһығыҙ?! Бына ошо ҡурай аша, өҙҙөрөп бейеү аша, моңло башҡорт йыры аша,йәғни бала йә ҡурайҙа, йә ҡумыҙҙа, йә мандолинала,йә думбырала уйнай,йә өҙҙөрөп бейей.Быларҙы балаға кемдеңдер өйрәтеүе мотлаҡ,теләктәрен булдырыу мотлаҡ.Улар музыканы ишетеү менән бейеп тә, йырлап та китергә тейеш.Ошо сифаттар бөтөү кимәлендә икәнен күреп тетрәндем.Өҙҙөрөп йырлаған, өҙҙөрөп баҫып бейегән бала ҡайҙа?!

Бөгөн башламаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ.

Башланғыс синыф уҡыусы ҡыҙҙарының”Әкрен иҫкән йылы ел” бейеүе.Бейеп бөткәс был ҡыҙҙарҙы сәхнәгә сығарып ғинуар айында береһенең дә башҡортса баҫып бейей белмәүе, ләкин ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тырышлыҡтары арҡаһында бейей белеүҙәре тураһында маҡтап һөйләйем, был мин асҡан түңәрәк, аҙнаһына 2 таҡыр килеп бейеңү өйрәнәләр. Бейегән 7 ҡыҙҙы бүләкләү)

Йыр. Фәүзиә Яҡупова.

Фәүзиә Яҡупованың да бөгөн йыр аша әйтә торған һүҙҙәре бар. “Балаларға”

Шиғыр.Әлфирә Варис ҡыҙы.

Яҙ- ул йәшәү мәғәнәһе, ул матурлыҡ, ул хис, мөхәббәткә төрөлгән сәскәнең бөрөләнеүе, ул ҡоштарҙың ҡайтыуы һ.б.Бөгөн Әлфирә апай үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерә.

Хикмәтле яҙ.

Тик торғанда сәбәпһеҙгә

Күтәрелде күңелем.

Аңламайым торошомдо-

Түгел дә был мин үҙем.

Йөрәк ҡайҙалыр ашҡына,

Хыял оса бейеккә.

Яуап табырға тырышып,

Бағамын төпһөҙ күккә.

Ҡояштың яҙғы нурҙары

Елкендерә бәғерҙе.

Ә наҙы һуң ниндәй татлы

Уятырлыҡ ҡәберҙе.

Был йылы наҙ дәртләндергән

Бәләкәс бер ҡошсоҡто:

эй осона, эй моңлана-

Яңғырата офоҡто!

Ағастар ҙа телгә килгән:

Әҙер бөрө тиртергә.

Ә ҡаты ҡар, иркәләнеп,

Тора ағып китергә.

Бына инде ҡар аҫтынан

Асылған ер уймағы.

Шунда баҫып онотолоп,

Киләсе бер уйнағы.

Уйнап туйғас осоп- осоп

Төшөр инем бейергә.

Ниңә әле:"Инде мин ҡарт,

Ярамай бит,"- тейергә.

Йыл миҙгеленең йәшлеге-

Яҙ бикә килгән икән,

Берҙә юҡҡа шатланырға

Сәбәпсе булған икән.

Һүнеп барған күңелде лә,

Тилертергә, иретергә.

Ҡөҙрәте бар яҙҙарҙың,

Бар хикмәте яҙҙарҙың!

Ошондай матур яҙ көнөндә беҙгә яҡын бер шәхес, яҙыусы-шағир тыуған. Кем ул?(бүләк белеүсегә). Эйе Яҡшығолов Сафуан-шағир- мәғрифәтсе, беҙҙең Илсеғол ауылында тыуған. Шағир башҡорттоң бөтә яҙмышын ер мәсьәләһенә бәйләй: ере булһа – уның йәшәү ерлеге бар, ере юҡ икән – ул бөләсәк, бөтәсәк. Заманында М. Аҡмулла наҙанлыҡтан, артта ҡалыуҙан ҡотолоуҙың бер сараһы итеп «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тип мөрәжәғәт итһә, С. Яҡшығолов иһә «Уҡыу кәрәк, ғилем, һөнәр, башҡорттарым» тип өҫтәй.Башҡорт өсөн ер – һәр саҡ иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе, сөнки ер – ул тыуған төйәк тә, туйындырыусы ла, һыйындырыусы ла.

Киләһе номерыбыҙ Бейеү.Беләҙегем-йөҙөгөм.

Башҡорт ҡатын ҡыҙында ни өсөн сулпылар, биҙәнгестәр, беләҙектәр?

Яуыз көстәр кешенең ғүмеренә, сәләмәтлегенә зыян килтерә тигәндәр. Шуның өсөн ата-бабаларыбыҙ ҡыҙҙарҙың,, йәш ҡатындарҙың кейеменә иғтибар биргәндәр. Күҙ теймәһен өсөн йөҙөк, һырға, беләҙек, муйынсаҡ кеүек биҙәнеү әйберҙәре, кейемдең эс яғынан төйрәүес тағыу ҙа күҙ уғын үҙенә тартып торған.Биҙәнеү әйберҙәренең көмөштән булыуы яҡшы. Сөнки күҙ тейеүҙән тыш, көмөш сихырҙан һаҡлай, тынысландыра, кәйефте күтәрә.

Бөгөн беҙҙең ауылда бер ҡыуаныс. Илсеғол ауылының ағинәйе тигән танытма Мөхәмәтйәрова Гөлъямал апайға бирелә.. Был исемгә лайыҡлы Гөлъямал апай.( бар яҡшы яҡтарын һанап китәм) Ҡәйнәһен ҡотлап йыр йырлай килене.

9.Йыр. Айгөл Мөхәмәтйәрова.

10 Электән беҙҙә балалар өләсәй,олатай тәрбиәһе алып үҫкән. Бала саҡта бигерәк тә халыҡ әкиәттәре, йомаҡтар, йыр-моң, уйындар ярҙамында бик матур тәрбиә алғандар.Ә хәҙер китаптан,радионан, телевидениенән ҡайһы бер мәғлүмәттәр алабыҙ.

Беҙҙең Илсеғол ауылына ҡағылышлы ниндәй риүәйәт, легендалар беләһегеҙ? Исемен генә әйтегеҙ, (Әүәҙбикә,Иҙеүкәй) Ситдикова Миләүшә Әүәҙбикә риүәйәтен һөйләй.(бүләкләү)

11. Кемдең ниндәй әйтер һүҙе бар?

Ниғмәтуллина Гүзәл. Шишмә,сәхәбә тураһында.

12.Лирик бейеү.Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя! Бейеүсе кеше сәнғәткә үлеп ғашиҡ булған шәхес булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш. Әйҙәгеҙ башҡорт лирик бейеүен ҡарайыҡ.

13. Күләгә. Концерт аҙағын элек инәйҙәр йәш саҡта яҙ етеп тау баштары ҡарҙан әрселгәс күләгә бейеүен таҡмаҡлап бейегәндәр.Беҙҙә бейеп күрһәтәбеҙ.

1.Һыу инә торған еребеҙ

Күпер аҫты күләгә

Ай ли күләгә

Күләгәлер күләгә.

2.Беҙҙең менән уйнағанды

Өйгә ҡайтып һөйләмә.

3.Һыу инә торған еребеҙ

Күпер аҫты күләгә

4.Йыйын уртаһына төшөп

Орсоҡ кеүек әйләнә

4.Һыу инә торған еребеҙ

Күпер аҫты күләгә

5.Буй һынына ҡарап тороп

Башҡынайым әйләнә

Кисә аҙағында Гүзәл Хәйҙәр ҡыҙы яңы күлдәк тектергән апайҙарҙы сығарып( улар 6 ҡатын-ҡыҙ,үҙ аҡсаларына башҡорт күлдәген тектерҙе) ҡотлап бүләкләне.

өгөнгө кисәбеҙҙең маҡсаты: ата-бабаларыбыҙҙан,өләсәйҙәребеҙҙән, быуындан быуынға күсә килгән йолаларын тергеҙеү, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен,башҡортса бейеүҙәрҙе күтәреү, милләтебеҙҙең рухын күтәреү, Илсеғолобыҙғә йән өрөү . Өләсәй һандығына милли кейемдәребеҙ, милли биҙәүестәребеҙ, милли йорт ҡаралтылары һыя икәнен ғәмәлдә күрһәтәбеҙ. Ошоларҙы эшләмәһәк башҡорт булыуыбыҙҙан ни мәғәнә?

 

 

 

 


 

 

 

 

 

 

 

 

Категория: Мои файлы | Добавил: Ilsegul
Просмотров: 1038 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Поиск
Год 2024 в РФ
Связи
Год 2024 в РБ
...
Вход на сайт
ПРОкультура
Анонс.ПРОкультура
Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz